Ҡош кеүек еңел, оҙаҡ файҙаланыуҙан шымарып, ялтырап бөткән миләш сәңгелдәгемдә ырыуҙағы нисә быуын бала бәүелгәндер – әйтә алмайым. Ләкин шуны беләм: йыһандай сикһеҙ һөйөү менән солғап, күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп тирбәткәндәр унда мине. Өләсәйҙәремдең, олатайҙарымдың һәр береһе, мине үҙ дауамы итеп күреп, бәләкәс йөрәгемә бөтмәҫ йылыһын, һүнмәҫ яҡтыһын һалырға тырышҡан.
Иң оло өләсәйем – атайымдың өләсәһе Бибисара ҡартәсәй Туймазы районында йәшәгән. Ул 1890 йылғы була. Бибисара ҡартәсәйемде хатта томан аша бер аҙ хәтерләгән дә һымаҡмын. Мин атлап киткәс, Айгөлөбөҙҙө лә тәпәй баҫтырҙым, инде ҡайтһам да була, тип Туймазыһына юллана. Мөһим бурысын үтәгәндәй, бик ҡәнәғәт йөрөй ул һәм тиҙҙән баҡыйлыҡҡа күсә. Бибисара ҡартәсәй Хөбәйбулла ҡартатай менән биш ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләп үҫтерә. Уларҙың өлкән ҡыҙы Миңзифа – атайымдың әсәһе – ун балаға ғүмер бирә.
Вәрис ҡартатайым менән Миңзифа ҡартәсәйемдең танышыуы – үҙе бер тарих. Ҡартатайым Вәрис Хәлил улы Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Аңлауығыҙса, мин танылған дин әһеле, күрәҙәсе Хәлил хәҙрәттең бүләсәре булам. Дин ғилемен, шиғриәтте тәрән белеүсе, суфыйсылығы, гипноз һәләте менән айырылып тороусы хәҙрәт данлыҡлы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлаған. Имам-хатип дәрәжәһен алып, тыуған ауылында йәдитселек программаһына нигеҙләнгән мәҙрәсә-мәктәп, ике манаралы мәсет төҙөтөүгә күп көс һалған, Таулыҡайҙа тәүгеләрҙән булып яңыса уҡытыуға күскән мөғәллим булараҡ та билдәле ул.
Уның улы Вәрис ҡартатайым йәшләй генә өйләнә, әммә ҡатыны бик иртә донъя ҡуя. Ике бәләкәй ҡыҙы менән тороп ҡалып, тырышып тормош көтә. Баймаҡтағы торф сығарыу ятҡылығына эшселәр йәлеп итергә республика буйлап йөрөгәнендә ул Туймазыла Миңзифа ҡартәсәйемде осратып ғашиҡ була, ҡартәсәйемде генә түгел, йәлләп, уның дүрт һеңлеһен, энеһен дә Баймаҡҡа күсереп ала. Ҡартәсәйем етем ҡалған ике ҡыҙҙы әсә наҙына күмә. Уларҙың 1938 йылдағы никах таныҡлығын ғаилә архивында ҡәҙерләп һаҡлайым.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ҡартатайҙы яуға оҙатып, ҡартәсәй дүрт бәләкәй бала менән тороп ҡала. Ҡартатай ике тапҡыр ҡаты яралана, әммә иҫән ҡала, тыуған яҡтарына еңеү менән әйләнеп ҡайта. Минең атайым һуғыштан һуң 1946 йылда тыуа.
Ҡаратал ауылында Вәрис ҡартатайым менән Миңзифа ҡартәсәйемдең өйөндә миңә алты йәш тулғансы йәшәнек. Бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәгән ике яҡлы ғына өй һаман иҫемдә. Ҡартатайыма дауаланырға төрлө тарафтарҙан халыҡ ағыла ине. Унан тоҙ, һабын, сәй өшкөртөп алалар. Урындыҡта аяҡ бөкләп, мин дә ҡартатай ыңғайына доғаларҙы ҡабатлап ултырам. Төпкө яҡта урындыҡ өҫтөндә минән ҡалған сәңгелдәк эленгән. Унда Зәкир ҡустым йоҡлай. Ҡустым тыуған 1975 йыл йәйе бик ҡоро ине. Ул донъяға килер алдынан ғына атайымды Украинаға һалам әҙерләргә ебәрҙеләр. Хәтеремдә: әсәйем менән бәпесте дауахананан алып ҡайтырға Миңзифа ҡартәсәйҙең һеңлеһе – Флүрә инәйемдең ҡыҙы Миңлегөл апай барҙы. Миләш сәңгелдәк өй башынан төштө, түрҙәге урынын алды. Ҡартәсәй, бисмиллалап, ҡустымды сәңгелдәккә һалды. Ул тирбәлгәндә бишек көйө урынына яңғыраған мөнәжәт-доғалар, илаһи йыр булып, хәтергә генә түгел, төпкөл аңға һеңә барғандыр.
Әсәй менән атай гел эштә булғас, беҙ – ҡартатай менән ҡартәсәй ҡарамағында. Тиктормаҫ ҡартәсәй мең мәшәҡәт менән мәшғүл. Оҫта баҡсасы булған өсөн, уны «Мичурин әбей» тип йөрөттөләр.
Вәрис ҡартатайға дауаланырға йыраҡтан килеүселәр ҡунып та ҡала – бәләкәй генә йортта бөтәһенә урын да, ризыҡ та етә. Ил гиҙеп йөрөгән Диуана бабайҙы айырыуса ҙур хөрмәт менән һыйлап, мунса индереп, йоҡлатып сығара торғайнылар. «Көлмәгеҙ, ҡиәфәте – дәрүиш, күңеле – әүлиә», – тигәндәре хәтерҙә ҡалған.
Ә әсәйемдең әсәһе Зөләйхә өләсәйем Әхмәт олатай менән Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылында йәшәне. Зөләйхәнең әсәһе Зәмһәрә өләсәй – күрше Йәрмөхәмәт ауылында, Зәмһәрә өләсәйҙең әсәһе – көләс йөҙлө Шакирә өләсәй иһә Сыңғыҙ ауылында ғүмер итте. Кәүҙәгә бәләкәй булғанға, бик етеҙ йөрөгәнгә, уны, яратып, «турғай өләс» тип атаныҡ. Арҡамдан тупылдатып һөйөп, бәхет-тәүфиҡ теләүсе иң ҡарт өләсәйем мин бишенсе класта уҡығанда яҡты донъя менән хушлашты.
Йәйге каникулда атай-әсәй беҙҙе Йәрмөхәмәткә ебәрә торғайны. Зәмһәрә өләсәй менән бергә урманға йөрөп, еләк, бөрлөгән, төрлө үләндәр йыябыҙ, муйыл киптерәбеҙ. Өләсәй, бала-сағаны эйәртеп, йылға буйына ла алып китә. Унда ҡайын туҙы һыҙырабыҙ. Йоҡа ғына ҡалған туҙ майлана, сөгөнгә тултырыла. Сәсегеҙ йылҡылдап торор тип, өләсәй бармағындағы майҙы башҡа буяй. Шунан, сытырҙан усаҡ яғып, сөгөндө ултырта ла оҙаҡ итеп һағыҙ ҡайната. Эй тәмле еҫ тарала!
Зәмһәрә өләсәй беҙҙең өсөн ҡышҡылыҡҡа күп итеп ҡаҡ ҡоя, ҡорот ыҫлай. Туғыҙ төрлө үләндән – мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, ер еләге, ҡарағат, сейә, ҡурай еләге, бөрлөгән, кейәү үләне, болануттан сәй киптерә.
Ғаиләбеҙгә совхоз йорт биргәс, шунда күсенеүебеҙ ҙә сағыу хәтирә булып күңелдә ҡалған. Уйынсыҡтарымды үҙем ташыным. Миләш бишек тә беҙҙән ҡалманы.
Яңы өйөбөҙҙө әсәйем бай китапханаға «әйләндерҙе». Уңған ашнаҡсы ине ул, үҙе ғүмер буйы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға хыялланды. Байрамдарҙа, уҡыу сиреген бөткән һайын, ҡотлап, беҙгә китап бирә торғайны. Алдынғы тракторсы, «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исемен алған атайым Иршат Вәрис улы кукуруз, көнбағыш, иген үҫтерҙе. Хаҡлы ялға киткәндә 40 йыл үҙе йөрөткән тракторын бүләк иттеләр. Ул гармунда өҙҙөрөп уйнаны, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы. «Эштә ял иткәндә ҡулыма микрофон итеп кукуруз һабағын тотам да «сәхнәгә» – трактор капотына баҫам. Күкрәктән урғылып сыҡҡан моң икһеҙ-сикһеҙ баҫыу буйлап тарала. Елгә бәүелеп торған көнбағыштар – моң менән бергә тирбәлеүсе меңәрләгән тамашасы...» – тип һөйләгәнен оноторлоҡмо?
...Әсәйемдең хыялын тормошҡа ашырып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булдым. Атайым моңо йөрәгемдә йәшәй. Үткерлегем, торған ерҙән бейеп китеүем һәм зөбәржәт йәшел күҙҙәрем – Миңзифа ҡартәсәйемдән. Күңелде һуғарған сабырлығым – Вәрис ҡартатайымдан. Бибисара ҡартәсәйемдең: «Айгөлөм шартлата баҫып йәшәй торған ҡыҙ булыр», – тигән өмөттәрен аҡлауыма һөйөнәм. Зөләйхә өләсәйҙең донъяға һоҡланып ҡарауы үҙемә лә күсеүен тойоп, эстән генә кинәнес кисерәм. Шакирә өләсәйҙең миңә бәхет-тәүфиҡ теләүен иҫләп, теләк ҡөҙрәтенә инанам. Зәмһәрә өләсәй өйрәткәнсә, туғыҙ үләндән сәй бешерәм. Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары – Вәрис, Әхмәт, Мәхмүт (әсәйемдең ҡартатаһы) олатайҙарымдың ғәййәрлеген, илгә мөкиббән тоғролоғон үҙ балаларыма ла, уҡыусыларыма ла һалырға тырышам. Тормош иптәшем Мырҙа менән ул һәм ҡыҙ үҫтерҙек: Асҡар Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институты аспирантураһында уҡый, Аида – Йошкар-Олала медицина университетының бишенсе курсы студенты. Боронғонан күскән сәңгелдәктә улар ҙа тирбәлде. Сәңгелдәк ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә хеҙмәт итер илаһи мәлдәрҙе көтә. Мин тыуғас, Миңзифа ҡартәсәй ҡораманан теккән сағыу йоҡа юрғанды ла, һарыҡ йөнөнән һырыған ҡалынын да сәңгелдәк эсенә һалып ҡуйғанмын – аманат итеп.
Айгөл Игелекова.
Өфө ҡалаһы.