+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
31 Июль 2023, 16:40

Бәхет гөлләмәһе

Ғафури районының Юлыҡ ауылында йәшәгән Нәфисә ҠУЖИНА ҡул эштәренә әсәһенән, шулай уҡ мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә өйрәнә һәм ғүмере буйы яратҡан шөғөлөн ташламай. Әсәләренән күрмәксе, ҡыҙҙары Альбина менән Әлиә лә быуындан-быуынға тапшырыла килгән матур ғәҙәтте үҙ иткән, төрлө бәйгеләрҙә лә ҡатнашҡан.

Бәхет гөлләмәһе
Бәхет гөлләмәһе

Ыҡсым итеп йыйыштырылған йорттоң һәр мөйөшөн оҫтабикәнең үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәре биҙәй, ҡот өҫтәй. Өйҙөң түрендә ырғаҡ менән бәйләнгән раузалар гөлләмәһе, сигелгән мендәрҙәр, урындыҡтағы япмалар, һуғылған балаҫтар... Айырым ғына бер яҡта һуғыла башлаған балаҫ менән станогы ла ултыра. Уны, ҡәйенбикәһенең хыялын белеп, Сибайҙан килене бүләк иткән.
Сәйлән-мәрйендәр менән биҙәлгән ҡашмау, түшелдеректәр, бәйләнгән, һуғылған балаҫтар, ултырғыс, урындыҡ япмалары, ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли күлдәктәре, камзул, баш кейемдәре, түбәтәйҙәр, эҫе әйбер аҫтына һалырға төрлөсә эшләнелгән салфеткалар... Башҡорт халҡының мәҙәниәтен, милли нағышын күрһәтәм, тиһәң, ошонда уҡ тот та музей эшлә, күргәҙмә ас! Ысынлап та, Нәфисә Дәүләтҡол ҡыҙын ауылда, районда үткән һәр сараға саҡыралар.
Ауыл ерендә тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәрҙән арынып, халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарын бешергән, яҡындарын ҡыҙыл эремсек, ҡороттан өҙмәгән уңған хужабикә ҡул эштәренә нисек ваҡыт еткерә һуң? «Ысынлап теләһәң, ваҡыт табыла ул. Ҡайҙа барһам да, төрлө еп ҡарап тик йөрөйөм. Иҫке кейем-һалымды ташламайым. Уларҙы нәҙек кенә итеп ҡырҡам, бәйләү өсөн бынамын тигән үҙенсәлекле генә еп килеп сыға. Ҡайһы ваҡытта ҡорама япмалар әҙерләргә мебель эшләгән урындарҙан артып ҡалған туҡымаларҙы туғандарым килтерә. Быға иһә йорт мәшәҡәт­тәренән арынғас, күпселек кистәрен ултырам», – ти ул.

Бәхет гөлләмәһе
Бәхет гөлләмәһе
Автор:
Читайте нас: