+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
4 Июнь 2023, 11:35

Көйлө бишек

Әсәйемде апайым менән ике яҡтан ҡосаҡлап ятабыҙ. – Был ҡулы миңә! – ти апайым. Мин дә бирешмәйем:– Был аяғы миңә! – тим. Әсәйемде нығыраҡ ҡосаҡлайым. Уны шулай бүлешәбеҙ.– Әсәй, берәй йыр йырла әле!Әсәйем йырлай. Тағы һорайбыҙ, тағы йырлай. Йөҙәтеп бөтәбеҙ. Инде аптыратҡас, «Ағиҙелгә аҡ таш һалғайным…» тип оҙон итеп һуҙа ла, «суп итеп ҡалды…» ти ҙә тиҙ генә йырын бөтөрә лә ҡуя. Ә беҙгә ҡыҙыҡ!

Көйлө бишек
Көйлө бишек

Үҙемдең балаларыма ла шулай йырлап ҡарағайным, тик уларға нишләптер ҡыҙыҡ тойолманы. Һәр хәлдә, әсәйемдең шул беҙҙе көлдөргән йырын нисек кенә башҡарһам да битараф ҡалдылар. Ни эшләп шулай икән?
Әсәйем матур, моңло итеп йырланы. Бишектән төшһәк тә, бишек йырын көйләп йоҡлатҡаны иҫтә. Ә бына сәңгелдәгемде буласаҡ балаларыма үҙем «һаҡлап» алып ҡалғанмын. Уны беҙҙең өсөн ҡартатайым эшләп биргән. Ҡартатай тиһәм дә, ысын ҡартатайым түгел. Әсәйемдең бер туған апаһының ире. Ә үҙемдең ҡартатайым менән өләсәйҙе күреү бәхете беҙгә теймәне, сөнки әсәйемде тапҡанда, өләсәйгә илле ике йәш үк булған. Әлеге ҡартатай менән өләсәй беҙҙе ҡарап үҫтереште, уларҙың, үкенескә ҡаршы, балалары булмаған. Шуның өсөн беҙҙә йыуаныс тапҡандарҙыр инде. Ҡартатай нимәгә тотонһа ла, бик мөкиббән китеп, бөтә күңелен биреп эшләй ине. Әлеге сәңгелдәк тә ныҡлы булды. Ситен, бала йығылып төшмәһен өсөн, бейе­герәк күтәртеп ҡуйған. Тағы шуныһы мөһим: тирбәткәндә пружинаһы үҙенсәлекле итеп көй сығарған. Шуға ҡушылып киткән бишек йыры нисектер ошо ритмдан сыҡмай ғына башҡарылған. Ана шул сәңгелдәктә бәүелеп үҫкән бала мин. Әсәйем минең менән өйҙә ултырғанда, мәктәптә уҡытыусы сирләп китә һәм уны ваҡытлыса алмаштырырға эшкә саҡырталар. Мәктәптәр мейес яғып йылытылған осор. Сәңгел­дәкте шул мейес артына элеп ҡуйғандар. Шунда дәрес тыңлап бәүелеп ятҡанмын. Илай башла­һам, класс менән: «Эй туған тел, эй матур тел, атам-әсәмдең теле, донъяла күп нәмә белдем – һин туған тел арҡылы…» – тип йырлағандар. Ошо көйгә тағы йоҡлап киткәнмен. Шулай итеп, миңә бишек йырын әсәйем генә түгел, хатта уҡыусы балалар ҙа йырлаған. Моғайын да, миңә ошо йыр аша бәләкәй генә йөрәгемдә, бәлки, буласаҡ һөнәремә юл асылғандыр. Әллә «мантра» тиҙәрме әле, шуның кеүек йыш ҡабатланып торғас, йыһан аша урап, минең аңыма инеп ояланымы икән? Һәр хәлдә, мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның филология факультетына барып индем, телсе булып киттем. Әйтеп ҡара шунан, бишек йырының көсө юҡ тип! Теләгемдә «әртислек»кә уҡыу ҙа бар ине, әммә бабайым, билдәле йырсы Ғүмәр Әбделмәнов ул уйҙан төңөлдөрҙө. Әйткәндәй, бәлки, ике ҡыҙына ла башҡорт теленә һөйөү әсәйемдән күскәндер? Өсөбөҙ ҙә тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлағанбыҙ һәм ғүмер буйына ошо юлдан барҙыҡ. Алдараҡ сәңгелдәгемде балаларыма «һаҡлап» алып ҡалдым, тип яҙғайным. Күңелһеҙ ваҡиға…
...Миңә ике йәш самаһы. Өҫтәл буйында апайым «Дал-дал әпәр» тип әйтергә өйрәтә. Ысынлап та, Дим буйы башҡорттарында баланы «дал-дал» иттереү йолаһы бар. Ашап бөткәс тә, баланы һул ҡулының усына уң ҡулының һуҡ бармағы менән төртө-төртә:
Дал-дал-дал, әпәр
Дал-дал-дал, әпәр! – тип әйтергә өйрәтәләр. «Дал-дал итеү» сабый өсөн үҙенә күрә доғаны алмаштырған.
Ә өйҙә атай булған кеше стенала торған сәғәтте алып сыҡты. Әсәйем мейескә һөйәлгән дә шым ғына баҫып тора. Былай ҙа ҙур ҡара күҙҙәре тағы ла ҙурайып киткән. Беҙ ҙә, ниндәйҙер күңелһеҙ күренеш барыуын тойомлап, шым ҡалып, атайҙы күҙәтәбеҙ. Бына ул диванды һөйрәп сығара башланы. Уның өҫтөндә – минең ҡыҙыл пальто һәм сәңгелдәк… Бәләкәс кенә булһам да, насар хәлде һиҙемләп, сарбайлап шул сәңгелдәккә барып йәбешкәнмен. Пальтоға ла түгел, ә сәңгелдәккә! Хатта атай кеше лә албырғап ҡалған. Бер нимә лә өндәшмәйенсә, хатта һаубуллашып та тормайынса сығып киткән. Шулай итеп, минең сарылдауым арҡаһында беҙгә диван да, минең ҡыҙыл пальтом да, ә иң мөһиме – сәңгелдәгебеҙ ҡалған. Ә атайға барыбер рәнйемәйем. Донъяға тыуҙырған, шуға рәхмәт. Әсәйем беҙҙе яңғыҙы ҡарап үҫтерҙе. Атайһыҙлыҡты тойманыҡ. Ә сәңгелдәк, атайға, бәлки, тағы балам булыр, тигән маҡсаттан кәрәк булғандыр. Ана шунда минең бала күңелем рәнйегәндер, күрәһең, беҙҙән башҡа балаһы булманы…
Әсәйем беҙгә лә, минең балаларыма ла бишек йырын йырланы. Был бәхетле минуттар күберәк улыма эләкте, сөнки мине лә бала менән декретта ултырғанда, эшкә саҡыртып алдылар. Әсәйемде алып килергә тура килде. Бишек йырын тәмләп башлай ҙа аҙағын үҙе уйлап сығара ине:
Әлли-бәли бәпкәһе,
Ҡая киткән әсәһе?
Әсәһе киткән еләккә
Аязыма бүләккә.
Тәүфиҡ менән үҫһен ул,
Сабыр ғына булһын ул.
Ата-әсәһен тыңлап,
Батыр ғына булһын ул.
Хәҙер әсәйең ҡайта –
Балалар ул уҡыта.
Дәфтәрен тейәп ҡайта,
Эше эйәреп ҡайта.
Аязым үҫеп китә.
Үҫеп еткәс, минең улым
Ҙур начальник та була.
Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡылымдарҙы хәҙерге заманда әйтеп йырлай. Булыр түгел, ә була.
…Уҡырға ла ярата.
Йырларға ла ярата.
Гармунын да уйнатып,
Матур ҡыҙҙар ҡарата.
Бишек йырының башы бер төрлө булһа ла, аҙағын төрлө-төрлө итеп тамамлай. Рифмаға һала. Әсәйемдә сәсәнлек һәләте булған инде ул. Бишектәге бала бишкә төрләнә, тиһәләр ҙә, улыма өләсәһенең һүҙҙәре күңеленә барып оялаған, күрәһең. Аллаға шөкөр, йырлай ҙа (үҙе өсөн генә булһа ла), гармунда булмаһа ла, гитарала уйнай. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамланы. Ә китапты уҡырға яратыуы тура­һында һүҙ ҙә юҡ! Ҡайҙа тура килә, ваҡытын табып, уҡырға тырыша. Ҙур булмаһа ла, үҙенең эшендә түрә. Киленебеҙ Айһылыу ҙа матур, аҡыллы. Өс бала үҫтерәләр.
Ә бына ҡыҙыма бишек йырын үҙемә көйләргә, белгәнсә йырларға тура килде. Әсәйем кеүек үк булдыра алмаһам да, мин дә аҙағында үҙ теләктәремде әйтергә тырыштым.
Ҡыҙым-ҡыҙым, ҡыҙ кеше,
Ҡыҙыма килер йөҙ кеше,
Йөҙ кешенең араһынан
Алып китер бер кеше.
Йоҡла, балам, күҙ нурым.
Йоҡла, минең йондоҙом.
Ярҙамсы булып үҫер,
Матур ғына бер ҡыҙым.
Ҡыҙым Ирина, В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының Өфө филиалында юридик факультетты тамамлап, Шишмә ҡасабаһында район судында эшләй. Кейәүем Дамир менән Әмирә исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Балаларым бишек моңонда тирбәлеп үҫте. Матур-матур теләктәребеҙҙе әйтеп йырланыҡ. «Уй-ниәттәр ғәмәлгә аша, ысынбарлыҡҡа әйләнә» тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Ысынлап та, бишек йырының тәьҫире көслө. Сөнки һин уны балаңа бөтә йөрәгеңдән бағышлап башҡараһың. Көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Нишләп һинең балаңа булған шул хәтлем изге теләктәрең тормошҡа ашмаҫҡа тейеш?! Бишек йырын тыңлап үҫкән бала – бәхетле бала. Сөнки ул әсәһенең, өләсәһенең изге теләктәрендә, наҙында сорналып үҫә. Шуға ла балаларым бәхетле, эштәрендә лә уңышҡа өлгәшеп, татыу ғаиләләрендә матур донъя көтәләр. Аллаһы Тәғәләмә рәхмәт! Бишек йырының дауамы булып, балаларыма булған изге теләктәремде доғалар аша еткерәм. Өләсәй булараҡ, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәремә бишек йырын йырлайым. Сәңгелдәк булмаһа ла, аяғыма мендәргә һалып тирбәтәм. Әсәйем кеүек уй-теләктәремде теҙәм. Минең менән бер йәштәге ошо сәңгелдәк әллә күпме баланы үҫтереште. Бишегем күңелһеҙ ваҡиға менән бәйле булһа ла, беҙгә ҙур хеҙмәт күрһәтте, шатлыҡлы һәм ҡәҙерле минуттар бүләк итте. Артабан тағы ла әллә нисә бала үҫтерерлек ныҡлы әле ул. Көй сығара торған пружинаһын ғына алмаштырырға кәрәк. Тик әлегә һораған кеше генә юҡ…
Үкенескә ҡаршы, беҙҙең көндәрҙә балаһына бишек йыры йырлаған әсәйҙәр һирәк. Ә бит ошо ябай ғына һүҙҙәргә әсәнең бөтә йыһаны һыйған – хис-тойғолары, балаһына булған теләктәре, киләсәге тураһындағы уй-хыялдары, доғалары. Бишек йыры кешенең иң нескә ҡылдарына ҡағылыр көскә эйәлер, тип уйлайым. Әсә менән бала рухи яҡтан бер даръяла, бер донъяла гиҙә. Уларға ошо мәлдә бер кем дә кәрәкмәй, бары тик сабыйҙың күңелен наҙлап, әсәнең йөрәгенән сыҡҡан бишек йыры ағыла ла ағыла… Ошо илаһи моң баланы үҙенең тылсымлы һаҡлағыс көсө менән биләй һәм ғүмере буйына оҙата килә. Хәҙерге заманда интернеттан баланы йоҡлатыр өсөн төрлө көй табырға була. Әсәйҙәр шул көйҙәрҙе йә тын музыканы ҡуя ла үҙ эшенә тотона. Минеңсә, бала менән әсә араһындағы иң нескә һәм ныҡлы бәйләнеш ана шул бишек йырынан башланалыр. Әлбиттә, ул бәйләнеш әсә ҡары­нында уҡ һалына, унда ла бишек йырының роле баһалап бөткөһөҙ. Бишек йыры – ул тормошобоҙ, ауыҙ-тел ижадыбыҙ, рухи хази­набыҙ. Уларҙы онотмай, тергеҙеп, балаларыбыҙға тапшыра барыу мөһим.
…Ана, тәҙрәнең саҡ ҡына асылған пәрҙәһенән һалмаҡ ҡына сәңгелдәк тирбәлгәне күренә, уның ыңғайына тын ғына моң яңғырай – әсә урындыҡ ситенә генә ултырып сабыйын йоҡлата. Ул бала – мин… Яңынан ҡабатланһын ине лә ошо изге минуттар. Тик һәр нәмәнең үҙ ваҡыты шул был донъяла…

Лилиә Сәлихова.
Шишмә ҡасабаһы.

Көйлө бишек
Көйлө бишек
Автор:
Читайте нас: