-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡәйнәбеҙҙән аманат

Йылайыр районынан Миңһылыу Мырҙабаева – турпыша, йәғни сепрәктән һуғылған балаҫ оҫтаһы.

Ҡәйнәбеҙҙән аманат
Ҡәйнәбеҙҙән аманат

«Беҙ – турпышасылар нәҫеленән. Балаҫ ебе – ысынлап та быуаттарҙы тоташтырыусы серле еп ул. Турпыша, балаҫ һуғыуҙар 1950 – 1985 йылдарҙа кәрәкле һөнәр ҙә, бол килтереүсе кәсеп тә ине. Ғаиләләрҙә балалар күмәк үҫкән, бер-бер артлы ҡыҙҙар етеп торған, уларға бирнә әҙерләү өсөн бер нисә оҫта кәрәк булған. Һәр ауылдың ҡул эше һөнәрмәне үҙенә алмаш әҙерләгән, быны беҙҙең нәҫел миҫалында ла күрергә мөмкин. Иң өлкән бейемебеҙ Бәҙеғолъямал – 1877 йылғы, йөҙ йәшкә тиклем йәшәне. Ул, заманында кейем, таҫтамал, ашъяулыҡ, түшәк, кәрәк-яраҡтарҙы киндерҙән һуҡтыҡ, аҙағыраҡ, донъялар тыныс барып, ваҡ мал көтә башлағас, оҫталар табылып, һуғыу станоктары эшләтеп, йөндән, ҡылдан балаҫтар, дебеттән, йөндән тула шәлдәр, сепрәктән турпыша һуғып көн иттек, иң кәрәкле кәсепте аманат итеп алығыҙ, бер-берегеҙгә өйрәтегеҙ, тип әйтеп ҡалдыра килененә», – ти «Гәүһәркүл» этно-фольклор төркөмө етәксеһе Люциә Таһирова.
Тайба килене (1906 йылғы) балаҫ һуғыу серен ике ҡыҙына – Хәйерниса (1912 – 1992) менән Бәҙернисаға (1916 – 1995) өйрәтә. Үҙҙәренә станоктар яһатып та биргәс, ошо шөғөлдөң оҫталары булып китәләр. Улар үҙ сиратында килендәренә өйрәтеп, ейәнсәрҙәрен еп оҙатҡанда, сепрәк ҡырҡып сиратҡанда, турпыша һуҡҡанда йомошап, был һөнәргә ҡыҙыҡтырып, станоктарын аманат итеп ҡалдыра. Ләкин яңырыу елдәре иҫеп, аманат, ҡомартҡыларыбыҙҙы «иҫкелек ҡалдығы» тип нарыҡлаған замандар уларҙы бөтөрҙө, тигәндә үҙ асылыбыҙға ҡайтырға насип булып, юғалтҡандарҙы сүпләгәндә, турпыша һуғыу станок­тарының кемдә – тарағы, кемдә – тирүгәһе, кемдә көрөҫө табыла. Ҡәрсәм ошолайта ине, өләсәм былайта ине, тип бер-береһен өйрәтеп, станоктар ҡоролоп, онотолған кәсепте ейәнсәрҙәр башлай. Әсәһе Бәҙерниса инәйҙең станогына икенсе һулыш биреп, уның кәсебен дауам итеүсе Рәйлә Тауылбаева менән Тайба өләсәһенең кәсебен үҙләштереүсе Гөлдәр Сыңғыҙова – Байғужала, нәҫеленә кәсепте аманат итеп ҡалдырған Бәҙеғолъямал ҡәрсәһенең ейәнсәре Әлфиә Таһирова Йылайыр ауылында турпыша ғына түгел, йөн балаҫ, шәл, шарф, плед, ябыуҙар уңғаны булып таныла. Ә Тайба ҡәртәсәһенә еп оҙатышып, уның маһирлығына һоҡланып үҫкән Йылайыр ауылында йәшәүсе Миңһылыу Мырҙабаева күҙ яуын алып торған балаҫ, турпыша оҫтаһы булып китә. Ысынлап та, быуаттарҙы ялғай балаҫ ебе, бөгөнгө көнгә тиклем ул еп өҙөлмәгән икән, беҙҙең дә ейәнсәрҙәребеҙгә тапшырыр һөнәр булып, ҡыҙҙарыбыҙ бирнәһендә баҙлап торған турпышалар урын алыр әле, ти ул.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: