+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
24 Ноябрь 2023, 14:42

Таулыҡайҙың бер уңғаны

Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәгән Зөлфирә ҺАҒЫНБАЕВАны ауылдаштары оҫта ҡуллы хужабикә тип белә.

Таулыҡайҙың бер уңғаны
Таулыҡайҙың бер уңғаны

Ҡулынан килмәгән эше юҡ уның: бәйләмгә, тегеүгә, бешеренеүгә маһир. Элегерәк башлыса бәйләү, ҡорама ҡорау кеүек ҡул эштәре менән шөғөлләнеп, аллы-гөллө ептәрҙән ултырғыс ябыуҙары, төрлө сувенирҙар бәйләү менән ихлас булыша. Үҙенең ижади эштәре менән төрлө сараларҙа, күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнаша. Һуңғы бер нисә йылда Зөлфирә Рай ҡыҙы милли биҙәүестәр яһау менән мауыға. Селтәр, ҡашмау кеүек биҙәүестәре күҙҙең яуын алырлыҡ! Был эшкә ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла теләп өйрәтә, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Үҙе ауылдың ағинәйҙәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Моңло тауышлы ханым ауылда үткән концерттарҙа сығыш яһай. Ғабдулла Сәиди призына үткәрелгән район мөнәжәтселәр бәйгеһендә икенсе урынды яулаған, ә Таулыҡай ауылының ағинәйҙәр ансамбле Гран-приға лайыҡ булған.
Зөлфирә Рай ҡыҙының ғаиләһе лә бына тигән, тормош иптәше Ғәйзулла Ғәниулла улы менән биш балаға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә биргәндәр. Ҡыҙҙары Гөлзинә, Гөлфирә, улдары Фәйзулла һәм Ғәзинур тормошта үҙ урынын табып донъя көтә, балалар үҫтерә, кинйәкәүҙәре Гөлфинә – колледж студенты. Бөгөн Зөлфирә менән Ғәйзулла Һағынбаевтар ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы кисереп, татыулыҡта ғүмер итә. Тырыш ғаилә мал-тыуар аҫрап, уның да файҙаһын күрергә тырыша. Май, ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек кеүек һөт ризыҡтары эшләп һатҡан аҡса ла иш янына ҡуш булып ҡала.
Зөлфирә Һағынбаеваның тағы бер матур шөғөлө – гөл-сәскәләр үҫтереү. Өйөндә гөлдәрҙең ниндәй генә төрө үҫмәй, ә йәйгеһен баҡсаһы шау сәскәгә күмелә. Бына шундай оҫтабикә йәшәй Таулыҡайҙа!

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: