+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
24 Ғинуар , 15:11

«Башҡортостан ҡыҙы»ның илле бишле артылышы

Республикабыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн нәшер ителгән берҙән-бер баҫма – «Башҡортостан ҡыҙы» журналы 55 йыллығына арналған кисәгә тоғро дуҫтарын, мәшһүр ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ветерандарын, бәйгеләр еңеүселәрен Өфөгә, «Матуғат йорто»на, йыйҙы. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы ул көндө, тәмле сәй табыны артында байрам күрке булған иң-иңдәр тәбрикләнде, мәртәбәле сара фекер алышыуҙар, йыр-моң менән үрелде.

«Башҡортостан ҡыҙы»ның  илле бишле артылышы
«Башҡортостан ҡыҙы»ның илле бишле артылышы

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙ матбуғаты 1921 йылдарҙа инеш ала, ә айырым журнал булараҡ «Башҡортостан ҡыҙы» исеме менән 1968 йылда нәшер ителә башлай. Журналға рух, йәшәү көсө өргән тәүге баш мөхәррире, талантлы әҙибә Кәтибә Кинйәбулатова, яуаплы секретары, күренекле шағир Рәми Ғарипов һәм үткер ҡәләмле редакция хеҙмәткәрҙәре баҫманың эстәлеген уҡымлы итеү, уны таратыу өсөн күп көс һала. Ҡатын-ҡыҙ, ғаилә мәнфәғәттәрен яҡлауҙы маҡсат итеп алған «Башҡортостан ҡыҙы» тәүге һандарынан уҡ халыҡ һөйөүен яулай һәм ярты быуаттан ашыу ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Шул арала йөҙҙәрсә мең гүзәл затҡа, ғаиләгә ышаныслы әхирәт тә, изге кәңәшсе лә, серҙәш тә була ул. Дәүер ағымында мәртәбәле баҫманы Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған лайыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар: Кәтибә Кинйәбулатова, Гөлфиә Иҙелбаева-Юнысова, Йомабикә Ильясовалар етәкләй.
«Башҡортостан ҡыҙы»ның әлеге баш мөхәррире – баҫма менән бына инде ун йылдан ашыу намыҫлы етәкселек иткән шағирә Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева ла, журнал биттәрендә йәнде әсеткән мәсьәләләрҙе күтәреп, халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн йөрәк көсөн йәлләмәй. Милләт, ҡатын-ҡыҙ, киләсәк быуындың яҙмышы өсөн яна ҡыйыу фекерле, үткер ҡәләмле талантлы әҙибә һәм журналист. Үҙе артынан әйҙәгән фиҙакәр йәнле редакция хеҙмәткәрҙәре – Рәсүл Байгилдин, Альбина Ғөбәйҙуллина, Альмира Кирәева, Гөлшат Ҡунафина, Айзилә Мортаева, Гөлнар Төхбәтова, Рауил Шәйхелисламов һәм фотохәбәрсе Булат Маликов – шулай уҡ ҡанатланып ижад итә. Заман һулышын яҡшы тойған оҫта етәксе һәм редакция хеҙмәткәрҙәре тырышлығы, алдынғы ҡарашлы белгестәр, авторҙар һәм уҡыусыларыбыҙҙың әүҙемлеге менән әле бына «Башҡортостан ҡыҙы»ның 660-сы һаны донъя күрҙе. Бөгөн журнал тиҫтә йылдар дауамында тупланған бай тәжрибәһе, яуланған үҙ үрҙәре, нығынған традициялары, уҡыусылары менән быуындан быуынға күсә барған ихлас һәм ышаныслы аралашыу стиле, йөрәктәрҙе арбар шиғыр-әҫәрҙәре, тормошсан мәҡәлә-очерктары менән күңелдәрҙе әсир итер ҡөҙрәткә эйә легендар баҫма булып танылған. Рәсәй кимәлендәге еңеүҙәре генә лә ошоға асыҡ дәлил – 2022 йылда «Башҡортостан ҡыҙы» «Рәсәй матбуғаты алтын фонды»ның I дәрәжә тамғаһына лайыҡ булды, ә баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева Мәскәүҙә үткән юғары форумда «Матбуғаттың алтын фонды» бәйгеһенең «Йылдың баш мөхәррире» махсус дипломы менән бүләкләнде. Гүзәл заттың рухи асылын үҫтереүҙе, ғаилә ҡиммәттәрен яҡлауҙы, йәмғиәттәге әһәмиәтен күтәреүҙе, киләсәк быуынға йолаларҙы, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарын өйрәтеүҙе, дөрөҫ тәрбиә биреүҙе үҙенең төп эш йүнәлеше итеп алған журнал маҡсатына тоғро ҡала. «Башҡортостан ҡыҙы» уҡыусыларының борсолоуҙары, хәстәрҙәре һәм һөйөнөстәре менән йәшәй һәм йәшәйсәк. Уның биттәренән һәр кем үҙе өсөн аҡыл, фәһем, кәңәш таба ала. Егермеләгән рубрика төрлө мөһим темаларға мөрәжәғәт итә, көнүҙәк һорауҙарға яуап эҙләй. Үрнәк булырҙай арҙаҡлы гүзәл заттарыбыҙ, өлгөлө ғаилә башлыҡтары – дан ир-егеттәребеҙ хаҡында рәхәтләнеп уҡып, иғлан ителгән бәйгеләрҙә көс һынашыу, бүләк отоу мөмкинлеге лә бирә ижади ҡомарлыларға рухлы журнал. Быларҙың барыһы ла уҡыусыларыбыҙ йөрәгенә дәрт ҡуҙы һалыу, күңелдәрен үҫтереү, ҡатын-ҡыҙ матбуғатына ылыҡтырыу өсөн дә эшләнелә. «Башҡортостан ҡыҙы»ның 55 йыллыҡ юбилей тантанаһы ла ошоға тиклем башҡарылған эштәргә һығымталар, йомғаҡ яһау, әүҙем уҡыусылары менән осрашып һөйләшеү, фекер алышыу, йыллыҡ лауреаттарҙы билдәләү, иғлан ителгән матур бәйгеләрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү өсөн барыбыҙ ҙа тулҡынланып көтөп алынған мөһим ваҡиға булды.
Байрамды асып, журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева баҫмабыҙҙы төрлө йылдарҙа етәкләгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева менән күренекле әҙибә Йомабикә Ильясоваларға һүҙ бирҙе һәм, уларға рәхмәт белдереп, «Башҡортостан ҡыҙы» яҙыулы сәйнүктәр тапшырҙы.
Журналдың тоғро әхирәттәре – Миәкә районынан килгән «Аҡтирәк» фольклор ансамбле һылыуҙарының дәртле сығышы байрамға бәҫ, йылылыҡ өҫтәне.
«Башҡортостан ҡыҙы»ның ҡайнар йөрәктәрҙә сәм ҡуҙғытып ебәргән, йылы хәтирәләр уятҡан мауыҡтырғыс һәм фәһемле бәйгеләрендә йыл да йөҙҙән ашыу кеше ҡатнаша. Был юлы ла йыл дауамында барған «Башҡорт өйө», «Әсә йөрәге», Моңло сәңгелдәк» һәм Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаеваның юбилейы айҡанлы ойошторолған «Умырзая» бәйгеләре еңеүселәре үҙ сығыштарын тулҡынланып көттө.
Тәбрикләү тантанаһы «Моңло сәңгелдәк» бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙы ҡотлауҙан башланды.
XIX быуатта йәшәгән Әйүп ҡартатаһы яһаған сәңгелдәктең бәхетле тәҡдирен тасуирлаусы Әлшәй ағинәйҙәре етәксеһе Рәйсә Мөфтиева «Ҡомартҡы бишек» яҙмаһы өсөн беренсе урынға лайыҡ булды. Конкурста ҡатнашҡан тағы ике яҡташы – Зөбәржәт Ғәбделмәнова һәм Әлфинә Мөхәмәҙиева менән бергә улар, әлшәйҙәр исеменән гөрләтеп сығыш яһап, журналыбыҙҙың 55 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ҡайнар ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, тәмле күстәнәстәр тапшырҙы. Ғаиләһенең тетрәндергес тә, һоҡланғыс та ғүмер юлын сағылдырған «Сәңгелдәгем – йыһан карабым...» яҙмаһы менән Зөбәржәт Ғәбделмәнова һәм күренекле әҙип Динис Бүләковтың ҡотло сәңгелдәге хаҡында «Динис бишеге» тигән тарихи-тикшеренеү эшен тәҡдим иткән Мәләүез ҡалаһынан Хәлиҙә Шәйәхмәтова лайыҡлы рәүештә икенсе урынды бүлеште. Өсөнсө урынға өс бәйгесе сыҡты: Шишмә ҡасабаһынан Лилиә Сәлихованың – «Көйлө бишек», Белорет районынан Зәкинә Ғәлимованың – «Бишек элдем аҡ ҡайынға», Раевка ауылынан Әлфинә Мөхәмәҙиева-Кәримованың «Аҡ селтәрле бишек» мәҡәләләрендәге йөрәк түренән сыҡҡан, яҡты һағыш менән һуғарылған хәтирәләр бик күптәрҙең күңеленә хуш килде.
Журналдың тоғро йәнә дүрт дуҫының ижад емештәре диплом менән билдәләнде. Бүздәк ағинәйе Мөнирә Аҫылгәрәеваның – «Атайымдың төҫө, йортобоҙҙоң күрке», Нуримандан Ғәлиә Сабированың – «Бишек йыры аша бәхет юрайым», Өфө районынан Гөлсирә Иҙрисованың «Бәүелһен сәңгелдәк өйҙәрҙең түрендә» яҙмалары ғәзиз кешеләренең генә түгел, дәүерҙәштәренең дә иң тәрән уй-кисерештәрен, мең хәстәрен еткереүе менән ҡәҙерле булды. Баймаҡтан Рәмзиә Бәхтиеваның бишек йыры видеояҙмаһы иһә халыҡсан, ҡабатланмаҫ моңо менән әсир итте. Иң-иңдәр диплом, затлы бүләктәр алып һөйөндө.
Байрам йыр-моң менән тулды: кисәне алып барыусы һәм йырҙары менән биҙәүсе йәш популяр башҡарыусы Роза Хөснуллинаның сығыштары ла йөрәктәрҙе әсир итте.
Журналыбыҙҙа йәшәйешебеҙҙе доғалы, даланлы итеүгә күп көс-ҡеүәт, тырышлыҡ һалған ҡәҙерлеләребеҙ – әсәләргә арналған «Әсә йөрәге» бәйгеһе үткәрелеүе лә изге йолаға әүерелде. Байрамыбыҙға туғыҙ ҡатнашыусының һигеҙе килеп, тантанабыҙға яҡты биҙәк өҫтәне. Көндөң сатлама һыуығына ҡарамай, алыҫ араларҙы яҡын итеп Баймаҡтан килеп еткән Гөлзифа Исрафилова, Фәриҙә Исмәғилева һәм Көнһылыу Сөләймәноваларҙың, Әбйәлилдән – Айһылыу Хәсәнова менән Сулпан Әҡсәнованың, Учалынан – Миңзәлә Монасипованың һәм Өфө һылыуҙары Гөлдәр Ишйәрова менән Гөлсинә Йомағужинаның да сығыштары күҙҙәрҙә йәш төйөлдөрҙө. Байрамды музыкаль йәһәттән биҙәүсе Данис Аллағыуатовтың Гөлназ Ҡотоева һүҙҙәренә Ильяс Кинйәғолов яҙған «Әсәйемә – раузалар» йыры ла әсәләргә бүләк булып яңғыраны.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы уның шиғырҙарын һөйләү һәм һүҙҙәренә яҙылған йырҙарын башҡарыу буйынса «Умырзая» интернет бәйгеһе март айында иғлан ителгәйне. Конкурс ҡыҙыу барҙы, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының ижадын үҙ итеүселәрҙең күплеге һәм әүҙемлеге һөйөндөрҙө. Мул ҡуллы, киң күңелле шағирәбеҙ «Умырзая» бәйгеһенең бағыусыһы булды һәм байрамыбыҙҙа ҡатнашҡан еңеүселәргә бүләктәрҙе үҙ ҡулы менән тапшырҙы.
Балалар араһында 1-се урын яулаған Айлина Йәғәфәрова (Өфө ҡалаһы); 2-селекте алған Нурия Дауытова (Әбйәлил районы); 3-сө урынға лайыҡ Риана Горобец (Салауат ҡалаһы) аҡсалата премияға эйә булды. Ә дәртләндереү призы – балалар өсөн автографлы китаптар – Йәсминә Үтәбаеваға (Баймаҡ ра­йоны), Яҙгөл Хәлиловаға (Архангел районы), Рамаҙан Мусинға (Ишембай районы) яҙҙы. Шулай уҡ Сибай ҡалаһының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә бәйгелә күмәк балаларҙы ҡатнаштырғандары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Коллективҡа китаптар, тәмле күстәнәстәр вәғәҙә ителгән.
Ололар араһындағы ярышта 1-се урынды – Гөлнәзирә Ғәлимуллина (Әлшәй районы); 2-селекте – Рәйлә Күсмәева (Салауат ҡалаһы); 3-сө урынды Эльнара Шәймәрҙанова (Ҡырмыҫҡалы районы) яуланы. Гөлсинә Шәрипова, Ғәлимә Ишеғолова, Сәлимә Ҡаранаева, Ҡәмәриә Йәғәфәровалар дәртләндереү призын алды. Бәйгегә ебәрелгән 7 йыр еңеүсе тип билдәләнде һәм уларҙы башҡарыусылар: Илшат Сибәғәтуллин (Илеш районы) – электр үтеге һәм «Һайланма әҫәрҙәр»; «Әхирәттәр» халыҡ башҡорт фольклор ансамбле (Әлшәй районы) – «Һайланма әҫәрҙәр» һәм ебәк шарфтар; Гүзәлиә Кашапова (Яңауыл ҡалаһы) – «Һайланма әҫәрҙәр» һәм ебәк шарф; Клара Зәйтүнова (Әбйәлил ра­йоны)– «Һайланма әҫәрҙәр» һәм ебәк шарф; Филүзә Солтанова – «Һайланма әҫәрҙәр» һәм ебәк шарф; Фәниә Ғәйнуллина – «Һайланма әҫәрҙәр» һәм ебәк шарф; Н. А. Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 3-сө «А» класы уҡыусылары «Һайланма әҫәрҙәр» (I-се, II-се томдар) һәм «Тәнәфес» исемле йыр йыйынтығы менән бүләкләнде.
Яратҡан журналын ҡотларға килгән артистар – Илназ Үҙәнбаев башҡарыуында «Һалдат йыры» һәм Альбина Муллағолованың «Өмөт сыңы» йырҙары байрамға рух, бәҫ өҫтәне.
Башҡорт тирмәһендә, өйөндә һәр әйбер изге мәғәнәгә эйә булған, биләмәне ҡурсаулы, ҡотло иткән. Боронғо йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе тергеҙеү маҡсатында ойошторолған «Башҡорт өйө» бәйгеһендә ҡатнашҡан егәрле хужабикәләрҙең иң уңышлы эштәре журнал биттәрен биҙәп барҙы. Шишмә, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ, Ғафури, Белорет, Йылайыр, Бөрйән райондарынан, Учалы, Белорет, Сибай ҡалаларынан ҡатнашыусыларыбыҙ айырыуса әүҙем булды.
1-се урынға Шишмә районы Әлкә шифаханаһы ауылында йәшәгән Рәхилә Ғилемйәнова лайыҡ булды. Ул өйөндә бер бүлмәһен тотошлайы музейға әйләндергән. Бында ата-әсәһенән, олатай-өләсәләренән, туғандарынан ҡалған ҡомартҡылар урын алған. 2-се урын – Белорет районы Үткәл ауылынан Бибисара Йәнгәрәевала. Ихатаһындағы йәйге өйҙө, шулай уҡ ҡомартҡылар менән биҙәп, башҡорт өйө булдырған. «Бер кем дә мәңгелек түгел. Балаларыма минән иҫтәлек ҡалһын», – ти ул.
3-сө урынды Ҡырмыҫҡалы ра­йоны Сихонкин ауылынан Йәзилә Хөсәйенова менән Йылайыр районы Сидоровка ауылынан «Гәүһәркүл» этно-фольклор төркөмө алды. Йәзилә, иркен йорт һалып ингәс, һандыҡта һаҡланған ҡомартҡыларын сығарып, башҡорт мөйөшө булдыра. «Гәүһәркүл»дәрҙең «Ҡунаҡ йорто» ла үҙенсәлекле: ауылдан ситтә йәшәп, ҡайтыр өйө булмағандар ошонда аят уҡыта, ауылдаштарын ҡорбан ашы менән һыйлай.
«Заманса башҡорт өйө» номинацияһы буйынса бер генә эш килде. Учалы ҡалаһынан Әнисә Хажиева, халыҡ ижадын тәрән өйрәнеп, заманса интерьерға, модаға ярашлы итеп үҙенә генә хас автор әйберҙәрен эшләй. Был бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла халҡыбыҙҙың тарихына, ғөрөф-ғәҙәтенә, матди һәм рухи байлығына һаҡсыл ҡарашы, изге мөнәсәбәте өсөн ҙур рәхмәт. Бөгөнгө ғәмәлдәрегеҙ йәш быуынды тәрбиәләүҙә бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Башҡорт йолаларына, бай мәҙәниәтенә булған һөйөүегеҙ артабан да яңы үрҙәргә әйҙәһен!
Бәйгеселәрҙе бүләкләгәндән һуң, журналыбыҙҙың 2023 йылғы лауреаттары ҡотланды.
Уларҙы ихлас тәбрикләп, Илшат Сибәғәтуллин башҡарған моңло йырҙар күңелдәргә май булып яғылды.
Журнал тышлығын биҙәгән һылыуҙар араһында интернет киңлектәрендә ойошторолған «Уҡыусы һөйөүе – 2023» бәйгеһендә, иң күп тауыш йыйып, Шәүрә Ғәппәсова еңеүсе тип табылды. Уға диплом һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Ҡунаҡтарҙың, еңеүселәрҙең журналға ҡарата әйткән йылы һүҙҙәре, кәңәштәре, бүләктәре, теләктәре баҫмабыҙҙың республикабыҙ ҡатын-ҡыҙҙары рухиәтендә лайыҡлы урын биләүен тағы бер раҫланы. Байрамдан – дәрт, яҡты нур, йәнле аралашыуҙан рухи аҙыҡ, күңелдәренә дауа алып таралышты күркәм сараға килеүселәр. Хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙының ҡөҙрәтле көсө – аҡыл, мөхәббәт һәм хәстәрлек ул. Тыныс аҡыл менән ғүмер итәйек. Бер-беребеҙҙе ҡәҙерләй беләйек, дуҫтар! Журнал артабан да уҡыусыларыбыҙ һорауҙарына яуап эҙләп, иң шәп белгестәрҙе йәлеп итеүен, йәмәғәтселекте уйландырған мауыҡтырғыс мәҡәләләре, әҙиптәрҙең өр-яңы әҫәрҙәре һәм күңел талпындырғыс яҙмалары менән һөйөндөрөүен дауам итер, яңынан-яңы бәйгеләрҙә ҡатнашырға, фекер алышырға саҡырыр, ә һеҙ был бәхеттән бер үк ситтә ҡалмағыҙ!


Альбина Ғөбәйҙуллина, Альмира Кирәева,
Гөлшат Ҡунафина,
Айзилә Мортаева әҙерләне.

Булат Маликов фотолары.

«Башҡортостан ҡыҙы»ның  илле бишле артылышы
«Башҡортостан ҡыҙы»ның  илле бишле артылышы
«Башҡортостан ҡыҙы»ның  илле бишле артылышы
«Башҡортостан ҡыҙы»ның  илле бишле артылышы
«Башҡортостан ҡыҙы»ның  илле бишле артылышы
«Башҡортостан ҡыҙы»ның  илле бишле артылышы
«Башҡортостан ҡыҙы»ның  илле бишле артылышы
«Башҡортостан ҡыҙы»ның  илле бишле артылышы
«Башҡортостан ҡыҙы»ның  илле бишле артылышы
«Башҡортостан ҡыҙы»ның  илле бишле артылышы
«Башҡортостан ҡыҙы»ның илле бишле артылышы
Автор:
Читайте нас: