0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
29 Сентябрь 2023, 15:45

«Бишек элдем аҡ ҡайынға...»

Яратҡан журналым иғлан иткән «Моңло сәңгелдәк» бәйгеһендә ҡатнашырға теләп, ҡулыма ҡәләм алдым да хәтирәләр даръяһына сумдым....Йәмле йәйҙең салт аяҙ, көтөп алынған көнө ине ул – донъябыҙҙы ҡыуанысҡа күмеп, ҡыҙым тыуған көн. 44 йыл элек тәүге тапҡыр әсәй булғанда кисергән ҡәҙерле хис-тойғоларҙы йәнә һәм йәнә күңелемдән үткәрәм, әйтерһең, барыһы ла кисә генә кеүек.

«Бишек элдем  аҡ ҡайынға...»
«Бишек элдем аҡ ҡайынға...»

Ул мәлдә беҙ Белорет районының Арышпар ауылында йәшәй инек. Иптәшем Әсхәт Камал улы Инйәр урман хужалығында эшләй, иртәнге сәғәт етелә китеп, кисен бик һуң ғына ҡайта. Ә үҙем ауыл советы рәйесемен. Ҡош-ҡорт, һыйыр ҙа аҫраныҡ.
Ҡыҙыбыҙ тыуғас, күрше Айыс ауылында йәшәгән атай-әсәйемдәрҙән сәңгелдәк алып килдек. Шул сәңгелдәк тарихына әҙерәк күҙ һалайыҡ әле. Атайым Шәрәфитдин Имамағзам улы 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышынан ҡаты яраланып ҡайта. Һуйыр-Айыс ауылы һылыуы Зөһрә Мырҙағәле ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. 1943 йылда малайҙары тыуғас, атайым менән олатайым сәңгелдәк эшләп, уны шунда үҫтерәләр.
Тәүге улдары сәңгелдәктән төшөүгә, өйҙә йәнә бер бәләкәс ауаз һала, уныһы тәпәй китеүгә, тағы бер туғандары тыуа. Татыу йорт сабыйҙар тауышынан гөр килеп тора. Атайым менән әсәйем икеһе лә бала йәнле була, улар 17 (!) сабыйға ғүмер бүләк итә. Шунса бәпес тирбәлгән сәңгелдәктә мин үҙемдең ҡыҙҙарымды ла үҫтерҙем.
Бөгөнгө көндә 17 баланан туғыҙыбыҙ иҫән-һау. Бөтәбеҙҙе лә бәләкәйҙән эш һөйөргә, барҙы һаҡсыл һәм бәрәкәтле тотонорға өйрәттеләр, татыу һәм уңған итеп тәрбиәләнеләр. Иң мөһиме – бер-беребеҙҙе хәстәрләп, ҡәҙерләп буй еткерҙек. Өйөбөҙҙәге ифрат йылы, һөйөү тулы мөхитте һаман һағынып иҫкә алам. Еңел булмаған ул заманда беҙҙе мохтажлыҡһыҙ, етеш тормошта үҫтереү өсөн атайым менән әсәйем ниндәй ҙур тырышлыҡ һалған! Бөгөн, үҙем һикһәнде ҡыуған кеше булараҡ, уларҙың донъяны аныҡ аҡыл, теүәл иҫәп менән алып барыуына хайран ҡалам. Өс һыйыр, өс башмаҡ, өс быҙау, эш аты, ҡымыҙ бейәһе, ундан ашыу кәзә аҫрай торғайнылар. Баҡса тултырып бәрәңге сәстеләр. Умарта тоттолар. Йәйен күмәкләшеп еләк, балан йыйып, ҡышҡылыҡҡа киптерҙек. Өҫтәлдән бал, ҡаймаҡ өҙөлмәне. Хәтеремдә: йәйге иртәләрҙә аласыҡтан килгән ҡоймаҡ еҫенә уянабыҙ. Һике ситендә ялтыр самауыр балҡып ултыра, уртала – тауҙай ҡоймаҡ өйөлгән таба. Әсәй мейестә оло суйын сүлмәктә бешкән тары бутҡаһын боронғо еҙ батмусҡа бушата ла уртаһына бер йомғаҡ май тыға. Май иреп, ҡояш нурҙарылай, һары бутҡа буйлап тарала. Беҙ, аяҡтарҙы бөкләп, ағас ҡашыҡтарҙы тотоп, бисмиллалап «эшкә керешәбеҙ»...
Атай-әсәйемдең биргән тәрбиәһен мин бәләкәйҙән үҙемдең ҡыҙҙарыма ла һалдым. Ҡыҙым Гөлнар 15 көнлөк булғанда, сәңгелдәкте алып, сабын­лыҡҡа бесәнгә төштөк. Матур ғына ҡайындың ботағына сәңгелдәкте элеп ҡуйҙыҡ. Серле салғы сыңына, ҡоштар һайрауына ҡушылып, әкрен генә бишек йырын көйләйем. Ҡыҙыбыҙ саф һауала рәхәтләнеп ята, ҙур күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, тирә-яғын күҙәтә, шунан иҙерәп йоҡоға тала. Кискәрәк ялҡып, мыжый башлаһа, йомшарған печеньены марляға һалып, ауыҙына ҡаптырам, шуны имеп тыныслана.
Ул йылда ҡыҙыбыҙ менән бергәләп бик күп бесән әҙерләнек. Иремдең ҡулында салғы уйнап ҡына торҙо, мин дә ҡалышмаҫҡа тырыштым – йәш, көслө, дәртле сағыбыҙ бит. Ҡыҙы­быҙға ла урман шифаһы килеште, йомроланып, күҙгә күренеп үҫеп китте.
Ул ваҡытта ауылда балалар баҡсаһы асылмағайны әле, мин эшкә сыҡҡас, баланы ярҙамсыл, ихлас күршеләр сиратлап инеп сәңгелдәтә торғайны. Һуңынан ҡыҙыбыҙҙы ике туған Нәзирә апайым менән Фәсхитдин еҙнәм ҡарашты, икеһе лә – һандуғас тауышлы йырсылар. Еҙнәм Гөлнарҙы тубығына ултырта ла төрлө һамаҡтар әйтеп, теләктәр теләп һикертә, бишек моңон һуҙып, бәүелтә ине.
Бишек йыры – мөғжизәүи көскә эйә доға ул. Был моңдо тыңлаған балаларға матур сифаттар һалына, тип уйлайым. Гөлнар ҙа алсаҡ, олоно – оло, кесене кесе итеүсе, кешеләргә хөрмәт менән ҡараусы уңған ҡыҙ булып үҫте. Бер-бер артлы ике һеңлеһе тыуғас, апай булараҡ, үҙе белгәнсә көйләп, шул уҡ сәңгелдәктә уларҙы тирбәтте. Аллаға шөкөр, өс ҡыҙымдың береһе өсөн дә йөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел. Һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын тапты, һайлаған һөнәрҙәре буйынса уңышлы эшләйҙәр. Гөлнар яҙмышын матбуғат өлкәһенә арнаны, Лера – шәфҡәт туташы, ә Алеся – уҡытыусы.
Үҙем ситтән тороп БДУ-ның филология факультетын тамамлап, байтаҡ ваҡыт ауыл советында эшләнем, унан утыҙ йылдан ашыу мәктәптә башҡорт һәм рус телдәрен уҡыттым. Ирем Әсхәт Камал улының ошо бәхетле көндәрҙе күрә алмайынса, ғүмере иртә өҙөлөүе генә йәл. Ул алдынғы тракторсы ине, асыҡ йөҙлө, яғымлы уҙаман булды. Ҡыҙҙарыбыҙҙы бик ярата торғайны, ашҡынып йәшәне, ғаиләбеҙ өсөн тырышып эшләне. Матурлыҡҡа ғашиҡ ине, модалы, ҡупшы кейенде, шул заманда бер кемдә лә булмаған джинса салбарҙы тирә-яҡта беренсе булып ул алды. Атайҙарының нескә зауығы ҡыҙҙарыбыҙға ла күскән. Ғөмүмән, минеңсә, беҙҙең йөрәк талпыныштары, офоҡҡа әйҙәүсе хыялдарыбыҙ, яҡты өмөттәр һәм ынтылыштарыбыҙ, донъяны сикһеҙ яратыуыбыҙ балаларҙа дауам итә, шунан ейәндәргә күсеп, уларҙың йәненә ҡөҙрәт өҫтәй.
...Йәшлегебеҙ ауылы Арышпар янынан үткәндә сабынлыҡтағы һомғол аҡ ҡайын гел миңә ҡул болғап ҡала. Юлға яҡын ғына үҫә минең өсөн ҡәҙерле ағас. «Мин һинең иң бәхетле миҙгелеңә шаһит. Бәпесеңдең сәңгелдәген минең ботағыма элеп тирбәттегеҙ. Шул ҡыҙсыҡҡа сәләм әйтегеҙ!» – тип өндәшә кеүек ул. «Ә һин артабан да ныҡ бул, ыжғыр ел-дауылға, ҡар-буранға бирешмә! – тип яуап бирәм эсемдән генә һәм: Зинһар!..» – тип өҫтәйем. Әле, көҙҙөң гүзәл көндәрендә, ул күҙҙе ҡамаштырғыс алтын шәленә төрөнөп ултыра.


Зәкинә ҒӘЛИМОВА.
Белорет районы.

«Бишек элдем  аҡ ҡайынға...»
«Бишек элдем  аҡ ҡайынға...»
«Бишек элдем аҡ ҡайынға...»
Автор:
Читайте нас: