+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
18 Июль 2023, 15:15

Бишек йыры аша бәхет юрайым

Беҙ бәләкәй ваҡытта атайым Ғәззәли Сәлим улы үҙенең бала сағын, атаһы-олатаһынан ишеткәндәрҙе һөйләй торғайны. «Башҡорт халҡы борон күсмә халыҡ булған. Йәй көнө ата-бабаларыбыҙ йәйләүгә күсеп барған. Балаларын, бәпестәрен үҙҙәре менән алғандар. Имән ҡайырыһынан сәңгелдәк эшләп, йүкәнән ишелгән арҡан менән уны дүрт осонан бәйләп, ағасҡа элеп ҡуйғандар. Бәпестең ауыҙына сәйнәп ҡара икмәк ҡаптырғандар. Шулай итеп, баланы ер һыуығынан, йә иһә бөжәк, йылан-маҙар теймәһен тип һаҡлағандар», – тип бәйән итеүҙәре хәтерҙә ҡалған.

Бишек йыры аша бәхет юрайым
Бишек йыры аша бәхет юрайым

Сәңгелдәк беҙҙең өйҙөң дә йәме булды. Оҙаҡ йылдар буйы түребеҙҙә урын алған сәңгелдәк тураһында яҙа башлағайным, бөтә тормошобоҙ күҙ алдынан үтте.
Ғаиләлә биш ҡыҙ үҫтек, бөтәбеҙ ҙә өйҙә тыуғанбыҙ, барыбыҙҙы ла ауылыбыҙҙың Маһира тигән кендек әбейе ҡабул иткән. Ҡулы имле был өләсәй беҙгә генә түгел, бик күп башҡа балаларға ла кендек әбейе булған.
Сәңгелдәкте атайым үҙе эшләгән, төбөн ныҡлы сатиндан тегеп, өрлөккә элеп ҡуйғандар. Балалар тыуып торған, шул сәңгелдәктә тирбәлеп үҫә торған, ҙурыраҡтары бәләкәйҙәрен бәүелткән. Әсәйебеҙ Хөсниямал Сәйфөлмөлөк ҡыҙының оҙон-оҙаҡ итеп сәңгелдәк тирбәтеп ултырырлыҡ ваҡыты ла булма­ғандыр инде. Ләкин ул туған­дарыма көйләгән бишек йырының серле моңо һаман да ҡолағымда сыңлай...
Хаҡлы ялға сыҡҡансы әсәйем ауыл дауаханаһында ашнаҡсы булып эшләне. Иртәнге сәғәт етелә үк китә, киске ашты ашатҡас ҡайта ине. Шуғалыр ҙа инде беҙ атай ҡулында үҫтек. Атайым таңдан тороп, йомортҡа бешереп ашатып, сәй ҡайнатып эсереп, беҙҙең сәстәрҙе үреп мәктәпкә оҙатып ҡала ине. Ул бик йомшаҡ, сабыр холоҡло булды. «Балалар улар гөлдәр кеүек үҫә ата-әсәнең ҡуйынында», – тип, тубығына ултыртып, ярата торғайны.
Әсәйебеҙ бәйләргә, сигеү сигергә, аш-һыуға бик оҫта ине. Бешергән ҡулламалары, ҡойған буҙалары, ҡоймаҡтары тәме әле лә тел осонда тора. Шәл, ойоҡбаш бәйләп һатты – биш ҡыҙҙы кейендерергә лә байтаҡ аҡса кәрәк бит. Йәй булһа, беҙҙе еләккә, сейәгә алып сығып китте, сейә менән май сейәләй торғайны. Кисен әсәйем бәйләм бәйләһә, атайым әкиәт һөйләр ине. Икеһе лә иҫ киткес моңло тауышлы булды, бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙылар. Улар моңо минең йәнемә лә күскәндер инде. Ғүмер буйы йыр юлдашым булды. Саҡ ҡына алғараҡ китеп әйтәм: яҙмышымды мәҙәниәт, әҙәбиәт менән бәйләнем: район мәҙәниәт йортонда методист, үҙәк район китапханаһында китапханасы булып эшләнем. Республикала уҙғарылған күп йыр бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар алдым.
Бишектән башлап сабыйға Хоҙайҙан матур киләсәк һорарға кәрәклеген әсәйем һәйбәт белгәндер. «Яҡшы кешеләр тура килһен ҡыҙҙарыбыҙға...» – тип теләй ине әсәйем ятһа ла, торһа ла. Изге теләктәре ҡабул булды: уңған, тырыш егетте осраттым. Яҙмышыма насип Әнфәс Әсхәт улы – ғаилә йәнле ир азаматы. 1989 йылда улыбыҙ Айгиз тыуҙы. Атаһы улыбыҙ өсөн үҙе бала саҡта бәүелгән сәңгелдәген алып ҡайтып элде. Бәпесебеҙҙе шунда тирбәтеп үҫтерҙек.
1996 йылда, улыбыҙ беренсе класҡа барырға йыйынғанда, игеҙәк ҡыҙҙарыбыҙ донъяға килде. Шатлығыбыҙҙың иге-сиге юҡ ине ул минуттарҙа! Игеҙәк туғандарымды сәңгелдәктә мин бәүелтәм, тип, бигерәк тә улыбыҙ Айгиз ҡыуанды. Башта улыбыҙҙың сәңгелдәгенә ҡыҙҙарҙы алмашлап һалдыҡ. Унан инде аталары ике бәпес һыйырлыҡ оло, иркен сәңгелдәк эшләп ҡуйҙы. Ете айға тиклем Әлиә менән Лилиә шул бишектә бәүелеп ятты. Үҫә төшкәс, береһе уянһа, икенсеһен уята ине. Ҙурая башлағас, сәңгелдәк күтәрмәҫ тип, игеҙәктәрҙе балалар карауатына күсерҙек.
Ҡыҙҙарым бәләкәйҙән теремек, уҡыуға һәләтле булды, төрлө түңәрәктәргә йөрөнө. Әлиә, ун беренсе синыфта уҡығанда «Нәүрүз гүзәле» республика матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашып, «Өмөт» номинацияһында еңеүгә өлгәште. Бөгөнгө көндә уларға егерме ете йәш, хәҙер үҙҙәре әсәй! Икеһе лә юғары уҡыу йортон тамамлап, кейәүгә сығып, үҙ ғаиләләре менән Өфөлә йәшәй. Бер бишектә сәңгелдәгән игеҙәктәр әле баш ҡалабыҙҙың бер үк һалым инспекцияһында эшләй, тормошта ла, эштә лә бер-береһенә кәңәшсе, ярҙамсы улар.
2019 йылда Әлиәмдең тырышлығы «Һөнәре буйынса иң яҡшы белгес» дипломы менән юғары баһаланһа, былтыр Лилиә ҡыҙым да ошо уҡ дипломға лайыҡ булды.
2023 йылда барсабыҙға икеләтә шатлыҡ өҫтәп, ейәнсәрем менән ейәнем донъяға ауаз һалды. Февраль айында – Лилиәбеҙҙең ҡыҙы, март айында Әлиә ҡыҙыбыҙҙың улы тыуҙы.
Ҡыҙҙарыбыҙ бәпестәре менән тыуған йортҡа ҡайтһа, ике урынлы сәңгелдәк йәнә үҙ урынына эленә. Сәңгелдәкте бәүелтә-бәүелтә сабыйҙарыма йырланған бишек йырҙарын ейәнем менән ейәнсәремә көйләйем һәм йөрәгемдән сыҡҡан шатлыҡлы моң аша уларға аҡ киләсәк юрайым. «Әсәй теләктәре» тигән йырҙағы (Рәфис Ҡорбан һүҙҙәре, Фәриҙә Әхмәтшина көйө) һәр һүҙ күңелемдәге хистәргә ауаздаш:

Сәнгелдәктә ята сабыйҙарым,
Ҡулдарыма мин һеҙҙе алам,
Күҙ тейҙермә, йә Раббым, бер Аллам,
Тәүфиҡле булып үҫегеҙ һеҙ, балам!

Үҫеп буй етерһегеҙ бер көн,
Тик онотмағыҙ шуны иң элек:
Ҡайҙа, нишләп кенә,
Нишләп кенә йөрөһәгеҙ ҙә,
Күңелегеҙҙә булһын изгелек!..

 

Ғәлиә САБИРОВА.
Нуриман районы,
Ҡыҙылъяр ауылы.

Бишек йыры аша бәхет юрайым
Бишек йыры аша бәхет юрайым
Бишек йыры аша бәхет юрайым
Автор:
Читайте нас: