+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
29 Сентябрь 2023, 12:27

Йөҙө яҡты, ҡулы тилбер

«Ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы», – тиҙәр уның тураһында. Белорет ра­йоны Йөйәк ауылында йәшәгән Гөлсирә Салауатова яратҡан шөғөлөнә хаҡлы ялға сыҡҡас тотона.

Йөҙө яҡты, ҡулы тилбер
Йөҙө яҡты, ҡулы тилбер

Балсыҡтан, пенопластан төрлө ҡоштар, хайуандар, ҡурсаҡтар кеүек сувенирҙар эшләй, улар йәй буйы сәскәгә күмелеп ултырған баҡсаны биҙәй.
Балсыҡтан яһалған үҙенсәлекле ҡоштары, үҙе бер мөғжизәләй, бар кешене таң ҡалдыра. Баҡсаһында умарта ла тота. Ваҡыт табып, сәхнәлә лә үҙен һынай. Һәр сарала ҡатнаша, «Оҫта ҡулдар» түңәрәгенең әүҙем ағзаһы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейемдәре тегә, биҙәүестәр эшләй башлай, бының өсөн боронғо башҡорт орнамент­тарын өйрәнә, китаптар уҡып белемен камиллаштыра. Тыуған ауылына ғына хас, боронғо биҙәктәрҙе ҡул­ланып, алъяпҡыстар, мендәр тыштары сигә һәм түшәк кәрәк-ярағын урын тартмаһы менән биҙәй. Һаҡалдарҙың ниндәйе генә юҡ, һәр береһе үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ, сағыу. Ырғаҡ менән балаҫтар, түшәместәр бәйләй, ҡорама ҡора. Заманса технологиялар ҡулланып сәйләндән сувенирҙар эшләй. Гөлсирә апай тегергә, ырғаҡ менән бәйләргә, сигергә, һүрәт төшөрөргә ярата. Кейеҙ баҫа. Таҫмалар менән сигеп, картиналар ижад итә. Урманда ҡарамала үҫкән бәшмәк­тәрҙе йыйып алып ҡайта ла, уларҙы буяп, бынамын тигән сувенирҙар яһай. Ҡурсаҡтарға кейем тегә.
Өйөндәге бер бүлмәһен музей итеп ойошторған Гөлсирә Ислам ҡыҙы. Уны ҡарарға төрлө төбәк­тәрҙән киләләр. «Балалар менән экскурсияға ла барабыҙ, ул һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршылай, киләсәк быуынды үҙенең эштәре аша халҡыбыҙҙың милли, рухи-мәҙәните менән таныштыра», – ти уның тураһында Йөйәк ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Айгөл Закирова.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: