0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
21 Декабрь 2023, 15:22

Асмандарҙан яҙған зиннәт...

Әсәлектең ни тиклем татлы хис, ҡөҙрәтле көс икәнен уны татыған йән генә беләлер. Шул уҡ ваҡытта уның ни тиклем тынғыһыҙ хеҙмәт, ниндәйҙер кимәлдә хатта ауыр йөк булыуы ла тик әсәгә генә мәғлүм. Беҙгә нисә генә йәш булмаһын, һәр ҡайһыбыҙ әсәйҙең алтын кәңәшенә, яғымлы ҡарашына мохтаж, бөтәбеҙгә лә ҡояш, һауа, һыу кеүек ошо ҡәҙерле йән кәрәк!

Асмандарҙан яҙған зиннәт...
Асмандарҙан яҙған зиннәт...

Быны «Башҡортостан ҡыҙы» журналы һигеҙенсе тапҡыр үткәргән, уҡыусыларыбыҙ яратып ҡабул иткән «Әсә йөрәге – 2023» бәйгеһенә килгән шиғырҙар ҙа раҫлай. Шиғри бәйгебеҙҙә әсәйҙәргә дан йырлаған, әсәлектең наҙлы хистәренә сорналған, өләсәй­лектең нурлы именә туҡылған йәмғеһе туғыҙ ижади видеояҙма ҡатнашты. Йөрәк йылыһы менән бүлешеүҙәре өсөн бәйгеселәребеҙгә оло рәхмәт!
Бәйгебеҙҙә беренсе урын яулаусы Айһылыу Хәсәнованың шиғыры камил­лығы, уйсанлығы, тәрәнлеге менән күңелде арбай:
«Әcәйем көcлө булманы,
Булды таһыллы.
Ауыp cаҡта ҡалҡан булды
Аҫыл аҡылы», – был юлдар әсәй тигән нурлы заттың һәр бала өсөн донъя кендеге булыуына ишаралай.
Айһылыу Әбделхәй ҡыҙы – Әбйәлил районының «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы ағзаһы. Биш балаға ғүмер биреп, оло тор­мош юлына сығарған, йәшәүҙең тәрән асылын аңлаған шағирә-әсә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан улының именлегенә доғалар ҡылып, сабыр аҡыл менән уның ҡайтыуын көтә.
Икенсе урынды яулаған Баймаҡ ра­йоны Иҫәнбәт ауылынан Гөлзифа Исрафилованың шиғыры ла күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртә. Сәсәнлек ауаздары яңғыраған ижад өлгөһөндә ғәзиз балаға булған саф хистәр ынйылай үрелгән:
«Балам минең, бағалмам,
Тупылдап торған алмам.
Балаҡайыма хәйерле
Ғүмерҙәр бир, эй Аллам!
Мөхәббәтле ҡанат менән
Һыйпап үтһәңсе башын.
Хәләл көсө менән тапҡан
Хәләлдәрҙән ҡыл ашын», – ти әсә кеше, балаһына хәйерле ғүмер юрап.
Шиғри ҡәләменән моң тамған Гөлзифа Зекриә ҡыҙы 1959 йылда ете балалы татыу ғаиләлә тыуып үҫкән. Иваново өлкәһендә туҡыусылар техникумын бөткән юғары категориялы туҡыусы, 27 йыл сауҙа өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Хәләле менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Шулай уҡ икенсе урынға лайыҡ булған сығышы менән Баймаҡ районы Әхмәр ауылы ҡыҙы Гөлдәр Ишйәро­ваның шиғырынан һағышлы моң бөркөлә:
«Әсәй тигән бөйөк исем, гүйә,
Йәйғор төҫлө балҡый күгемдә.
Мин бирешмәм яҙмыш елдәренә,
Әсәй ҡуйған ҡанат иңемдә», – тип ҡәҙерлеһенең изге фатихаһы менән атлай йәш ҡыҙ тормош һуҡмағынан.
– Видеояҙмалағы шиғыр юлдарымды иң ҡәҙерле кешем – әсәйем Әнисә Ғарифулла ҡыҙы Ишйәрованың яҡты иҫтәлегенә бағышлайым. Фәреш­тәләй изге күңелле, һәр саҡ донъянан йәм табып, яҡшылыҡ ҡылып, биш балаһын күҙ ҡараһылай һаҡлап ҡына йәшәгән әсәйемә мең рәхмәтлемен. Урыны ожмахта булһын ҡәҙерлемдең. Әсәй урынына ҡалған өләсәйем Рәйсә Нуретдин ҡыҙына оло рәхмәт. Атайым да, өләсәйем дә – оло терәгем, – тип күңел серҙәре менән бүлешкән Гөлдәр һылыу. Әйткәндәй, уңған ҡыҙ быйыл үткән «Йөрәк һүҙе»ндә лә үҙ көсөн һынап, тамашасыларҙың күңелен арбаны.
Йылайырҙан – Люциә Һеләүһенова, Әбйәлилдән Сулпан Әҡсәнова һәм Баймаҡ районынан Көнһылыу Сөләймәнова хаҡлы рәүештә өсөнсө урынды бүлеште. Йылайыр һылыуы Люциә Хәкимйән ҡыҙы, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлап, 21 йыл рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Бөгөнгө эш урыны – «Башҡорт баҡыры» предприятиеһы. Моңға ғашиҡ шиғри күңелле һылыу эстрада йырҙары менән бергә башҡорт халыҡ көйҙәрен дә яратып башҡара. Тормош иптәше Баязит Аллабирҙе улы менән өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Улдары Ғаяз – билдәле аранжировка оҫтаһы, Гөлкәй ҡыҙҙары Мәскәүҙә менеджер булып эшләп йөрөй, ә кинйә­ләре Гөлбикә илебеҙҙең баш ҡалаһында Г.В Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетында белем ала.
«Беләм, әсәй, сабырлығың төйнәп,
Устарыңа алып йөрәгең,
Оло юлға ҡараштарың төбәп,
Бәхет ҡошсоҡтарың көтәһең.
Бар мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып,
Ашығайыҡ әсәй янына.
Ҡайтайыҡсы, ҡалмаҫ өсөн һуңлап
Фатихалар алып ҡалырға...» – ти ул, әсәйҙәрҙе ҡәҙерләргә өлгөрөргә өндәп.
Етемлек аянысын үҙ яҙмышында татыған уҡытыусы Көнһылыу Сөләймәнованың шиғыры бәғер ситен телде, уйландырҙы.
– Әсәйем Таңһылыу Хажғәле ҡыҙы, биш ҡыҙын ҡалдырып, 29 йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә. Мин әсәйҙән өс ай ҙа өс көнлөк кенә ҡалғанмын. Ике йәшем тулғансы өләсәйем Фәхирә тәрбиәләгән, – тип яҙа ул үҙе хаҡында.
«Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәйемде
Фотоһынан күреп беләмен.
Аҡ сәскәле матур күлдәгеңдә
Төштәремә минең инәһең», – тип төштәрҙә генә булһа ла әсәйле сағы менән йыуана ул. Һәм әсәһенең йөн шәлен сабый саҡта «нөн» тип әйтеүен, шул «нөн» шәлһеҙ йоҡлай алмауын тасуирлап, «Әсәй шәле» шиғырында былай ти:
«Шәл һалһам иңдәремә,
Иҫкә төшә «нөн» шәлем.
Сабый ғына сағымдың
Һағыш тулы мәлдәре», – әсәйһеҙлек тойғоһоноң әҙәм балаһын ғүмере буйы оҙата барыуы ошо һүҙҙәрҙә. Башҡортос­тандың мәғариф алдынғыһы 2017 йылдан ауылдарында «Ағинәйҙәр» ойошмаһын етәкләй. Бөгөн улар тормош иптәше менән ун биш ейән-ейәнсәргә һөйөклө ҡартатай, ҡәртәсәй.
Сулпан Рәйес ҡыҙы Әҡсәнова Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәй. Район үҙәге дауаханаһында 35 йыл шәфҡәт туташы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. «Буш ваҡытым юҡ, өйҙә ҡул эштәре менән шөғөлләнәм: энә, ырғаҡ менән бәйләйем, сәйләндән картиналар сигәм, алмас мозаикаһынан матурлыҡ тыуҙырам», – тип яҙа ул. «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы ағзаһы. Бер бөртөк улы Азамат Чечен һуғышын үткән, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла. Алмас, Айнилә, Реналь, Тамерлан исемле ейән-ейәнсәргә һөйөклө өләсәй булған бәйгесебеҙ уларға бағышлап, матур видеояҙма ебәргән. Балаңдың балаһы балдай татлы икәнлеге шиғырының һәр һүҙенән ағыла:
«Бар һағыштарым тарала
Йүгереп килеп инһәләр,
Үҙҙәренең балдан татлы
Икәнлеген беләләр», – ти бәхеткә төрөнгән өләсәй, наҙлы хистәргә тулып.
«Интернетта иң күп тауыш йыйыусы» номинацияһында еңеүсе Миңзәлә Монасипованың шиғыры йөрәктәрҙе нурлы биҙәккә сорнаны.
«Әсәйемде иртә юғалтманым,
Ә шулай ҙа уны юҡһынам.
Был донъяла унан матурыраҡ,
Аҡыллыраҡ әсә юҡ һымаҡ.
Юҡһындыра биргән кәңәштәре,
Өйрәтеүен уның һағынам.
Эх, өндәшһә ине наҙлап беҙҙе,
Күрһәң ине уны яңынан», – ти ул, ғүмер бүләк итеүсеһен яҡты хәтер менән иҫкә алып, юҡһыныуын белдереп. Миңзәлә Афзал ҡыҙы 30 йыл сит телдәр, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 12 йыл ауыл мәҙәниәт йортонда мөдир була. Әбйәлил районы Атауҙы ауылында тыуып үҫкән. Бөгөн ул Учалы районы Ҡаҙаҡҡол ауылында йәшәй. «Сейәле ҡыр» фольклор ансам­блен етәкләй. Бейергә ярата, өҙҙөрөп баянда ла уйнай. Затында шиғыр яҙыусылар, сәсәндәр күп. Ике ул, бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Кесе улы, Белгород өлкәһендә махсус хәрби операцияла сик һаҡлаусы хеҙмәтендә булып, тыуған яғына имен-аман ҡайтҡан.
Конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусы иң йәш бәйгесебеҙ Гөлсинә Йомағужина үҙе хаҡында түбәндәгеләрҙе бәйән итә: «Миңә 18 йәш. Белорет районы Үткәл ауылында тыуып үҫтем. Әлеге ваҡытта Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында белем алам. Әсәйем Йомағужина Нурсилә Фәтих ҡыҙы – Үткәл мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Ҡәҙерлемә булған яратыуымды, һөйөүемде шиғыр аша еткерәм». Гөлсинәнең саф хистәре:
«Әсәйем – уҡытыусы,
Белем-тәрбиә бирә.
Өйрәтә туған телдең
Иҫ киткес серҙәренә.
Минең ҡәҙерле кешем,
Яратам үҙен генә», – тигән юлдарҙа сағыла.
Ул – «Моң тылсымы» номинацияһында еңеүсе.
«Күңел кәрәҙе» номинацияһында билдәләнгән Фәриҙә Әхәт ҡыҙы Исмәғилева оҙаҡ йылдар Баймаҡ районының Күлтабан, Сосновка мәктәптәрендә биология һәм химия дәрестәрен уҡыта, экология буйынса түңәрәктәр алып бара. Тормош иптәше Рәфҡәт Әхәт улы Әминев менән Зөбәржәт һәм Арсен исемле балалар үҫтергәндәр. Әлеге ваҡытта Фәриҙә ханым дүрт ейәненә ҡыуанып ғүмер итә. Ижадҡа күптән түгел генә аяҡ баҫыуға ҡарамаҫтан, әүҙем һәм емешле яҙыша.
«Бер мәл генә икән ҡолонсаҡбыҙ,
Бер мәл генә кеше һулышы.
Барыбыҙ ҙа яҙылғанды күрә,
Баҡыйлыҡтыр әсәм яҙмышы...» – тип тормош ысынбарлығын һынландырған ул шиғырында.
Сафлыҡ, матурлыҡ, наҙ бөркөлгән матур ижади бәйгебеҙ тамам. Әсәйҙәргә булған пак хистәрҙе аҡ ҡағыҙға төшөрөү – үҙе бер һөйөү доғаһы кеүек. Ерҙәге бәхетебеҙ әсәй сәңгелдәгенән башлана икәнен онотмайыҡ, дуҫтар!

 

Асмандарҙан яҙған зиннәт...
Асмандарҙан яҙған зиннәт...
Асмандарҙан яҙған зиннәт...
Асмандарҙан яҙған зиннәт...
Асмандарҙан яҙған зиннәт...
Асмандарҙан яҙған зиннәт...
Асмандарҙан яҙған зиннәт...
Асмандарҙан яҙған зиннәт...
Асмандарҙан яҙған зиннәт...
Асмандарҙан яҙған зиннәт...
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: