Әсәйем, Хәбирә Миңлеғәзиз ҡыҙы Шәкүрова, бик моңло йырлай һәм матур бейей ине, өҙҙөрөп мандолинала уйнаны. Беҙгә сәңгелдәк йырын да йырлағандыр, тип уйлайым. Ике баланың йүргәктәрен йыуырға, өйҙәге ҡырылмаһа ҡырҡ мәшәҡәтте атҡарып, эшенә өлгөрөргә кәрәк булһа ла, йөрәгенән ағылған бишек көйөн көйләгәндер. Ул мәктәптә математика, геометрия дәрестәрен алып барҙы, педагогик стажы – йәмғеһе 41 йыл да 7 ай. Эштән бушамаһалар ҙа, беҙҙе моңло, нурлы итеп үҫтерә алғандар.
Мәсрүрә нәнәйемдең: «Һеҙҙе тирбәтеп ултырғанда берәй күрше ҡатыны килеп керһә, бәүетеп тор әле, тибеҙ ҙә, тышҡа йүгереп сығып, өйөлөп көтөп торған эштәрҙең береһен булһа ла тиҙ генә башҡарып инәбеҙ», – тип һөйләгәне иҫтә ҡалған.
Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек. Иң оло Рим абзыйым сабый сағында уҡ ҡыҙылсанан мәрхүм булып ҡалған. Өҙөлөп яратҡан Риф исемле абзыйым да яҡты донъяларҙан иртә китте. Ул Әлшәй районы «Шафран» совхозында – илгә дарыу үләндәре үҫтергән хужалыҡта – иҡтисадсы булып эшләй ине. Иң өлкән апайым – Рима Зәйнулла ҡыҙы – Өфөлә йәшәй. Ул – табип-педиатр, Гиппократ антына ғүмере буйы тоғро ҡалды. Апайым ҡышын ҡалала ҡышлай, йәйен ауылда йәйләй. Төп йортто матур итеп ремонтлап алып, шунда ял итә, баҡса үҫтерә, ейән-ейәнсәрҙәренә күҙ-ҡолаҡ булып тора. Бына шул Рима апайым беҙҙе – Лилиә менән Люциәне – әүрәтеп уйнатҡаны ныҡ күңелдә һаҡлана. Боронғо шаҡмаҡ шәлгә төрөп ҡурсаҡ яһай ҙа беҙ үҫкән сәңгелдәккә һала. Һәм шуны бәүетеп «йоҡлатып», бишек йыры көйләп, һикелә «донъя көтәбеҙ». Көн һайын апайым беҙҙең сәстәрҙе тарап үрә, таҙа күлдәктәр кейҙереп ҡарап йөрөтә. Былары – мин иҫ белгәндән хәтерҙә ҡалғандары.
Беҙ, игеҙәктәр, төҫ-башыбыҙ, холоҡ-фиғелебеҙ менән төрлө булдыҡ. Минең болот һымаҡ етен бөҙрәләрем билгә тиклем төшөп тора ине. Лилиә оҙон, ҡалын, тура сәстәрен толомлап үреп йөрөнө. Игеҙәгем күберәк өй йыйыштырырға, ашарға бешерергә, буш ваҡытында китап уҡырға яратты. Мин иһә ишек алдындағы эштәрҙе башҡарҙым, мал ҡараным, атты малайҙарҙан шәберәк туғара, егә инем. Йылҡы өйөрө араһына инеп, атайымдың атының башына йүгән һалып, өйгә алып ҡайта торғайным. Саңғыла елдерҙем, мопедта йөрөнөм. Ләкин, буй етеп, үҙ донъяларыбыҙҙы ҡороп, төрлө ауылдарҙа йәшәй башлағас, йәндәшем менән беҙҙе бәйләгән мөғжизәүи яҡынлыҡ көсәйҙе генә. Ғүмер буйы бер-беребеҙҙең тын алышын йөҙҙәрсә саҡрымдар аша тоябыҙ. Мәҫәлән, элек, телефондар юҡ саҡта, икебеҙ ҙә, һөйләшеп ҡуйғандай, бер үк көндә Өфөгә юлланып, бер урында осрашҡан саҡтар ҙа булды. Ул, ҡаты ауырып, операция яһатҡан ваҡытта мин урындан тора алмай яттым – һис оноторлоҡ түгел. Аллаға шөкөр, бер туған өс ҡыҙ – Рима апайым һәм беҙ, өс тағандай, татыубыҙ. Барыбыҙ ҙа төп йортҡа тартылабыҙ, атай йорто бит!
Атайым менән әсәйемдең 50-се йылдарҙа төҙөлгән йорто ныҡ әле, шыңғырлап тора, ап-аҡ ҡайын ағасынан һалынған, ул ағас хәҙер һөйәккә әүерелгән! Атайым: «Ҡайынды тәбиғәттең билдәле бер ваҡытында киҫә белһәң, ныҡ була», – тип һөйләй торғайны.
Атайым Зәйнулла Әхмәтзакир улы Шәкүров – Дим-Өршәк буйында билдәле Харрас мулла ейәне. Әхмәтзакир Шәкүр улы, минең ҡартатайым, XX быуат башында уҡ, һигеҙ балаһын да ҙур ғилемле кеше итеп күрергә теләп, ат менән ҡалаға илткән. Һүҙ ыңғайында уларҙың барыһының да уңыш ҡаҙаныуын, мәҫәлән, Рәшит ағай Шәкүровтың оло ғалим булып китеүен әйтеп үтергә теләйем.
Атайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, I һәм II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары һәм миҙалдар менән наградланған. Хәрби хеҙмәткә 1940 йылдың июль айында алынып, 1945 йылдың октябрендә генә ҡайтып төшә тыуған ауылына. Артиллерия командиры була. Главнокомандующий И.В. Сталиндан дүрт тапҡыр Рәхмәт хаты ала. Һуғышты Кавказ тауҙарында ҡаршылай һәм Латвия ерендә тамамлай. Минең һорауым буйынса, атайым тотош яу юлын яҙып ҡалдырҙы, башынан аҙағына тиклем, бер дәфтәр тултырып. Һуғыштан һуң колхозда зоотехник эшен алып барҙы. Тормошон егәрле итеп көттө, тырыш, изге күңелле кеше ине. Ул, яу яраларынан һыҙланып, 1985 йылда вафат булды. Әсәй менән атай, барыбыҙға ла юғары белем биреп, матур донъяға сығарҙылар. Мең рәхмәт ҡәҙерлеләремә.
Икеһе лә 1917 йылғы ине. Йәшлектәре һуғыш йылдарына тура килеп, һынауҙарҙы батырҙарса үҙ иңдәрендә күтәреп сыҡҡандар. Әсәйемдең дә наградалары күп. Беҙ, игеҙәктәр, уның юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайланыҡ. Лилиә – 34 йыл рус теле һәм әҙәбиәте, мин 35 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыттым. Икебеҙ ҙә – Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы һәм хеҙмәт ветераны. Әсәйем менән өсөбөҙгә 110 йыл стаж тура килә: бер быуаттан ашыу балаларға белем биргәнбеҙ. Тормош иптәшем Тимерйән Мөьминғол улы Аҙнағолов менән Азамат тигән ул һәм Айһылыу исемле ҡыҙ үҫтерҙек. Аллаға шөкөр, уларҙың икеһе лә – яҡшы белемле, һөнәрле һәм уңышлы кеше. Йәмле донъяларына, татыу ғаиләләренә, бер-береһе өсөн өҙөлөп тороуҙарына, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һанлауҙарына ҡарап, күңелебеҙ ҡыуана. Йән байлығының бәләкәй саҡта ишеткән туған аһәң аша күсеүенә иманым камил.
Азамат менән Айһылыу ҙа, ейәндәр ҙә сәңгелдәктә үҫте, түбәләге ҡулайлама әле лә һаҡлана. Уларҙы тирбәткәндә йөрәгемдәге мөлдөрәмә тулы һөйөүҙе лә, шул мәлдә күргән матурлыҡты ла бишек йырына һалып көйләй инем. Ауыл эргәһенән аҡҡан Дим дә, яр буйындағы бөҙрә талдар ҙа, ҡаршылағы бейек тауҙар ҙа, тау битендәге кәзәләр ҙә «инеп китә» шул йырға:
«Дим буйында талдар бар,
Тал артында тауҙар бар.
Тауҙа үҫә сәскәләр,
Ергә йәм-нур сәсәләр.
Йәшел үлән көйшәй унда
Аҡ бәрәсле кәзәләр.
Тауҙан төшкәс кәзәләр
Тәмле һыуҙар эсәләр.
Тау артына тәгәрәне
Ҡояш апай, эңер төшкәс.
Минең ҡыҙым күҙен йома,
Төшөнә инер аҡ бәрәс...»
Айһылыу, үҫә төшкәс, өйөбөҙҙән күренеп торған Дим буйындағы тауҙарға ҡарап: «Әсәкәй, мин бәпес саҡта анау тауҙарҙа йәшел үлән ашап йөрөгән кәзәләр тураһында йырлай инең бит, эйеме?» – тип, мине һүҙһеҙ ҡалдырҙы. Баҡһаң, әле тәпәй ҙә китмәгән, теле лә асылмаған баланың төпкөл аңына һеңеп ҡала икән әсә моңо һәм ул ғүмер буйы изге доға булып һаҡлана! Бишек көйө аша балаға зирәк зиһен, миһырбанлы аҡыл, мәңгелек ҡиммәттәребеҙгә хөрмәт һалына. Сабыйҙың рухи үҫеше сәңгелдәк йырынан, әсә теленән, туған өн һәм ғәзиз моңдан башлана. Быуындар бәйләнешен булдырыусы сәңгелдәк моңо мәңге тынмаһын. Илемдә тыуған һәр бала бәхетле булһын! Бәхет ете диңгеҙ аръяғында түгел. Ул – үҙ илеңдә, туғандарың менән аралашып, үҙ һауаңды һулап, үҙ ҡояшыңда ҡыҙынып, үҙ тупрағыңда ныҡ баҫып йөрөүҙә.
Люциә АҘНАҒОЛОВА,
Башҡортостандың
мәғариф отличнигы.
Әлшәй районы.