+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
31 Май 2023, 09:52

Бала саҡҡа алып ҡайта

Йәзилә Хөсәйенова Ҡырмыҫҡалы районының Сихонкин ауылында йәшәй.

Бала саҡҡа алып ҡайта
Бала саҡҡа алып ҡайта

Ҡалала ерһенмәй, Өфөнән алыҫ түгел ошо урынға күсенәләр. Иркен итеп йорт һалып ингәс тә, байтаҡтан моронлаған теләктәрен тормошҡа ашырырға мөмкинлек тыуа. Бирнә һандығында әсәһе – Әнисә апайҙың станок артында ултырып һуҡҡан әрмәге, ҡораманан арҡыры юрғандары, балаҫтар, сигеүле мендәрҙәр ята. Ғәзизенең күҙ нурҙары түгеп, изге теләктәр юллап әҙерләгән әйберҙәре тик ятырға тейешме ни?! Башҡорт мөйөшө булдырыу теләген тормош иптәше Рөстәм ҡуш ҡуллап күтәреп ала, улай ғына түгел, туғандары ярҙамында урындыҡ эшләп тә ҡуя. Тәҫләп һалып һаҡланған ҡәҙерле ҡомартҡылар үҙ урынын биләй. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы иғлан иткән бәйге эште ослап ҡуйырға этәргес була.
Тәмле сәй артында хәтирәләргә бирелеп, туғандар менән бергәләп күңел бушатып ултырыу бигерәк йәтеш бында. Килгән ҡунаҡтар ҙа тап ошонда ятып йоҡларға ярата. Ғаилә башлығының дини китаптары, намаҙлығы ла йәмле бүлмәлә урын алған. Стенаға шәжәрә, хужабикәнең сатрашлап сиккән картиналары элеп ҡуйылған.
«Ғаиләлә ун баланың туғыҙынсыһы инем мин. Әбйәлил районының Туйыш ауылында тыуған өйөбөҙҙәге урындыҡта теҙелешеп ятып йоҡлаған саҡтар кисә генә булған кеүек. Яңы йортҡа сыҡҡас, заманса карауат-дивандар алып ҡуйылды. Шулай ҙа татлы, ғәмһеҙ бала сағым урындыҡлы үтте минең», – тип иҫтәлектәргә бирелә Йәзилә.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: