+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яҡшы кәйеф менән

Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында йәшәгән Таңһылыу ҠАРАҒОЛОВА – сығышы менән Тимер ауылынан. Һөнәре буйынса биолог.

Яҡшы кәйеф менән
Яҡшы кәйеф менән

«Беҙҙең нәҫелдә тирүгә һуғыу оҫтаһы булған. Ул – атайымдың әсәһе Баязитова Бибикамал өләсәй. Әсәйем гел генә уға еп оҙатышырға ярҙам иткән. Беҙ ағайым, һеңлем менән бәләкәй саҡта әсәй менән бергә барып өйрәндек. Йорт ҡуяны мамығынан, кәзә дебетенән шәл, кәрәкмәгән кейемдәрҙән карауатҡа япма һуҡҡайны әсәй. Ҡыҙыҡһыныу шул ваҡытта башланғандыр инде. Әсәйем башҡа ҡул эштәренә лә оҫта. Мин дә уға оҡшағанмын, буш ваҡытымда гел берәй төрлө ҡул эшенә тотонам: энә, ырғаҡ менән бәйләйем, тегәм. Әлеге мәлдә күбеһенсә балаҫ һуғам», – ти ул.

Пандемия осоронда карантинда ултырғанда аяҡ станогы һатҡан иғлан күреп ҡала ла, күп уйлап тормай, һатып ала. Ул өйҙә күп урынды алып торғас, иптәше өҫтәлгә ултыртып эшләй торған уңайлы ғынаһын яһап бирә. Уға тиклем Таңһылыу инде, интернет селтәрендә иңен-буйын гиҙеп, фото-видеоларҙы ҡарап өлгөрә, шулайтып үҙ аллы станокка еп оҙатырға, һуғырға оҫтарып ала. «Станок артына гел яҡшы кәйефтә генә ултырам. Балаҫтарымда башҡорт халҡына хас милли биҙәктәр өҫтөнлөк итә. Уларҙы боронғоса итеп тә, заманса интерьерға яраҡлаштырып та һуғам», – тип бүлешә уңғанбикә.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: