-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Өнһөҙ генә тарих һөйләй туҙ бишек

Башҡортостан Республикаһы  Милли музейында ҡайын туҙынан эшләнгән боронғо бишек һаҡлана. Әллә ниндәй серле хикмәт бар һымаҡ ҡарап тороуға бик ябай был экспонатта. Ҡайһы оҫта яһаған икән уны ошолай уңайлы, еңел итеп? Ниндәй әсәнең наҙлы ҡулдары тирбәткән икән унда ятҡан башҡорт балаһын? Ул сабый аҙаҡ кем булып киткән, ғәмәл дәфтәрҙәре нисек яҙылған? Шул ғаиләнең тормош-көнкүрешенә, шатлыҡ-зарына, йылдар буйлап үтеүенә шаһит бишек тотош дәүерҙең ҡайнар һулышын еткерә кеүек. Музей экскурсоводы булараҡ, туҙ бишек янынан үткән һайын эске бер тулҡынланыу кисерәм.

Өнһөҙ генә тарих һөйләй туҙ бишек
Өнһөҙ генә тарих һөйләй туҙ бишек

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең фондта уның тураһында мәғлүмәт юҡ тиерлек. Бары тик XIX быуат әйбере булыуы, 1950 йылда һаҡлауға алыныуы ғына билдәле.

Эйе, бөгөнгө көндә берәү ҙә бәпесен ҡайын туҙынан яһалған бишектә үҫтермәй. Ләкин борон ундай сәңгелдәктәр бик йыш ҡулланылған. Билдәле этнограф Светлана Николаевна Шитова «Башҡорттарҙа ағасты семәрләп биҙәү» тигән китабында был төр бишекте ентекләп һүрәтләй. Ул, башҡорттарҙа туҙ бишек киң таралыуын билдәләп, былай ти: «60-сы йылдарҙа беҙгә Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Хәлит ауылында бик матур семәрле туҙ бишек бүләк иттеләр; әле ул Өфө эргәһендәге Йоматау ҡасабаһының этнография музейында һаҡлана». Бишекте, ғәҙәттә, бөтөн туҙҙан, ныҡ булһын өсөн ике ҡатлап эшләгәндәр, тип билдәләй ул. Баланың башы ята торған осон ярым түңәрәк итһәләр, аяҡ һала торған яғы тарайыбыраҡ киткән. Туҙҙың ситтәре бөгөлгән, күтәренке ҡырҙары нәҙек сыбыҡ менән нығытылған, ул ат ҡылы менән кәкерсәкләп тегеп сығылған. Туҙ бишектә баланың тәүге айҙары үткән. Һыбай сапҡанда ла, арҡаға аҫып йөрөткәндә лә ул бик яйлы булған. Бишекте матур итеп биҙәргә тырышҡандар. Мәҫәлән, Хәлит ауылынан бүләк ителгән бишектең сите йәшел, ҡыҙыл төҫтәр менән ҡаймаланған, ҡырҙарына беркетелгән сыбыҡ ҡыҙылға буялған. Ҡырынан арҡыры-буй итеп һуҙылған туҙ таҫмалар, бала йығылып төшмәһен өсөн тәғәйен биҙәкле таҫма, үрелгән бау ҙа бер йәм бирә. Туҙға һалынған семәр өҫтәмә биҙәк булып тора.

Йәнә бер китапта – «Башҡорттар: Этник тарих һәм традицион мәҙәниәт» тигән йыйынтыҡта (авторҙары – Н.В. Бикбулатов, Р.М. Йосопов, С.Н. Шитова, Ф.Ф. Фәтихова) туҙ сәңгелдәк тураһында бик ҡыҙыҡлы яҙмалар бар. Унда атаҡлы ғалим-энциклопедист Иван Иванович Лепехиндың туҙ сәңгелдәкте тасуирлауы урын алған: «Уны, ҡырҙарын тал сыбығы менән нығытып, кәмә рәүешендә эшләйҙәр. Тыштан һәм эстән, сабый күкрәге тәңгәленән, ике ырғаҡ ҡуйыла. Аяҡ тирәһенән дә шулай уҡ ике ырғаҡ бар. Бишектән йығылып төшмәһен өсөн, бәпесте шул ырғаҡтар ярҙамында беркетеп ҡуялар. Һыбай китеп барғанда башҡорт ҡатыны бишекте ҡайыш менән яурын аша аҫҡан килеш балаһын имеҙә ала; ат һөрлөккәндә лә сабый бишектән осоп төшмәй, сөнки ул ныҡлап бәйләп ҡуйыла».

 

Гөлназ КАМАЛИЕВА,

Башҡортостан Республикаһы Милли музейы экскурсия бүлегенең ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Өнһөҙ генә тарих һөйләй туҙ бишек
Өнһөҙ генә тарих һөйләй туҙ бишек
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: