+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
29 Ғинуар , 15:42

Файҙалы ла, зауыҡлы ла кәсеп

Башҡорт тирмәһен, өйөн мотлаҡ һарыҡ йә кәзә йөнөнән һуғылған балаҫ биҙәгән. Илаһи серҙәр һаҡлаған төҫтәр гөлләмәһендә ни хәтлем ҡул көсө, күңел йылыһы, күҙ нуры һалынған. Балаҫ һуғыу – халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән һөнәрҙәренең береһе ул. Милли кәсеп боронғолоғо, быуаттар буйы һаҡланып килгән биҙәктәре, аҫалары һәм ошоға бәйле йолалары менән ҡиммәтле.

Файҙалы ла,  зауыҡлы ла кәсеп
Файҙалы ла, зауыҡлы ла кәсеп

Биҙәкле балаҫты башҡорттар йәшәгән һәр төбәктә лә осратырға мөмкин, был шөғөл айырыуса Дим һәм Өршәк буйҙарында ултырған Бишбүләк, Миәкә, Әлшәй, Дәүләкән райондарында киң таралған. Иң оҫта балаҫсылар менән танышыу маҡсатында беҙ инде күркәм йолаға әүерелгән «Быуаттарҙы быуаттарға бәйләп» республика башҡорт балаҫы фестиваль-конкурсы үткән уңғандар еренә – Әлшәй районына юл тоттоҡ.
Республика фестиваль-бәйгеһен Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Әлшәй районы хакимиәте ойоштора. 2023 йылда сара Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында үткәрелә. Проект Башҡортостан Башлығы грантын ота, ә ике йыл элек халыҡ традицияларын һаҡлаған һәм үҫтергән өсөн «Рәсәй: этник уңайлылыҡ» көнүҙәк милли-мәҙәни проекттар конкурсы дипломын ала. Фестивалдең маҡсаты – башҡорт балаҫтарын, уларҙың тарихын өйрәнеү, башҡорт милли мираҫын тергеҙеү һәм һаҡлау, оҫталарҙың һөнәри кимәлен арттырыу, йәштәрҙе балаҫ һуғыуға йәлеп итеү.
2010 йылда традицион башҡорт балаҫы байрамында Әлшәй районы социаль-мәҙәни үҙәге йөҙ мең һумлыҡ грант ала. Артабан ул күргәҙмә-йәрминкә рәүешендә үтә. 2012 йылда сара республика конкурс-фестивале статусына эйә булһа, 2019 йылда «Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале сиктәрендә ойошторола. Яңы Сәпәш ауылында үткән байрамда һәр кем милләт-ара татыу­лыҡ һәм берҙәмлек символы булған «Дуҫлыҡ балаҫы»на еп өҫтәй ала.
Бәйге йөҙҙәрсә балаҫ күҙҙең яуын алған ҙур байрамға әүерелә. Оҫталарҙың эшен күрергә белгестәр, фән эшмәкәрҙәре, тамашасылар йыйыла. Балаҫ һуғыу ысулдарына өйрәтеү буйынса семинар-практикум үткәрелеүе айырыуса әһәмиәтле. Түңәрәк өҫтәл артында үҙ этник коды булған аҫалы балаҫты тергеҙеүгә, төҫтәрҙе, биҙәктәрҙе яраштырыуға ҡағылышлы һорауҙар буйынса әңгәмәләр ҡорола.
«Башҡорт балаҫы хаҡында булған мәғлүмәтте ныҡлап өйрәндек, районыбыҙҙағы күп оҫталар менән таныштыҡ. Дөйөм алғанда, эш технологияһы Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә ҡулланылғандан әллә ни айырылмай. Ә биҙәктәр, орнаменттар, файҙаланылған төҫтәр иһә – үҙенсәлекле, сағыу. Был кәсепте артабан да үҫтереү, киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатында Әлшәй районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, станоктар алып, «Дим биҙәктәре» балаҫ һуғыу мәктәбен ойошторҙо. Балаҫ музейы ла астыҡ. Төбәгебеҙҙә үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған балаҫсылар бик күп. Минзилә Муллағолова, Розалия Мөхәмәтшина, Лилиә Сәлимгәрәева, Зәкирә Воронцова, Зәлиә Сәмиғуллина, Зилә Татлыбаева, Зөлфиә Бикбулатова оҫталыҡ дәрестәре алып бара, белем биреү сараларында ҡатнаша. Һәр аҫаның, һәр балаҫтың айырым бер көсө бар, шуға ла оҫталарҙың йәштәргә әйтер һүҙе, ҡалдырыр мираҫы күп», – тип һөйләй Раевка ауылы социаль-мәҙәни үҙәгенең халыҡ ижады буйынса методисы Тәнзилә Ғәлимулла ҡыҙы Зарипова.
Эйе, төбәк оҫталары менән дан тота. Тәүге район фестивалендә ҡатнашҡан 97 йәшлек Нәсимә Мырҙагәрәй ҡыҙы Сиражетдинова, мәҫәлән, үҙ ғүмерендә 300-ҙән ашыу балаҫ һуҡҡан. Был оҫталығын ул ҡыҙҙары Зәкирә менән Зөлфиәгә тапшыра.
«Башҡорт балаҫы – тик тәбиғи материал ҡулланып эшләнгән сифатлы тауар ул. Һарыҡ йөнөн тәбиғи буяуҙар менән буяғандар. Төҫтәрҙең артыҡ сағыулығы, «ҡысҡырып тороуы» хас түгел. Ҡара ерлек – беҙҙе туйындырған ерҙе, күк – һауаны, һары – ҡояшты, йәшел – беҙҙе уратып алған үҫемлектәр донъяһын сағылдыра. Аҫаларҙа йәшәгән төбәктәге тау-урмандар ҙа, йылға-күлдәр ҙә, халыҡтың көнкүреше лә һынландырылған. Һәр оҫтаның – үҙ ҡулы, үҙ теле», – ти Әлшәй районы ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Рәйсә Мөфтиева.
Төҫтәр, тигәндән, элек буяуҙарҙы ла үҫемлектәрҙән алғандар. С.И.Руденко башҡорттар тураһындағы монографияһында буяу эшләү, йөндө буяу тураһында ентекләп яҙа. Ә инде XIX быуат аҙағында – XX быуат башында һатып алынған буяуҙарҙы ла ҡулланыуҙарын билдәләй. Буяу өсөн меңъяпраҡ, һуған, әрем, алабута, пәйғәмбәр тырнағы, сөйәл үләне, ынйы, ҡомалаҡ, һары мәтрүшкә, туҡранбаш, еҙтөймәнең төрлө өлөштәре, алма, имән, тал ҡайырҙары, башҡа үләндәр, ағастар ҡулланылған.
Аҫалы балаҫ – юғары зауыҡ, байлыҡ, уңғанлыҡ, мәҙәнилек күрһәткесе. Аҫа – бер нисә геометрик фигуранан торған уникаль биҙәк ул. Атамаларына ғына күҙ һалығыҙ: «Йондоҙ», «Баҙыян», «Айсыҡ», «Ете алма», «Батмус», «Еләк сәскәһе», «Самауыр тояғы», «Әҙрәс», «Көнбағыш сәскәһе», «Сулпы», «Ҡаҙ тәпәйе», «Бетеү»... Ул – ырыу билдәһе лә, серле хәбәр ҙә, программа, үҙенсәлекле хат та. Аҫаны үҙгәртмәйҙәр, бер балаҫтан икенсеһенә күсереп һаҡлап баралар. Биҙәктәр ниндәйҙер билдәле системаға ҡоролған. Төп элементтар – үҙәк рәсем менән уны уратып алған ҡайма. Биҙәк һәр саҡ симметриялы урынлаша, үҙәк һыҙыҡ – тормош нигеҙе.
Файҙалы ла, зауыҡлы ла был кәсеп бөгөн яңы һулыш ала. Донъябыҙҙы ҡотайтыуға, йолала­рыбыҙҙы һаҡлауға, халҡыбыҙға ҡот-бәрәкәт ҡайтарыуға сәбәп булыр был шөғөлдө тергеҙеүгә беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индереү ниәте менән киләһе бәйгебеҙҙе иғлан итәбеҙ.
«Башҡорт балаҫы» бәйгеһенә эштәрегеҙҙе сағылдырған фотоларҙы көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар! Конкурс йыл буйына дауам итә, декабрь айында йомғаҡ яһала.

Әлшәй районы.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: