+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
31 Август 2023, 14:47

Атайымдың төҫө, йортобоҙҙоң күрке...

«Моңло сәңгелдәк» бәйгеһе иғлан ителгәнен күргәс, йөрәк түрендә һаҡланған күп хәтирәләр, кино кадрҙарылай, күҙ алдымдан үтте...Яҙмам – Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуып үҫеп, шунда ғүмер иткән атайым Ғәббәс Аҫылгәрәй улы Аҫылгәрәевтың ҡулы менән 97 йыл элек яһалған, тиҫтәләгән баланы бәүелткән, йортобоҙҙоң йәме булған сәңгелдәк хаҡында.

Атайымдың төҫө, йортобоҙҙоң күрке...
Атайымдың төҫө, йортобоҙҙоң күрке...

Атайым 1903 йылда тыуған, әсәйем Гөлнәзирә – 1906 йылғы. Уларҙы бик йәшләй – үҫмер килеш кенә йәрәштерәләр. Атайыма ул ваҡытта – 16, әсәйемә 13 йәш тулған була. Әсәйемдең атаһы Баязит Китаев тирә-яҡта бай кеше һанала. Ул көтөү-көтөү йылҡы, ҡуй тота. Йәйен ҡымыҙ бешеп, Бәләбәй төйәгенә алып барып һаталар. Атайымдың атаһы Аҫылгәрәй ҙә хәллеләрҙән иҫәпләнә, йәйрәп ятҡан яландарҙа мал көтә, хатта дөйә аҫрай. Баязит ҡартатайҙың ҡыҙын йәшләй йәрәштереү сәбәбе шунда: революция булып, байҙарҙың мөлкәтен тартып алыуҙар башланғас, ул Гөлнәзирәне яҡшы кешегә биреп, малын кейәүенә тапшырып өлгөрөргә тырыша. Күңеле һиҙгәндер инде: үҙен тиҙҙән атып китәләр.
Йылдар үтә, йәштәр быуын нығыта. Әсәйем үҫмер ҡыҙҙан томрап торған һылыуға, атайым ҡойоп ҡуйған баһадирға әйләнә. Тик бер-бер артлы тыуған ике улдарының үлеүе уларҙы ҡайғыға һала. Әсәйем өсөнсөгә ауырға ҡалғас, был бала ла тыуыу менән үлеп ҡуймаһын, тип, ҡурҡа төшәләр. Сығышы менән Дәүләкән районы Ҡыҙрас ауылынан булған Мәрйәм нәнәйем Асылыкүл буйындағы Боранғол ауылында йәшәүсе бер имсе әбейгә барырға тәҡдим итә.
Атайым Ғәббәс ат егеп, күстәнәстәр алып, Боранғол ауылына юл тота. Имсе әбей ҡуш үҫкән миләш ағасынан сәңгелдәк эшләргә ҡуша. Әбейҙең әйткәндәрен тыңлап, атайым миләш ағасынан сәңгелдәк эшләй.
Шулай итеп, 1927 йылда көтөп алған өсөнсө улдары Шәймарҙан яҡты донъяға ауаз һала. Ул бик шәп, сос бала булып үҫә. Саҡ ҡына алға китеп әйтәм: буй еткереп, егет ҡорона ингәс, ағайым армия сафына алына. Черниговск ҡалаһында хеҙмәт итә, артиллерия училищеһын тамамлай, лейтенант званиеһын алып, капитан дәрәжәһенә етә.
Ә ҡотло сәңгелдәкте эшләгән атайым алтын ҡуллы, эшкә шәп баһадир ҙа, ҡуш йөрәкле батыр ҙа ине. Бөйөк Ватан һуғышында хәрби юлын данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире булараҡ үтә. Атайым илбаҫарҙарға ҡаршы нисек үҙҙәрен аямайынса һуғышыуҙары, тарихҡа ингән алыштар тураһында йыш һөйләй торғайны.
Дивизия дошман ҡамауынан сыҡҡан саҡтағы бер ваҡиға атайыбыҙ өсөн айырыуса оло ғорурлыҡ уята. Көндәрҙән бер көндә телевизорҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына арналған тапшырыу күреп ҡалдыҡ. Унда Ҡариҙел ра­йонында йәшәүсе Хафиз Вәғиз улы Сафиндан интервью алдылар. «Мин, бәлки, был йәшемә тиклем йәшәгән дә булмаҫ инем, әгәр мине Ҡаңны-Төркәй ауылынан Ғәббәс Аҫылгәрәев тигән һалдат плащ-палаткаға һалып, байтаҡ ара һөйрәп алып барып санитарҙарға тапшырмаһа. Һөйрәп барғанда кем, ҡайҙан икәнен һорашып, хәтеремдә ҡалдыра барҙым. Һуғыштан һуң ауыр заман, бәлки, осрашҡан да булыр инек, тик районын һорамағанмын», – тине уҙаман.
Ошо тапшырыуҙан һуң мин Хафиз ағайға, телефон һандарын яҙып, хат ебәрҙем. Хафиз ағай шылтыратты, ләкин әңгәмәләшә алманы, илап ебәрҙе, тормош иптәше менән һөйләштек. Уларға атайымдың яҙмышы, үҙемдең һуғыштан һуң тыуған ҡыҙы икәнемде бәйән иттем.
...Шәймарҙан ағайымдан һуң донъяға килгән Рәшиҙә, Гөлзәйнәб, Альбина апайымдар, Фаяз, Мөхәррәм ағайҙарым ғына түгел, мин һәм Хәниф ҡустым да миләш сәңгелдәктә үҫтек. Ҡыҙылса ауырыуы арҡаһында үҫмер саҡтарында Альбина, Фаяз, Мөхәррәм, Хәниф баҡыйлыҡҡа күсте. Ә беҙ – Шәймарҙан, Рәшиҙә, Гөлзәйнәб һәм мин иҫән-һау ҡалып, тормош юлдары буйлап артабан атланыҡ. Атай-әсәйемдең 18 ейән-ейәнсәренең барыһы ла боронғо сәңгелдәктә бәүелде. Ә үҙемдең дүрт улым, ике ҡыҙымды үҫтергәндә ошо сәңгелдәк алмаштырғыһыҙ ярҙамсым булды. Бөгөнгө көнгә тиклем сәңгелдәк өйҙә тора, үҙ тәғәйенләнешен үтәй, ауылға ҡайтҡан ейән-ейәнсәрҙәремде шунда тирбәтеп йоҡлатабыҙ.
Ағайымдар, апайымдар һуғышҡа тиклем, ә мин һуғыштан һуң ғына тыуғас, беҙҙең йәш араһы ҙур ине. Мин үҙемде белгәндә улар төрлө яҡҡа сығып киткәйнеләр. Ғаиләлә бер үҙем генә үҫкәс, күп балалыларға ҡарап көнләшә торғайным. Ишле ғаилә тормошо тураһында хыяллана инем. Аллаға шөкөр, теләгәнем ғәмәлгә ашты. Хәләл ефетем Рәйес менән дүрт ул, ике ҡыҙға ғүмер бирҙек.
Барыһы ла юғары белем алып, үҙ тормоштары менән матур йәшәй. Илдар улым мал табибы булды, Илдусыбыҙ – теш табибы, үҙ стоматология клиникаһын асты. Урал менән Булат нефтсе һөнәрен һайлап, яҡшы эшләп йөрөйҙәр. Наилә ҡыҙыбыҙ – Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡытыусы, Алиәбеҙ – Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә инженер.
Үҙем ҡырҡ йыл мәктәптә химия, биология фәндәренән уҡыттым, хеҙмәт ветеранымын, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләндем. Быйыл ноябрь айында хәләл ефетем менән тормош ҡороуыбыҙға 55 йыл тулыуын билдәләргә йыйынабыҙ.
Күп йылдар беҙҙең ғаиләгә хеҙмәт иткән сәңгелдәк артабан да буш тормаһа ине. Моңло ла, йырлы ла, көйлө лә бит ул. Балалы йорт – нурлы йорт, тип бушҡа ғына әйтелмәгән. Йылдар тыныс булһын, сабыйҙар тыуып торһон, тип теләйем.

Мөнирә Аҫылгәрәева.
Бүздәк районы,
Ҡаңны-Төркәй ауылы.

Атайымдың төҫө, йортобоҙҙоң күрке...
Атайымдың төҫө, йортобоҙҙоң күрке...
Атайымдың төҫө, йортобоҙҙоң күрке...
Атайымдың төҫө, йортобоҙҙоң күрке...
Автор:
Читайте нас: