-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
23 Ғинуар , 11:14

Иң ҡөҙрәтле көй

Сабый донъяға килгәндә бөтә ғаләм аҡ нурға күмелә, күңелдәр шатлыҡҡа сорнала. Ошо шатлыҡ өйөбөҙҙә ете тапҡыр ҡабатланып, етебеҙ ҙә бер үк сәңгелдәктә бәүелдек. Ғаиләлә иң оло бала булғанғалыр, йәнә бәпес алып ҡайтасаҡтарын алдан самалай торғайным. Сөнки серле генә йылмайған атайым һәр сабый тыуыр алдынан бишекте өр-яңынан көйләй. Уға ҡарап, беҙ ҙә туғаныбыҙҙы һөйөнөп ҡаршы алырға йыйынабыҙ. Ә түребеҙҙә сәңгелдәк бәүелә башлауы иң илаһи мәл булараҡ хәтерҙә ҡалған.

Иң ҡөҙрәтле көй
Иң ҡөҙрәтле көй

Теремекләнеп балҡып киткән өләсәй бишек янында ултырып:
– Эй, Тәңрем, мең рәхмәт, мең шөкөр – нәҫел ебемде тағы ла һуҙҙың. Татлы бәпәй еҫенә донъябыҙҙы төрҙөң! – тип ҡабатлай.
Бишектә, ана, тылсымлы бетеү ҙә урын алған. Хатта Бөйөк көс үҙе лә фәрештәләре менән сабый һағына баҫҡан кеүек тойола. Өләсәйҙең изге теләктәрҙән торған мөнәжәттәре лә ишетелеп ҡала. Бәпестәрен һағынып өлгөргән әсәй менән атай ҙа, бөтмәҫ мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, сәңгелдәк тирәһенә йышлай. Бөтә өй эсе серле сәңгелдәк моңона көйләнгән. Гүйә, әле генә тыуған гонаһһыҙ йән эйәһен бөтә ғаләм сәләмләй-сәләмләй шул моңда бәүелтә. Ошо тулҡында йөрөгән беҙ, балалар ҙа, гел бишек янында. Яңы туғаныбыҙҙы йәнә һәм йәнә күргебеҙ килә. Буйы еткәндәр бәләкәсте күтәрергә тырыша, йүргәк эсендәге мөғжизәгә һоҡланабыҙ.
– Собханаллаһ, собханаллаһ, балаҡайҙың ғүмерҙәре хәйерле, бәхеттәре ғүмерле булһын, Иншәә Аллаһ, – тип тиҫбеһен тарта өләсәй.
Өләсәй менән биш йәшлек ҡустыбыҙ араһындағы һөйләшеү хәтерҙән юйылмай:
– Өләсәй, бәпесте ҡайҙан алдығыҙ?
– Бәлнистән, бәлнистән, балам. Хатта һиңә оҡшағанын ғына һайлап алып ҡайттыҡ та ҡуйҙыҡ.
– Оҡшағанын һайламаған­һығыҙ шул. Күрмәгән тиһеңме әллә? Үҙе килеп тороп ҡып-ҡыҙыл, һөйләшә лә белмәй, йүгереп төшөп минең менән уйнаһа, исмаһам. Мин бит кисә ағай булғанмын, – ти ҡустым, үпкәләп.
Бишек күтәреп бесән әҙерләп йөрөүҙәр бала сағымдың матур миҙгелдәре булып күңелемә яҙылған. Бына мин имән ботағына эленгән бәүелсәктәге туғаным һағында торам. Ағастың сәтләүектәрен бишеккә элеп, уны әүрәтәм. Һаҡта торғас, үҙемде өлкәнерәк тойоп, әсәйемә оҡшатып бишек йырын көйләгән булам. Сөнки миңә уяу булырға ҡушылған, йоҡлап китһәм, ауыҙыма йылан керәсәге иҫкәртелгән. Туғаным иламһырай башлаһа, наҙлы һүҙҙәр табып, бөтә күңелемде һалып, тынысландырырға тырышам. Кескәй йөрәгем уға ҡарата һөйөү менән тулы – үҙе лә шуны тоямы икән, мыжыуҙан туҡтай.
Кисенә ныҡ ҡына арыһам да, атайымдың:
– Ҡыҙымдың шәплеге! Иркәһен нисек хәстәрләгән! Хатта үҫеп киткән бит туғаны, – тип хуплап ебәреүе күңелемә май булып яғыла.
– Мин уны тағы ла нығыраҡ ҡарап, тағы ла ҙурыраҡ үҫтерә алам, – тип ҡуҡырайғанымды оҙаҡ йылдар шаяртып иҫкә алыр булдылар.
Сәңгелдәк ҡайҙа ғына бәүелһә лә, уның тылсымлы моңо бишек йырҙарынан, һамаҡлап әйтелгән изге теләктәрҙән, аҡыллы һүҙле мөнәжәттәрҙән көслөрәк була барыуына иманыбыҙ камил. Ғүмер буйы оҙата йөрөгән тылсым ул.
Бар донъяға яр һалып илай-илай тыуған бәпестең тәүге төйәге бит ул – сәңгелдәк. Уның моңона боронғолоҡ ауазы ла, ата-бабаларҙың ифрат көслө һаҡлау йолалары ла, изге иман нуры ла һалынған. Шуға күрә бишек көйөнә сорналып үҫкән сабый һәр ваҡыт яҡлаулы.
Бала саҡ хәтирәләре лә иң тәүҙә түрҙә тирбәлгән сәңгелдәккә барып тоташа. Төрлө яҙмыштарҙан үрелгән йәшәйешебеҙ бер үк бишектән юл алғанға, был моң – күңел түрҙәребеҙҙә, уның ҡурсыуын әлегәсә тоябыҙ. Быға туғандарымдың йырға һәләтле, нескә күңелле, бай тәбиғәтле булыуҙары асыҡ дәлил. Мәңгелек йыһандың аһәңе ҡушылған ғәзиз моң балаларыбыҙҙа ла дауамын тапты һәм тағы ла ҡеүәтлерәккә әйләнде.
...Моңдарҙың төрлөһө була. Әммә быуаттарҙан быуаттарға артылғаны, иң серлеһе, иң ҡөҙрәтлеһе ул – сәңгелдәк көйө!

Сажиҙә ФӘЙЗРАХМАНОВА.
Мәсетле районы,
Әбдрәхим ауылы.

Редакциянан: Бөгөнгөнөң, үткәндәрҙең ҡайнар һулышын еткергән «Моңло сәңгелдәк» бәйгеһе уҡыусыларыбыҙға бик оҡшаны. 2023 йылда килгән яҙмаларға йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе билдәләнек. 2024 йылғы бәйгебеҙҙә лә ниәтләгәндәр эштәрен ебәрер, тип ышанабыҙ.

Иң ҡөҙрәтле көй
Иң ҡөҙрәтле көй
Иң ҡөҙрәтле көй
Автор:
Читайте нас: