Тормош иптәше фанилыҡҡа күскәс, йөрәк өҙгөс һағышын, күңел болоҡһоуын баҫырға ла ярҙам иткәндер был шөғөлө. Уңғанбикә һаҡалдар, ҡашмауҙар яһай, төрлө әйберҙәр сигә, ҡурсаҡтарға күлдәк тегә. «Тыуған ауылым Рысыҡайҙан Шығайға йөрөп уҡыныҡ, интернатта ла яттыҡ. Төрлө ауылдарҙан йыйылған ҡыҙҙар кистәрен бергә ултырабыҙ, һәр кем үҙенә ҡыҙыҡ шөғөл таба: берәүҙәр гармунда уйнарға йә мандолина сиртергә өйрәнә, башҡалар бәйләй, тегә, сигә... Мин ҡулъяулыҡ сигергә яраттым, ҡул эштәренә һөйөү ҙә шул саҡтарҙа тыуғандыр», – ти ул. Хисапсы булып эшләгәндә, коллективта төрлө милләт кешеләре йыйылғас, аралашыу урыҫса ғына бара. Ул саҡтарҙа күңеленә килгән шиғырҙарҙы үҙе өсөн генә яҙып, һалып ҡуйһа, хәҙер шиғри бәйгеләрҙә, сәсәндәр әйтештәрендә ҡатнаша, призлы урындар ҙа яулай. Ауылдың әүҙем ағинәйҙәренең береһе, мәҙәниәт йортонда фольклор төркөмөнөң сығыштары ла унһыҙ үтмәй.
Бибисара Ғаззал ҡыҙы әсәһенән, ҡәйнәһенән ҡалған әйберҙәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Ихатаһындағы йәйге өйҙө ҡомартҡы һандыҡ, кәштә, һырылған япма, милли кейемдәр һәм үҙе сиккән таҫтамалдар, биҙәүестәр менән йәмләгән. Урын тартҡыһы ла сиккән. «Бер кем дә мәңгелек түгел. Балаларыма минән дә иҫтәлек ҡалһын», – ти оҫтабикә.