-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
26 Ғинуар , 16:18

Ауылдаштарҙы берләштергән изге йорт

Йылайыр районының Сидоровка ауыл китапханаһы эргәһендә «Гәүһәркүл» этно-фольклор төркөмө 2018 йылда ойошторола. Халҡыбыҙҙың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, онотола барған кәсептәрен тергеҙеү, ауылдың, унда йәшәгән кешеләрҙең үткәнен барлау, ҡомартҡылар, боронғо көнкүреш әйберҙәрен йыйнап музей булдырыу маҡсатында эш башлап ебәрәләр.

Ауылдаштарҙы берләштергән изге йорт
Ауылдаштарҙы берләштергән изге йорт

Аныҡ маҡсаттар, ихлас дәрт менән төрлө йәштәге ун дүрт ҡатын-ҡыҙ барлыҡ яҡшы башланғыстарға дәррәү ҡушыла. Иң тәүҙә барыһы ла милли кейем, биҙәүестәр йүнләй. Ғәмәлдәребеҙ уң булһын, тип фатихалар алыу өсөн башта Баймаҡ районының Аҡморон ауылында урынлашҡан ҡарттар йортона күстәнәстәр, бүләктәр алып барып, концерт ҡуйып күңелдәрен күтәреп ҡайталар. Күрше ауылда урынлашҡан балалар приютын да онотмайҙар, ҡорбан иттәрен, Яңы йыл бүләктәре ебәрәләр, МХО-лағы егеттәребеҙгә лә беренселәрҙән булып эске кейем, ойоҡтар ебәреүҙе ойошторалар, ете төрлө үләндән эшләнгән сәй йыйылмаһы оҙатҡан улар, аҡсалата ярҙамдан да ситтә ҡалмайҙар. Турпыша (сепрәктән һуғылған балаҫ) һуғыу станогы алып, был эштең серҙәренә өйрәнәләр. «Дәртләнеп китеп, 2021 йылда «Байыҡ» телевизион конкурсына «Турпыша һуғыу» бейеүе менән барып, фольклор ансамблдәре араһында икенсе урын алыуға өлгәштек, унан алда Өфөлә шәл байрамында видеороликтар бәйгеһендә беренсе урын яулап, «Алтын тирмә» тапшырыуында ҡатнашҡайныҡ. Туй йолаларын үткәреүҙе, егеттәребеҙҙе әрме сафтарына оҙатыуҙы ойоштороуҙа ярҙам итәбеҙ. Ҡорама ҡорау, буй, арҡыры юрған, яҫтыҡтар эшләү, кейеҙ баҫыу кәсептәренә лә өйрәндек. Беҙҙең ауыл хакимиәте тарафынан бирелгән өйөбөҙ бар, уны «Ҡунаҡ йорто» тип атайбыҙ. Ауылдан ситтә йәшәп, ҡайтыр өйө булмағандар ауылдаштары өсөн аят, нәҙер, аҡиҡа ҡорбандарын ошонда ашата ала. Ҡорбан байрамы үткәрәбеҙ, Ураҙа айында, ауылыбыҙ бишкә бүленеп, шул өйҙә ауыҙ астырабыҙ. Бына ошо ул беҙҙең изге ниәттәрҙә барлыҡҡа килеп, матур башланғыстарға нигеҙ булған «Башҡорт өйө», – ти «Гәүһәркүл» төркөмө етәксеһе Люциә Таһирова.

Автор:
Читайте нас: