+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
14 Апрель 2023, 17:29

Һәр әйбер ҡәҙерле

Белорет ҡалаһынан Баныу Астанова күптән шәхси музей булдырырға теләй. «Учалы районының Сораман ауылынан Хәлимә әзәйемдән, Наурыздағы Әминә нәнәйемдән ҡалған ҡомартҡылар байтаҡ ҡына: балаҫтар, сигелгән, ырғаҡ менән бәйләнгән ашъяулыҡтар, таҫтамалдар, еҙ тастар, ағас һауыт-һаба...

Һәр әйбер ҡәҙерле
Һәр әйбер ҡәҙерле

Өләсәйҙәрем икеһе лә ҡул эшенә маһир булды, шуға күҙ нурҙары түгелеп эшләнгән һәр әйбер минең өсөн ҡәҙерле. Уларға өҫтәп, ауылдан уҡытыусым Нәйрә Сәйфулла ҡыҙы ла боронғо әйберҙәр бирҙе. Улар араһында ҡолға, патефон, ҡул тирмәне кеүек хәҙерге заманда һирәк осрағандары ла килеп эләкте. Артабан «коллекциям» ҡул иләүесе ағас сана менән тулыланды. Шулай итеп, үҙе бер бәләкәй генә этнографик музей барлыҡҡа килде», – тип бүлешә ул. Хәҙер инде туғандары, таныштары ла был мауығыуын белеп бөткән, берәй боронғо әйбер килеп сыҡһа, уға алып килә. Үҙе ҡул эштәре менән булышырға яратҡас, музейының бер өлөшөн кәрәкле ҡорамалдар биләй: иләүес, ҡолға, йөн теткес, ҡаба (тарағыс), ҡул станогы, балаҫ һуғыу станогы.
Ҡомартҡыларын педагогик эшмәкәрлегендә лә киң ҡуллана, кластан тыш сараларҙа костюмдар файҙаланыла, фото төшөү урындары ойоштороуҙа тотонола. Балалар менән ҡул эштәре буйынса эҙләнеү, ижади проекттар башҡаралар. «Миндәк ауылынан Гөлйемеш апай ҡул станогы бүләк иткәс, уҡыусым менән тула һуғыу менән ҡыҙыҡһынып киттек һәм ошо темаға проект эше башҡарҙыҡ. Төбәк-ара конференцияла беренсе урын да алып ҡуйҙыҡ. Сарыҡ эшләүгә барып етмәһәк тә, тула ойоҡ тегеп ҡараныҡ. Әле бына тамбур сигеүен өйрәнеп, башҡорт өйөн йыһазландырыуҙа урын тартҡыһының роле тураһында эҙләнеү өҫтөндәбеҙ. Бының өсөн музейымдағы ике төрлөһөн, әҙәбиәтте өйрәнеп, үҙемә урын тартҡыһын эшләргә, биҙәргә тура килде тәүҙә», – ти оҫтабикә.

Һәр әйбер ҡәҙерле
Һәр әйбер ҡәҙерле
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: