+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
20 Октябрь 2023, 15:16

Аҡ күңелле ағинәйҙәр

Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы ағинәйҙәре ауыл мәҙәниәт йортондағы бүлмәләрен йыһазландырып, башҡорт мөйөшө булдырған.

Аҡ күңелле ағинәйҙәр
Аҡ күңелле ағинәйҙәр

«Ойошма эшендә ҡатнашҡан ауылым уңғандары бөтәһе лә милли кейем тектереп кейҙе. Үҙ ҡулдарыбыҙ менән ҡашмау, селтәр, арҡыры яға, алмиҙеү яһап алдыҡ. Егәрле ҡул оҫталарыбыҙ Мәрйәм Әлмөхәмәтова, Миңлегөл Вәлиева, Әлфирә Сирғәлина район кимәлендә үткәрелгән «Ҡорама» конкурсында ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Сибай ҡалаһында үткән «Әйләнә орсоҡ, әйләнә!» бәйгеһендә 1-се урынға һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булдыҡ.
Ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан башҡорт мөйөшө иһә район конкурсында беренселекте алды. Ғөмүмән, төрлө саралар уртаһындабыҙ», – тип таныштыра ауылдың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Көнһылыу Сөләймәнова.
Ағинәйҙәр мәктәп, балалар баҡсаһының тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Боронғо йолаларҙы, милли кейем, биҙәүестәрҙе тергеҙеү буйынса күп эш башҡаралар, улар тураһында һөйләп, йәш быуынды ошо юҫыҡта тәрбиәләйҙәр. Милли кейем, башҡорт теленә арналған семинарҙарҙа күргәҙмәләр ойошторалар. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ағинәйҙәр йыйындарында оҫталыҡ дәрестәре ҡарай, үҙҙәре лә матур саралар үткәрә. «Йәш быуынды тәрбиәләүҙә уй-ниәттәребеҙ бихисап, һаулыҡ, ҙур теләк, дәрт-дарман ғына булһын!» – ти ағинәйҙәр.

Аҡ күңелле ағинәйҙәр
Аҡ күңелле ағинәйҙәр
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: