Атайым Әмир Фәттәх улы менән әсәйем Мәүлетбикә Зәйнетдин ҡыҙы ауылыбыҙҙың башланғыс мәктәбе уҡытыусылары ине. Мөғәллимдәрҙең абруйы ифрат ҙур заман – өйөбөҙҙән кеше өҙөлмәне. Берәүҙәр – кәңәш, икенселәр документ юллашыуҙы һорай, өсөнсөләр, күңелен бушатып, йылы һүҙ ишетергә инә. Фронтовик атайым йома – мунса көнө етһә, өлкән ветерандарҙың сәсен алырға ауыл буйлап сығып китә. Сауап эшләгәненә сабыйҙай шатланып ҡайтып инә.
Эш хаҡы алған көндәрҙә атайға әсәй шым ғына: «Әйҙә, был айҙа анау ғаиләгә өлөш сығарайыҡ, бигерәк мохтажлыҡ кисерәләр бит», – ти. «Әйҙә, ризамын!» – тип яуаплай атай. Уларға ҡарап: «Ҙурайғас, мин дә кешеләргә ярҙам итәсәкмен!» – тип уйлайым. Ана шулай ғәжәйеп миһырбанлыҡ менән һуғарылған мөхиттә тәрбиәләндек беҙ.
Әлбиттә, ғаиләлә баш бала булараҡ, мин дә бишек бәүелтеп, һеңлем Флүрә менән ҡустым Венерҙы ҡараштым. Венер ҡустым: «Апай, сәңгелдәктә ятҡан сағымды, мине тирбәткәнеңде хәтерләйем», – тип йыш ҡабатлай һаман да. «Бәпес кенә килеш уны нисек хәтерҙә ҡалдырғанһың?» – тип көлһәк, ысынлап үпкәләй. Бәлки, сабый йәне оло кеше үлсәмдәренән күпкә нескәрәктер, киңерәктер?
Бәләкәй ваҡыттағы йәнә бер күренеште иҫкә төшөрөргә яратам. Әсәйем алғы яҡта туҡмас йәйә. Атайым ишекте киң асып килеп инеүе булды, әсәйем туҡмас таяғын һалды ла, онло ҡулын алъяпҡысына һөртә-һөртә, ҡояштай йылмайып, уға талпынды. Атайҙың шат ҡарашынан өйөбөҙгә, әйтерһең, йөҙҙәрсә йондоҙҙар һибелде! Ул ҡайтҡан саҡта, әсәйемдең һәр ваҡыт, бөтә эшен ташлап, осоп тигәндәй ҡаршылауҙары күҙ алдынан китмәй. Бер-береһенең ҡулына һиҙелер-һиҙелмәҫ ҡағылып алыуҙары, йәнде иретерҙәй яғымлы өндәшеүҙәре, йөпләп кенә һөйләшеүҙәре, ярты көн күрешмәй торһалар ҙа һағынышыуҙары донъяны илаһи иткән хис – һүҙһеҙ яратыу икәнен үҙем ғашиҡ булғас аңлаясаҡмын. Ә ул көндә өйөбөҙҙө балҡытҡан йондоҙҙар мине баштан аяҡ яҡтылыҡ менән сорнаны ла йөрәгемә бәхет нуры булып инде.
Тап шул серле нур һабаҡташым, буласаҡ тормош юлдашым Рәфҡәткә мине матур итеп күрһәткәндер, ғүмер буйы, әлегәсә, дәртле баҫып йәшәрлек ҡөҙрәт биргәндер, тием. Ә әсәйем тирбәткән сәңгелдәктең ябай түгел, тылсымлы ярҙамсы икәнен үҙем әсәй булғас төшөндөм.
Өйләнешкәс, бер нисә йыл беҙ ауылда ҡәйнәм һәм ҡайным менән бергә бик татыу ғүмер иттек. Тәүге сабыйыбыҙ Шәфҡәттең донъяға килеүен иптәшем һәм мин генә түгел, атай-әсәйҙәр ҙә бик көтөп алды. Һигеҙ ай – әсәйем яҡлап ҡатын-ҡыҙҙар кейәүгә сыҡҡас теүәл шунса ваҡыттан һуң ғына ауырға ҡала. Ни менән бәйлелер был, белмәйем. Өләсәйҙең әсәһе, өләсәйем, әсәйем, ике-өс туған апай-һеңлеләрем – быуаттан быуатҡа күсеп килгән ошо хикмәтле ҡанун уларҙы урап үтмәй. Алға китеп әйтәйем инде: ҡыҙыма ла ҡағылды ул ҡанун.
...Шәфҡәтте алып ҡайтыуыбыҙға өр-яңы семәрле сәңгелдәк әҙерләп ҡуйғайнылар. Бишек йырын йырлап, уны бәүелткән саҡтарымды бигерәк һағынып иҫләйем бөгөн. Балама булған бөтә һөйөүемде биреп, донъямды онотоп көйләй торғайным. Башҡорт ни күрә, шуны йырға һала бит. Нажиә Аллаярова башҡарған «Сәңгелдәк» йыры көйөнә ябай ғына һүҙҙәремде ҡушып, моң һуҙам:
Хәҙер килә атаһы,
Хәҙер килә ҡарттаһы,
Өләсәһе лә ашыға,
Әлли-бәлли тиеп,
Шәфҡәтте бәүелтергә.
Бер мәл уны тирбәтеп ултырғанда оло йәштәрҙәге күрше апай килеп керҙе лә: «Әлли-бәлли» тип түгел, «Алла-Алла» тип көйләһәң, бәпесең тиҙерәк йоҡлап китер», – тип кәңәш итте. Ни мөғжизә, ысынлап та шулай булып сыҡты!
Сәңгелдәк, әсәнең аҙ булһа ла ҡулын бушатып, уға тиҙ арала әллә күпме эш башҡарып алырға булышлыҡ итә. Ҡайным совхозда баш бухгалтер булып эшләй ине. Һандарҙа ла, өйөндә лә тәртип булыуын яратты. Төшкөлөккә көн дә минуты-секунды менән бер мәлдә ҡайта. Шул ваҡытҡа өй ялт итеп тора, өҫтәлдә самауыр гөжләй, аш һоҫолған, ҡоймаҡ ҡойолған – ҡәйнәм менән йәһәт-йәһәт әҙерләп ҡуйғанбыҙ. Ә Шәфҡәт бишек бәүелгәнгә геүелдәп-гөрөлдәп, тулап, үҙенсә уйнап ята, беҙгә тормош көтөргә мөмкинлек бирә. Ҙур ғына булып тыуғайны, тиҙ үҫте һәм теле лә иртә асылды улыҡайымдың. Унда һыймай тыпырсына башлағас, карауатҡа һалдыҡ. Тәпәй киткәс тә сәңгелдәгенән айырыла алмай бер булды, йә барып ятып ала, йә аяҡтарын һелкетеп ултыра торғайны. Бәпесте яҡлаулы, тыныс иткән бәләкәй генә бер донъя бит ул бишек.
Ҡыҙыбыҙ Лилиә тыуғанда Стәрлетамаҡта йәшәй инек. Әлбиттә, семәрле бишек артыбыҙҙан эйәреп килде. Лилиәне бәүелтә-бәүелтә шәл, ойоҡ-бейәләй бәйләнем, шул арала уҡып та өлгөрәм.
Бала ата-әсәһенән күргәнде ҡабатлай бит. Лилиә бишектән уҡырға яратты, тиһәм дә арттырыу булмаҫ. Хатта атламаҫ борон гәзит тотоп ятҡан сағын фотоға төшөрөп алғанбыҙ.
Ғүмер йомғағының етеҙ алға тәгәрәүен һиҙмәйенсә, етмеш биш йәшкә лә еткәнбеҙ. Иптәшем Рәфҡәт Хәйҙәр улы Иҙрисов дүрт тиҫтә йыл самаһы адвокат булып эшләне, мин эске эштәр органдарында хеҙмәт иттем. Аллаһы Тәғәлә үҙеңдең ҡаҙаныштарың менән маҡтаныуҙы хупламай. Ә бына ата-бабалар даны менән ғорурланып, балалар өсөн һөйөнөп, уларға таяныс булып йәшәү – бик мәслихәт эш, тигән уйҙамын. Улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙҙы атайым – билдәле педагог, журналист, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бер нисә китап авторы Әмир Фәттәх улының, уның ағаһы яугир-шағир Төхвәт Мораттың, Беренсе донъя һуғышынан дүрт Георгий тәреһе менән ҡайтҡан ҡартатайым Фәттәх Аллағыуат улының батырлығы рухында тәрбиәләргә ынтылдыҡ. «Күңелең һәм ҡулдарың саф булһа, йөҙөң аҡ булыр», – яугир генә түгел, өшкөрөүсе мулла ла, мөғәллим дә булған ҡартатайымдың ошо алтын һүҙҙәрен уларға йыш ҡабатланыҡ. Ғәрәпсәне һыу кеүек эскән Ғәбиҙә өләсәйемдең киләсәк йәшәйеш хаҡында Ҡөрьән-Кәримдең тәфсирле аңлатмаларын, үкенескә күрә, балалығым менән онотҡанмын – йәш быуынға ниндәй яҡты аманат булыр ине.
Шуға һөйөнәм: балаларымдың йөрәге мөҡәддәс хистәр – илһөйәрлек, телһөйәрлек, ғәҙеллек менән һуғарылған. Шәфҡәт, Калининград Юғары хәрби-диңгеҙ институтын тамамлап, оҙаҡ йылдар диңгеҙ офицеры булып хеҙмәт итте. Әле Сибайҙа элемтә йүнәлеше буйынса эшләй. Иҙелбай ейәнебеҙ, атаһы һымаҡ илебеҙҙең диңгеҙ сиктәрен һаҡларға теләп, шул уҡ уҡыу йортон һайланы. Бәләкәйҙән донъяны яуызлыҡтан ҡурсаларға хыялланған Ризуан ейәнебеҙ Өфө Юридик институтын тамамлап килә.
Лилиә ҡыҙыбыҙ беҙҙең юлдан китте – ғүмерен хоҡуҡ тәртибен яҡлауға арнаны. Ул ғаиләһе менән Шамонинола йәшәй. Радик кейәүебеҙ менән Арыҫлан һәм Камалиә исемле балалар үҫтерәләр. Бәләкәстәрҙең: «Өләсәй, беҙҙең менән тик башҡортса ғына һөйләш!» – тиеүҙәре йөрәгемә май булып ята.
Балаларыбыҙ, шунан ейәндәребеҙ үҫкән сәңгелдәккә килгәндә иһә, ул һаман да изге тәғәйенләнешен үтәүен дауам итә, бәпес тауышы яңғыраған бер ғаиләнән икенсеһенә күсеп йөрөй. Шәфҡәтебеҙҙең хәләле – киленебеҙ Зилә яңы ғына: «Ризуан өйләнһә, үҙебеҙгә кәрәк булыр», – тип уны эҙләп табып, ҡәҙерләп алып ҡуйҙы. Өйҙәрҙең түрендә сәңгелдәк тирбәлһен, сабыйҙар иң моңло көй – бишек йырын тыңлап үҫһен, тип теләйем.
Гөлсирә ИҘРИСОВА,
Шамонино ауылының «Ағинәйҙәр» ҡоро ағзаһы, хеҙмәт ветераны.