-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
23 Октябрь 2023, 14:44

Аҡ селтәрле бишек

Бала сағымдың иң матур күренештәренең береһе – өйөбөҙ түрен биҙәгән аҡ селтәрле бишек. Күҙ нурҙарын, ҡайнар һөйөүен ҡушып, шул селтәрҙе бәйләгән әсәйем тирә-яҡта билдәле ҡул эштәре оҫтаһы ине. Уның тилбер ҡулдары ҙур ғаиләбеҙгә лә, һатыуға ла күпме шәл, бейәләй, ойоҡбаш, япмалар бәйләгән икән – һаны юҡтыр. Сәңгелдәк селтәре иһә – үҙенә башҡа, аҡлығы күҙҙе ҡамаштырыр, нескәлеге, нәфислеге хайран итер. Тик ни эшләп ул селтәрҙе изге ҡомартҡы итеп һаҡлап ҡалмағанбыҙҙыр, тием бөгөн.

Аҡ селтәрле бишек
Аҡ селтәрле бишек

Селтәрле бишектә һигеҙ бала – Рәхимйән, Рәсимә, Нәсимә, Римма, Әлфинә, Урал, Хәмитйән, Гөлнара үҫтек. Ҡоштай еңел, семәрле сәңгелдәкте 1951 йылда ағайыбыҙ Рәхимйән тыуғас, күршелә йәшәүсе оҫта – Әхмәтғәли ағай яһап бүләк иткән. Был яғымлы ағай менән уның ҡатыны Фәриға апайҙың, үкенескә күрә, балалары юҡ ине. Улар гелән беҙгә инеп йөрөнө, беҙҙе ҡарашып, күңелдәрен баҫҡандарҙыр, тием.
Көндәр йылытҡас, сәңгелдәк аласыҡҡа күсә торғайны – сөнки йәйен бөтә тормошобоҙ тап ошонда бара. Себен-серәкәйҙән һаҡлау өсөн генә ябылмағандыр наҙлы селтәр, аҡлыҡ, сафлыҡ, матурлыҡтан торһон балаларымдың киләсәге, тип теләгәндер әсәйем. Күңелемдең ҡөҙрәте ҡушылған биҙәктәр яман ҡараштан, яуыз көстән ҡурсалаһын, тигәндер.
Атай менән әсәй көнө буйы эштә булғас, беҙ күберәк Нәғимә өләсәй ҡулында буй еткерҙек. Улар иртән үк сығып китә, кисен генә ҡайтып инә – колхоз-совхоздар гөрләп торған заманда хеҙмәт кешеһенә эш тә, аш та бар ине.
Әсәйем Рауза Муллағол ҡыҙы баштараҡ фельдшер-акушерлыҡ пунктында санитарка булды. Ҡул араһына керә башлағас, иҙән йыуышырға бара инек. Иш янына ҡуш булһын тип, мәктәптә лә эшләне: шулай уҡ иҙән йыуҙы, йыйыштырҙы. Дәрес бөткәнен-башланғанын белдереп, ҡыңғырау шылтыратыу ҙа уның бурысы ине. Туғандарым менән, ҡыҙыҡ күреп, кемуҙарҙан уның урынына ҡыңғырау шылтыратырға сабабыҙ. Артабан әсәйем фермала һыйыр һауҙы, шунан йәш быҙауҙарҙы үҫтерҙе, оло башмаҡтарҙы ҡараны. Мәктәптән ҡайтҡас, беҙ уға булышырға йүгерәбеҙ. Бына шулай бәләкәйҙән хеҙмәт яратып тәрбиәләндек, өйҙә лә, совхозда ла бар эшкә өлгөрә инек.
Атайым Ғәлимйән Ғиниәт улы Бөйөк Ватан һуғышы барғанда 14 йәшендә Магнитогорск ҡалаһында ФЗУ-ла тракторсы һөнәренә уҡып ҡайтҡан. Ул сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙә, Магнитогорск ҡалаһында төҙөлөштә тырышлыҡ күрһәткән, Әбйәлил районының «Урал» совхозында оҙаҡ йылдар алдынғы бригадир-тракторсы булып эшләгән. Аҙаҡҡы йылдарҙа Әбдрәш ауылы бүлексәһендә идарасы, фермала, ырҙын табағында мөдир булды. Миҙалдар, Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордендары менән бүләк­ләнде. Әсәйемдең иһә I дәрәжә «Әсәлек» миҙалына, II һәм III дәрәжә «Әсәлек даны» ордендарына лайыҡ булыуын өҫтәп киткем килә.
...Сәңгелдәк тураһындағы хәтирәләр мине ҡәҙерле бала сағыма алып ҡайта. Эскерһеҙлек, ярҙамсыллыҡ, ҡунаҡсыллыҡ дәүере ине ул. Халыҡ «ауыр осор» тип торманы, бер-береһенә өмәгә йөрөп, өйҙәр һалды, донъя мәшәҡәттәрен күтәрҙе. Шунан йырлашып-гөрләшеп, күңелле итеп сәйҙәр эсә, кинәнеп байрам итә торғайнылар. Ҡунаҡтарға һыйҙың иң тәмлеһе сығарыла. Уртаға борһоп торған самауыр килеп ултыра, ашъяулыҡҡа өләсәй күпертеп һалған икмәк, бал, «камкауай» шәкәр, иртәнге һөттән айыртылған ҡаймаҡ, талҡан, ҡорот, ҡымыҙ ҡуйыла. Әсәй менән атайҙың туйына төшкән аҡ сәскәле ҡыҙыл сынаяҡтар теҙелә. Әсәйем, атайым һәм өләсәйем 1955 йылдың сентябрендә бер ҙур өмәнән һуң матур табын ҡороп, рәхәтләнеп күршеләрен һыйлаған саҡта төшкән фото ла һаҡлана әле миндә.
Борондан күсеп килгән шул оло ихласлыҡты, күркәмлекте олатай-өләсәйҙәр һәм атай-әсәйҙәр беҙҙә лә тәрбиәләргә тырышты. Аҡыллы, иманлы, белемле итеп үҫтереү өсөн бар көстәрен һалдылар. Ғаиләләге һигеҙ бала ла тормошта үҙ юлын тапты, юғалып ҡалманы. Мин иһә шәфҡәт туташы булып эшләп, ғүмеремде кешеләр һаулығын һаҡлауға арнаным.
...Аҡ селтәрле ҡомартҡы-сәңгелдәктә минең дә ҡыҙҙарым – Айгөлөм һәм Розалиям бәүелеп үҫте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заманда сәңгелдәктәр һирәк ҡулланыла һәм тарихта ҡала бара. Ләкин сабыйға арналған бишек көйө һәр дәүерҙә лә иң моңло, наҙлы йыр булып яңғыраясаҡ. Икенсе ейәнем донъяға килгәс, йөрәгемдә тыуған бишек йыры менән яҙмамды тамамлайым.

 

Бишек йыры
Улым тыуҙы бөгөн минең,
Ейәнле булдым таңға,
Ҡыҙым бүләк итте миңә
Икенсе ейән тағы.

Ҡуш аяҡлап кил донъяға,
Иманлы бул, улыҡайым,
Тигеҙ барһын гел юлдарың,
Оҙаҡ йәшә, балаҡайым.

Сәңгелдәктәр әҙерләнем,
Бишек йырҙары яҙҙым,
Нәҫелемде үҫтерергә
Хоҙай ҡушҡаны яҙһын.

Бишек йырҙарын йырлармын –
Иң изге теләктәрҙән,
Йоҡоларыңды һаҡлармын,
Талмаһын беләктәрем.

Сәңгелдәктә иҙерәп йоҡлай
Бәхетемдең татлыһы,
Ер йөҙөндә иң ҡәҙерле –
Баламдың ул балаһы.

Бишек йырҙары йырлайым,
Яңы тыуған ейәнемә,
Бәлли-бәлли бәү, бәү,
Күңелемдәге көйҙәремә.

Әлфинә Мөхәмәҙиева-Кәримова.
Әлшәй районы,
Раевка ауылы.

 

 

Аҡ селтәрле бишек
Аҡ селтәрле бишек
Автор:
Читайте нас: