+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
20 Апрель 2023, 14:46

Динис бишеге

Күп йылдар элек, тип башларға ла булыр ине һүҙемде, сөнки яҙмам арналған бишектең «хужаһы» – яҡташыбыҙ, күренекле башҡорт әҙибе, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Динис Бүләковтың тыуыуына ла 79 йыл булып китте.

Динис  бишеге
Динис бишеге

...Динис ағай Мәләүез районы Танып (Арыҫлан) ауылында донъяға килә. Әсәһе Нәғимә Бибулат ҡыҙы уны ҡулына алыу менән ошо еңел, ҡотло бишеккә һала. Эйе, һиҙгер әсә күңеле бишектең имле икәнлеген тоя: ана, бер тирбәтеү менән күҙен йомоп йоҡлап китә бит улы. Тыныс, сәләмәт, теремек булып нығына унда балаһы.
Күрше генә йәшәгән Мәҙинә еңгәләренең бәпес һөйә алмағанын күреп, эй, бошона Нәғимә апай. Был ҡатындың сабыйҙары тыуыу менән баҡыйлыҡҡа күсеп торған була. Нәғимә апай еңгәһенең йәнә ауырлы икәнен күреп ҡала ла бер уйға килә...
Бала тыуыу менән, бишек тотоп, күршеләренә инә ул:
– Еңгә, бәпесеңде минең баламдың бишегенә һалып ҡара әле. Уны бик яҡшы, тәрбиәле кеше эшләне, бәлки, ярҙамы тейер, – тип токарь станогында тотҡаларын семәрләп яһалған сәңгелдәк тәҡдим итә. Шулай итеп, сәңгелдәк менән бергә был өйгә бала ҡото инә. Иҫәкәевтар ғаиләһендә алмалай өс ҡыҙ, шалҡандай өс ул буй еткерә, ә бишектең баһаһы бермә-бер арта. Ауылдың түбәнге осонда тыуған бөтә балалар ҙа ошо бишектә тирбәлеп үҫә. Тыныс, аҡыллы, шәп була улар. Имле бишектең серен белеп ҡалған үрге остар ҙа уға сират торор булған. Динис әсәһе менән Тамъян (Смаҡ) ауылына күсеп киткәндә бишек күршеһе Мәҙинә Әбдрәхим ҡыҙында ҡала. Һорап килеүселәргә ул:
– Бирәм, бирмәй ни, бик изге эш бит бала үҫтереү, тик ваҡытында, теүәл килеш ҡайтарһаң ғына бирәм, – тиер булған. Ул сабый бишектән төшөп, урамда күренеү менән хафалана башлаған: «Ниңә һаман килтермәйҙәр икән? Емереп, ватып, утҡа яҡмаһалар ярай ҙа, кеше бишеге бит, иҫтәлек», – тип һөйләнә-һөйләнә алып ҡайтҡан һәм йыуып, киндер туҡыманан тегелгән тоҡсайына һалып, стена буйына элеп ҡуйған. Ошо йүнсел, һаҡсыл инәй булмаһа, бәлки, бишек тә күптән туҙып бөтөр ине. Төбөндәге киндер сепрәге иҫкергәс, инәй сатрашлы таҫтамалдан төплөк тә тегеп ҡуя.
Динис ағай Бүләковты илле йыллыҡ юбилейы айҡанлы ауылына һабантуйға саҡыралар. Иҫәкәев­тарҙың улы Сәлих данлыҡлы яҡташы менән әңгәмәләшкән саҡта уның бишеге үҙҙәрендә икәнен әйтә. Динис ағайҙың шатлығы эсенә һыймай!
– Ҡустым, ул бишекте һин миңә бүләк ит әле. Өфөгә алып ҡайтып, түргә элеп ҡуйырмын, – тигәнгә Сәлих:
– Юҡ, ағай, бишек әле беҙҙә хеҙмәттә, һин пенсиәгә сыҡҡас, уны ла хөрмәтләп хаҡлы ялға оҙатырбыҙ, шунан, бәлки, бүләк тә итермен, – тип яуаплай. Улар ҡатыны Рәмзиә менән үҙҙәре ике улдарын да ошо сәңгелдәккә һалып үҫтерә. Тәүге бәпестәре тыуыу менән, кемдәлер йомошта йөрөгән бишекте әсәһе Мәҙинә күтәреп ҡайтып инә. Шул саҡ йәш атай күңелендә күптән йөрөгән хыялын әйтеп бирә: «Динис тип атайыҡ улыбыҙҙы!» Уланға оло шәхес исемен ҡушыуға әсәһе лә, ҡатыны ла шатланып риза була. Хәҙер ул егет – торғаны бер бәһлеүән, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, Мәләүез районы ауыл хужалығы идаралығы инженеры булып эшләп йөрөй. Динис – матур ғаилә башлығы, игеҙәк ҡыҙҙар Йәсминә менән Әминәнең яратҡан атаһы.
Икенсе улдары Данил да, сәңгелдәктәштәре кеүек, уңған, аҡыллы егет булып үҫеп етә, Ырымбур дәүләт университетын бөтөрөп, татыу ғаилә ҡора. Уның ҡыҙы Азалия Динис бабайҙары кеүек шиғри күңелле, сәхнәнән уның шиғырҙарын һөйләп шатландыра. Данил – Мәләүез ҡалаһында «Башкирэнерго» предприятиеһында инженер.
Был бишеккә шул дәүер эсендә кемдәрҙе генә һалманылар икән? Ауылдағы һәр ата-әсә үҙ балаһын ошо ҡәҙерле сәңгелдәктә тирбәткеһе килгән бит – абруйлы ауылдаш­тарының ырыҫы, даланы күсә, тип ышанғандар. Ул балаларҙың бер нисәһен билдәләп китеү кәрәктер. Унда үҙ бәпестәрен бәүелткән Лилиә менән Миңнулла Имелбаевтар хатта ейән-ейәнсәрҙәрен дә ошо сәңгелдәктә үҫтергән. Ләйсән ҡыҙҙары Стәрлетамаҡ пединститутында, Риф улдары Салауат индустриаль колледжында уҡып, үҙ өлкәһендә ихтирам ҡаҙанған. Уларҙың бөтә балалары ла уҡыуға шәп була, абруйлы институт-университеттарҙа белем алып, һөнәри уңышҡа өлгәшә. Рифтең ҡыҙы Әлфиә – Мәләүез район хакимиәте белгесе, улы Салауат – Өфөлә эшҡыуар. Ләйсәндең өлкән ҡыҙы Илмира Екатеринбургта хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итә, Гөлназы иһә Башҡортостан Респуб­ликаһы Арбитраж судында эшләй. «Миңнулла олатайыбыҙ бишек хаҡында гел ғорурланып, маҡтаны­быраҡ һөйләр ине», – ти улар.
...Үҙемә был серле сәңгелдәк тәтемәне. Ләкин мин һәм ете туғаным үҫкән бишек тә бәхетле булғандыр, тп уйлайым. Унда үҙ балаларымды ла сәңгелдәттем. Ҡалала йонсоған бәләкәстәремде ауылға алып ҡайтҡас бишеккә һалһам, иҙрәп китеп көндәр буйы йоҡларҙар ине. Бишек бит ул бәүелтә лә, өҫтөнә ҡуйылған тәтәй әүрәтә лә, баланы тынысландыра, ниндәйҙер теүәллек, бәхет мөхитенә алып инә. Ике ҡыҙым да – шөкөр итерлек балалар. Олоһо Роза Ырымбур дәүләт университетында уҡыта, иҡтисади фәндәр кандидаты, доцент, кейәү менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Кесе ҡыҙым Римма, сирләү сәбәпле, үҙем менән йәшәй, ул юридик белемле, дүрт шиғри йыйынтыҡ авторы.
1996 йылда Смаҡ ауылында Динис Бүләков музейы асылды. Бында йыл һайын яҙыусының тыуған, вафат булған көндәрендә хәтер кисәләре уҙғарыла. Олоһо ла, кесеһе лә уны хөрмәтләп иҫкә ала, рухына арнап доғалар уҡыла. Төрлө яҡтан йыйылған ҡәләмдәштәре, дуҫ-иштәре, уҡыусылар Динис бишегенә тағы ла бер һоҡланып ҡарап, йылыһын тойоп китә, ә бишек,  уларҙы ҡаршылап, үҙенә тартып тора. Шул хаҡта күңел түренән урғылған шиғырым менән яҙмамды тамамлайым.

Динис бишеге
Өй түрендә өрлөктәге бишек,
Һинең бишек, һаман һаҡлана.
Был бишектә күпме бала үҫкән,
Ныҡлығына барыһы һоҡлана.

Әсәң һине ошо сәңгелдәккә
Һалып бишек йыры йырлаған,
Улым иҫән генә үҫһен, тиеп,
Кеше булһын, тиеп юраған.

Үлмәһендәр, тиеп, балалары,
Әсәң биргән һинең бишекте.
Тылсымлы тиҙәр бит бишегеңде,
Һалған һәр бер бала бешекте.

Ошо сәңгелдәккә һалған улға
Һинең исемеңде ҡушҡандар.
Динис атлы яҡташыңды беләм,
Һиңә оҡшап, телдәр һәм уңған.

Сөйгә элгән бишек үҙенә тарта –
Ҙур шәхестең имле бишеге.
Ҡунаҡтарҙы гел ҡаршылап торһон,
Ябылмаһын музей ишеге!

Хәлиҙә ШӘЙӘХМӘТОВА.
Мәләүез ҡалаһы.

Динис  бишеге
Динис бишеге
Автор:
Читайте нас: