Ун туғыҙ йәшендә, Салауат педагогия училищеһын тамамлап, күрше Ҡолтай-Ҡаран ауылында башланғыс синыфтарҙа уҡытып йөрөгән сағы. Ял көндәрендә, каникулдарҙа әсәһе балаҫ оҙатып, һуға башларға, һанарға, күсерергә өйрәтә. Ул мәлдә ике тар, бер ике иңдән торған балаҫ һуға. Шунан һуң ҡырҡ йыл самаһы был шөғөл онотолоп тора. Институт тамамлап, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, мәктәп мәшәҡәттәре менән ваҡыт үтә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, йәштән өйрәнгән һөнәре иҫенә төшә. Тәүҙә кибеттәрҙән әҙер материалдар алып һуға. Әсәһенең урындығы (станогы) бик иҫкергән булғас, оҫта ҡуллы тормош иптәше яңыны эшләп бирә. Зәлифә апай яңы дәрт менән үҙе йәшәгән Дим буйы төбәгенең балаҫ оҫталары биҙәктәрен өйрәнә.
«Беҙҙең яҡта «Самауыр тояғы», «Оло бөтөй», «Бәләкәй бөтөй», «Батмус» тигән аҫалар эшләнә. Инәйем уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында мәк, рауза, еләк сәскәләрен һуҡты, беҙгә, ҡыҙҙарына, кейәүгә сыҡҡанда балаҫтарын бирнә итеп бирҙе. Балаҫ һуғыу ҙур ҡыйыулыҡ, оҫталыҡ, сабырлыҡ талап итә. Һарыҡ йөнөнән һуғылғандары ныҡлы ла, күркәм дә була. Йөндө тигеҙ итеп иләргә кәрәк – мин үҙем иләйем, шартына килтереп төрлө төҫтәргә манам. Йөндө эшкәртергә оҫта Зөбәржәт апай Динекәева өйрәтте. Ул йөн буяуҙарын элгәре күпләп
Ташкенттан ҡайтартҡан. Балаҫ һуғыуҙың нескәлектәре, ҡыйынлыҡтары байтаҡ, әммә урындыҡ артына ултырғас алған ләззәт, күңел тыныслығы, үҙ эшеңә, береһенән-береһе матур биҙәктәргә һоҡланыу барын да оноттора. Ауылыбыҙҙа балаҫ һуғыу оҫталары электән дә күп булған. Әле лә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бер-береһенән өйрәнеп балаҫ һуға, бәйгеләрҙә ҡатнаша, ҡыҙҙарына бирнә әҙерләй. Үҙем белгәнде ике киленемә, ейәнсәрҙәремә, йәштәргә, балаларға – ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһына ла өйрәтәм», – тип бүлешә Зәлифә Фәтих ҡыҙы.