+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
24 Ноябрь 2023, 14:29

«Сәңгелдәгем – йыһан карабым...»

1958 йылдың авгусы. Йылы яҡҡа осҡан ҡоштарҙай, меңдәрсә яҡташтарыбыҙ менән Ташкентҡа барып йәшәй башлаған әсәйемә көндәрҙән бер көндә хат килеп төшә. «Ҡайт. Әсәйең һуҡырайҙы», – тигән һүҙҙәрҙән ҡойолоп төшә ул. Атайым менән яңы ғына өйләнешкән булалар. Өрөк-йөҙөмлө ерҙе үҙ итеп өлгөргән атайым ҡайтыуҙан баш тарта, ә әсәйем тиҙ арала юлға сыға. Күкрәк аҫтында тәүге сабыйын – мине йөрөткән мәле. Шулай итеп, биш айҙан, тыуған яғыбыҙҙың сатнама һыуыҡ, ыжғыр буранлы декабрендә, мин донъяға килгәнмен. Зөһрә нәнәйем шул уҡ көндә алып килгән боронғо сәңгелдәк өйҙөң иң түренә, ишектән ел тура бәрмәҫлек, иң йылы урынға эленә.

«Сәңгелдәгем –  йыһан карабым...»
«Сәңгелдәгем – йыһан карабым...»

Сәңгелдәгемдең үҙ тарихы бар. Зөһрә нәнәйемдең 1942 йылдың 14 ғинуарында тәүге улы тыуа. «Сәңгелдәк яһаным, улымдың исемен Фәңгиз тип ҡушырһың», – тип, улын яратып та өлгөрмәйенсә, Мөхәмәтғәлим ҡартатай һуғышҡа китә. 16 йылдан ул сәңгелдәк беҙҙең өйгә «күсә».
Уйсан әсәйем мине бәүелткәндә ниндәй йырҙар йырлағанын, ул эштә саҡта өләсәйем ниндәй көйҙәр көйләгәнен дә иҫләмәйем – ләкин шул моң һәр күҙәнәгемә һеңә барғандыр ҙа ғүмер буйы йәнемде һуғарыр шифалы шишмәгә әйләнгәндер, тип уйлайым.
Зөһрә нәнәйем әсәйемдең бер туған апаһы икәнен үҫә төшкәс кенә белдем. Әсәйем сәсрәп сирләгән ваҡыттарҙа мине тап ул ҡарауын, илаған саҡтарымда буш имсәген ҡаптырып тынысландырыуын үҙе һөйләй торғайны. Һуҡырайған Хәпизә нәнәйем уларҙың үгәй әсәһе булыуын да миңә аҙаҡ ҡына әйттеләр. Беҙҙе ныҡ яратҡан ул нәнәйемдең ят ҡан икәнен саҡ ҡына ла һиҙмәй буй еткерҙем.
Миңә алты йәш тулғанда әсәйем икенсе тапҡырға кейәүгә сыҡты – бөҙрә сәсле, һомғол буйлы, сибәр гармунсыға. Үгәй атайҙы тәү көндән үк ни эшләптер яратманым. Ярты йыл самаһы ғына бергә йәшәне улар. Гел ҡашым төйөлөп йөрөүен күргән әсәйем: «Балам күңелен ҡыйратмайым», – тип, унан баш тартты. Өй башына менгән иҫке сәңгелдәк тиҙҙән йәнә үҙ урынын алды – ай йөҙлө туғаным Ринат тыуҙы һәм донъям нурға күмелде, йөрәгем һөйөү менән тулды. Уны тирбәткәндә әсәйем үҙе сығарып көйләгән йырҙың һәр һүҙе күңел дәфтәремә яҙылып ҡалған:
Йоҡла, балам, йоҡла инде,
Ваҡыттар тиҙ үтер инде.
Үҫеп буй ҙа етерһең,
Бул аҡыллы, бул зирәк,
Бул Уралдай көслө һин!
Бул батыры халҡымдың!
Әсәй эшкә киткәндә бәпес ҡарау, бәүелтеү, биләү миңә ҡала. Ул заманда әле ҡулланылған матур йүргәктәрҙең әҫәре лә юҡ. Йүргәк әсәйемдең иҫке күлдәктәре итәгенән яһала. Шул сепрәк таҙа итеп йыуыла, өлгөргән тиклем үтекләнә. Үтеге лә ниндәй бит әле – күмер үтеге! Ул әле мәктәп музейында һаҡлана.
Туғанымды йүргәккә төрәм дә, аяҡ-ҡулы төҙ булһын тип, ялғанған оҙон ойоҡ ҡуңысы менән уратып биләйем. Шунан нәнәй өйрәткәнсә «бисмилла» әйтеп, сәңгелдәккә һалам. Илай башлаһа, арыш икмәген сәйнәп, марляға төрөп, ауыҙына ҡаптырам һәм әсәйемә оҡшатып көйләй, тирбәтә башлайым:
Әлли-бәлли, туғаным!
Йоҡла инде, йоҡласы!
Үҫеп буй ҙа етерһең,
Самолет йөрөтөрһөң,
Апай, әйҙә, ултыр, тип,
Ҡасан ғына әйтерһең?
Был хәтлем матур йырҙан һуң да йоҡламай ятһа, тағы ла шәберәк тирбәтәм һәм «выж-выж» тиеп, тиҙлекте арттырам:
Самолет осоп китте!
Туғаным йоҡлап китте!
Ул күҙҙәрен йомғас, себен теймә­һен, түбәнән ҡом төшмәһен, тип, сәңгелдәкте марля менән ябып ҡуям...
Ниндәй тылсымлы көскә эйә ябай ғына бишек йырыбыҙ! Заманса әйткәндә, ул балаға тотош йәшәү программаһы һала ла баһа! Әсәйем­дең «Бул Уралдай көслө һин! Бул батыры халҡымдың!» тип көйләүе, «Самолет йөрөтөрһөң!» тип выжлатып тирбәтеүҙәрем туғаным өсөн ысынбарлыҡҡа әйләнде. Ул техникум, университет тамамланы, юрист һөнәре алды. Нисәмә һуғышта ҡатнашты: Чечняла, Африкала, Сирияла, Украинала. Ут эсендә яраланып, таяҡҡа таянып ҡайтҡан саҡтары ла булды, ләкин рухы һынманы. Әсәйем нигеҙен һыуыт­майым тип, шунда яңы йорт һалды. Запастағы офицерҙың күкрәге тулы орден-миҙал. Йәш яугирҙәргә остаз-хәрби инструктор ул бөгөн.
Үҙем ғүмер буйы ауылда йәшәнем. Тормош иптәшем Миңлейәр менән дүрт балаға ғүмер бирҙек. Шул уҡ боронғо сәңгелдәктә бәүелгән сабыйҙарыбыҙға күркәм башҡорт исемдәрен ҡуштыҡ: Айбулат, Айһылыу, Миңһылыу, Таңһылыу.
Мин оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, мөдире, артабан мәктәп музейы етәксеһе булып эшләнем. Һуңынан технология, һыҙма дәрестәренән уҡытып, пенсияға сыҡтым. Ауылдаштарым күп тапҡырҙар депутат итеп һайланы, быйылғы һайлауҙа ла улар ышаныс күрһәтте. Дүрт йыл староста бурысын атҡарҙым, әле клуб мөдире эшен алып барам. Район «Ағинәйҙәр» төркөмө ағзаһымын. Ҡара көҙ еткәнсе, көндәр ныҡлап һыуыт­ҡансы, Димдә һыу инәм. Ҡаҙ ҡыуырға төшкәндә лә, йөрәгем янһа ла, сума-сума, ағын һыуға ҡаршы ҡолас ташлап йөҙһәм, күңелгә һиллек алам.
Әсәй, өләсәй йөрәгемә һалған бишек моңон ауылдағы мең мәшәҡәт менән дә баҫырлыҡ түгел икән, ул сылбыр-сылбыр шиғыр һымаҡ теҙелеп, серле көй булып атылып сыға. Йырҙарымды илһамланып башҡарыусылар күп, «Һағынамын» тигәнен Фәрүәз Урманшин менән Резеда Әминева йырлай. Йәнтөйәккә ҡайнар һөйөүем сағылған «Сурай гимны»н иһә ауылдаштарым бик ярата.
Балалар өсөн күңел тыныс булыуы ла йөрәгемә дәрт бирәлер: Айбулат – районыбыҙ үҙәге Раевка ауылының Яңауыл биҫтәһендә, Айһылыу – Нижневартовскиҙа, Миңһылыу – Стәрлетамаҡта, Таңһылыу Екатеринбургта ғүмер итәләр, татыу ғаилә ҡороп, аҡыллы балалар үҫтерәләр.
Иптәшем менән тормош һуҡмаҡтары буйлап бергә атлауыбыҙға быйыл 46 йыл. Барына шөкөр итеп, һәүетемсә йәшәйбеҙ. Ул 12 балалы ғаиләнән. 12 бәпес үҫкән киндер төплө сәңгелдәктә уның ағай-апайҙарының балалары ла сәңгелдәне. «Сепрәге иҫкерһә, киндер ҡапсыҡ менән алмаштырам да ҡуям, ул ныҡ була», – ти торғайны ҡәйнәм.
Бишекле бала сағыма алып ҡайтҡан яҙмам аҙағында шиғыр юлдарымды килтерәм:
Сәңгелдәк – ул минең самолетым,
Йыһан карабы – ул сәңгелдәк.
Сәңгелдәктә тирбәтелгәндәрҙе
Көтә моңло, яҡты киләсәк!
...Ҡояшлы Ташкентта тамыр йәйгән атайым иһә, йылдар үткәс, тыуған яҡҡа – Әлшәй районына йәшәргә ҡайтты. Үҙе менән тиң олоғайған икенсе ҡатыны, дүрт балаһы менән. Быныһы инде – башҡа тарих.

Зөбәржәт ҒӘБДЕЛМӘНОВА.
Әлшәй районы,
Сурай ауылы.

Автор:
Читайте нас: