Тәүҙә мәктәпкә барғанмы, әллә урындыҡ (станок) артына ултырғанмы – хәтерләмәй Зәкирә апай. Әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, 97 йәшенәсә балаҫ һуҡҡан Нәсихә Мырҙагәрәй ҡыҙынан өйрәнә ул нескәлектәргә. «Инәйем дә, әбейемдәр ҙә, апайымдар ҙа балаҫ һуҡты, бигерәк уңған булғандар – колхоз эшенә лә өлгөргәндәр, донъя ла көткәндәр, балаҫ та һуҡҡандар. Хәҙерге кеүек әҙер ебе юҡ бит әле уның – һарығын ҡарап, йөнөн эш итәһең, иләйһең-буяйһың...» – ти егәрле ханым. Яҙмыш ҡушыуы буйынса сит тарафтарҙа ла йөрөп, донъя мәшәҡәте лә баҫып, был шөғөл онотолоп тора, хаҡлы ялға сыҡҡас инде, үҙенә станок йүнләп алып, Зәкирә Хәлиулла ҡыҙы уға ныҡлап тотона. «Быуаттарҙы быуаттарға бәйләп» бәйгеһендә ике тапҡыр гран-при яулаған халыҡ оҫтаһы тәжрибәһе менән теләп уртаҡлаша, ҡыҙыҡһыныусыларҙы өйрәтә, мәктәптәргә лә йөрөргә иренмәй – белемен киләһе быуынға тапшырыуҙы изге бурысы итеп һанай.