+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
24 Июнь 2023, 13:30

Ағинәйҙәр – ауыл күрке

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре лә бәйгебеҙҙә ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ун биш йыл элек ойошторолған «Йәнтөйәк» фольклор ансамбле ағзалары ағинәйҙәр хәрәкәтенә ҡушыла.

Ағинәйҙәр – ауыл күрке
Ағинәйҙәр – ауыл күрке

Маҡсаттары – боронғо йолаларыбыҙҙы өйрәнеп, тергеҙеү, йәш быуынға еткереү. Инәйҙәр милли кейем тегә, биҙәүестәр яһай. Егәрле ҡул оҫталары тула һуғып, сарыҡ, ҡорама юрғандар тегергә өйрәнгән. Балаҫ һуғыуҙы ла үҙләштерәләр, хәҙер байтағының үҙ станогы бар. Бөгөн ағинәйҙәр сафында иң әүҙем ҡатнашҡан апайҙар – Дәүләтбикә Әбдрәшитова, Мәҡсүҙә Балхина, Мәрйәм Мәхмүтова, Әлфиә Сирбаева, Дамира Усманова, Мәҙинә Туйсина, Рәйлә Әбдрәшитова, Мәрзиә Салауатова. Күрше-тирә ауылдарға йөрөп, тәжрибә уртаҡлашалар, үҙҙәренә лә саҡырып алалар, төрлө сараларҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашалар. «Ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан китапхананың бер бүлмәһендә башҡорт мөйөшө булдырҙыҡ. Йыйылып кәңәшләшер, төрлө сараға әҙерләнер, ҡул эштәрен һаҡлар урыныбыҙ ул. Ҡыш буйы шаршау сиктек. Бер олоно, бер кесене тыңла, тигәндәй, Дәүләтбикәбеҙҙең Сибайҙа уҡып йөрөгән ҡыҙы Айһылыу ҡайтып, шаршау сигеү серҙәре менән уртаҡлашты. Ҡыҙҙарыбыҙҙы кейәүгә биргәндә лә күмәкләп бирнә әҙерләйбеҙ. Бына яңы ғына «Кәкүк сәйе» йолаһын атҡарҙыҡ, йәш быуынға башҡорттарҙың тәбиғәт менән бер булып йәшәүен аңғарттыҡ, тары бутҡаһы бешереп тәмләттек, ҡоштарҙы ла һыйланыҡ», – ти ойошманың етәксеһе Ишһылыу Рәжәпова.

Автор:
Читайте нас: