+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
21 Февраль , 10:12

Донъя йәме

Эстән дә, тыштан да балсыҡ менән һылап, ап-аҡ итеп аҡланған өйөбөҙҙә, әйтерһең, ваҡыт туҡтап ҡалған. Бөтәһе лә беҙ үҫкән саҡтағы һымаҡ – үҙгәртмәйбеҙ. Туғандарыбыҙ менән йәй көндәрендә бында йыйылғанда, гүйә, бәләкәй саҡтарға әйләнеп ҡайтабыҙ. Бөтә нәмә үҙ урынында. Атай менән әсәй генә юҡ. Боронғо ағас шкафта – уларҙың кейеме. Ҙур һике өҫтөндәге урҙала – күлдәй ҙур һуҡма шәлдәр, өмә итеп баҫылған кейеҙ, бер буйы һуғылып, әсәй тамамлап өлгөрмәгән балаҫ. Өрлөккә беҙ, ете бала, үҫкән, аҙаҡ инде үҙебеҙҙең бәпестәр тирбәлгән сәңгелдәк эленгән.

Донъя йәме
Донъя йәме

Йоҡлау, ашау, уйнау урыны булып хеҙмәт иткән киң һике өҫтөндә бәүелә ине ул сәңгелдәк. Ҡул һуҙымында ғына – балаҫ һуғыу ҡоролмаһы. Әсәйем Рәхилә Миңлебай ҡыҙы данлыҡлы балаҫсы ине. Кейәүгә сығыусы тирә-яҡтағы ҡыҙҙарға бирнәгә һуҡҡан балаҫтары, һанаһаң, йөҙҙән ашалыр. Ана шулай һике ситенә ултырып ала ла яратҡан эшенә тотона торғайны. Эргәһендә һарыҡ йөнөнән иләнеп, төҫлө төҫтәргә буялған йомғаҡтар тәгәрәп ята. Мин гел уның янында, шул йомғаҡтарҙан бәләкәй генә күбәләктәр эшләйем – балаҫ һуҡҡанда ике еп араһына индерергә уңайлы булһын өсөн, төҫлө йөндө кескенә күбәләккә оҡшатып уратабыҙ. Ниндәй төҫ бөтә, шул төҫтәгеһен йомарлап биреп торам. Әсәйемдең ҡулына күҙ эйәрмәй. Сәңгелдәктәге бәпес уянып шыңғырҙап алһа, уны имеҙеп һала. Туғаным менән һөйләшә-һөйләшә сәңгелдәк тирбәтәм. Әсәйем әкрен генә йыр һуҙа: «Рамай», «Шәүрә килен», «Һанай һары»...
Уның йөрәгенән сыҡҡан тәрән моң менән бергә бәүелеүсе бишектә алты ҡыҙ, бер малай үҫтек: Рима һәм Нәфисә апайҙарым, өсөнсө булып донъяға килгән мин – Әнисә, Гөлнур, Ғәлиә, Рәзилә, Рафаэль туғандарым. Барыбыҙ ҙа һуғыштан һуң тыуғанбыҙ.
Атайыбыҙ Шәрифулла Иҫәнғужа улы Иҫәнғужин, 1943 йылда ҡаты яраланып, фронттан күкрәк тулы орден-миҙал менән ҡайта. Байтаҡ ваҡыт колхоз рәйесе була. Беҙ иҫ белгәндә ул юл хужалығында эшләй ине, юлдар, күперҙәр һалыуға етәкселек итте. Таңдан сығып китте, ҡараңғы төшкәндә ҡайтып керҙе. Әсәйебеҙ ҙә, әлбиттә, гел сәңгелдәк бәүелтеп ултырманы, колхоз эшендә йөрөнө. Бишектәге бәпесте лә, башҡа туғандарыбыҙҙы ла беҙгә, олораҡтарға, ышанып ҡалдыра торғайнылар.
Әсәй иртән манный бутҡаһы бешереп, сынаяҡҡа марля киҫәге һалып китә. Бәләкәс асығып илай башлаһа, марляға бер-ике ҡалаҡ бутҡа һалып бәйләйбеҙ ҙә ауыҙына ҡаптырабыҙ. Ул кинәнеп һурып бөткәс, тағы ике-өс тапҡыр шулай эшләйбеҙ. Тамағы туйған туғаныбыҙ мышнап йоҡлап китә.
Үҙебеҙ ҙә әле бала ғына – сәңгелдәккә туғаныбыҙҙың аяҡ осона яртылаш ятып, алмаш-тилмәш бәүеләбеҙ. Өрлөккә эленгән ҡайыш өҙөлөп, сәңгелдәк менән бәпес бергә дөп итеп һикегә килеп төшкән саҡтарыбыҙ ҙа булды.
Йәйге матур көндәрҙә гел сабый ҡарап өйҙә ултырыу мөмкин түгел. Туғаныбыҙ ҙурая төшкәс, сәңгелдәктән алабыҙ ҙа уны күлдәк итәге артынан һикегә бәйләп ултыртып, үҙебеҙ тышта йүгерә-йүгерә уйнап керәбеҙ. Инеүебеҙгә ул йә ҡырын төшөп, йә иңкәйеп йоҡлап киткән була. Илаһа илағандыр ҙа инде. Беҙ, ауыл балалары, ана шулай үҫтек.
Алты йәштән үкһеҙ етем ҡалып, нужа һурпаһын күп эскән атайым «ғаиләм» тип ныҡ тырышты. Беҙҙе, ҡыҙҙарын, «минең матур сәскәләрем» тип ярата торғайны. Хатта ауылдаштар ҙа «Шәрифулла ағайҙың сәскәләре» тип шаярта ине беҙҙе. Эйе, дәүер еңел булмаһа ла, сәскәләй наҙланып ҡына буй еткерҙек. Күмәкләшеп һикелә теҙелешеп йоҡлаған ваҡыттарҙа ниндәй бәхетле булғанбыҙ! Йығылып төшмәһендәр типме, әллә сәңгелдәктәге баланы тирбәтеү яйлы булдымы икән – әсәй аяҡ особоҙҙа йоҡлай ине. Төндә тороп, өҫтөбөҙҙәге юрғандарҙы ҡымтып-ҡымтып ябып йөрөгәнен, сәстәребеҙҙән һыйпап, иркәләп алыуҙарын йоҡо аралаш һиҙеп ятабыҙ. Ошоларҙы иҫкә төшөрһәм, әле лә уның ҡулдарының йылыһын тойған кеүекмен. Нисек барыһына ла өлгәшкәндер? Беҙ иртән тороуға һыйыр һауылып, мал көтөүгә ҡыуылған, һөт айыртылған, ҡатыҡ ойотолған. Ҡоймаҡ ҡойолған, йомортҡа һәм бутҡа бешкән, самауыр ҡайнаған. Ярмаланып торған эремсеккә иртәнге йылы ҡаймаҡ һибелгән, кәсәлә – гәрәбәләй бал (үҙебеҙ умарта тота торғайныҡ).
Йөрәктәргә ата-әсәбеҙ һалған шул һөйөү беҙҙе көслө итте, тормош дауылдарына ҡаршы торғанда бирешмәнек. Уларҙың беҙҙе әлмисаҡтан килгән йыр-моңда тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәтлемен. Шуныһы йәл: әсәйем туғандарымды бәүелткәндә унан отҡан халыҡ йырҙарын сәхнәләрҙән башҡарыуымды ишетмәне, боронғо ҡашмауҙа, көмөш сулпыларҙа, затлы еләндә бар ғәм алдына хан ҡыҙылай матур итеп сығыуымды күрергә насип булманы уға. Ләкин 85 йәшендә донъя ҡуйған әсәйемдең дә, уның вафатынан һуң дүрт айҙан мәңгелеккә күскән атайымдың да рухтары беҙҙән бик ризалыр, тип уйлайым.
...Йәйҙәрҙе түҙемһеҙлек менән көтәм. Ҡасандыр бик ҙур һәм иркен тойолған, хәҙер инде сүгеп, бәләкәйләнеп ҡалған өйөбөҙ беҙҙе, инде һикһәненсе тиҫтәне ваҡлаусы сал сәсле балаларын, бик һағынғандыр. Аҫалы балаҫ йәйелгән һикегә ултырып, өрлөккә эленгән сәңгелдәккә ҡағылһам, донъям түп-түңәрәк, күк зәп-зәңгәр, ҡояш яп-яҡты булған мәлдәргә ҡайтам...

Әнисә ВАХИТОВА-ИҪӘНҒУЖИНА,
хеҙмәт ветераны.
Өфө ҡалаһы.

Донъя йәме
Донъя йәме
Автор:
Читайте нас: