+6 °С
Ясно
Беҙҙең бәйгеләр
27 Марта 2023, 04:46

Ни сәсһәң, шуны урырһың

Әнисә Хажиева Учалы ҡалаһының Салауат Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында уҡыта. Халыҡ ижадын тәрән өйрәнеп, ул заманса интерьерға, модаға ярашлы итеп үҙенә генә хас автор әйберҙәрен эшләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ни сәсһәң, шуны урырһыңНи сәсһәң, шуны урырһың
Ни сәсһәң, шуны урырһың

«Башҡорт биҙәү-ҡулланма сәнғәте – халҡыбыҙҙың байлығы, ҡаҙанышы. Ул йәшәһен өсөн, тирә-яҡ донъя менән бергә үҫешергә, йәмғиәттең ихтыяждарына ла яуап бирергә тейеш. Рәссам, уҡытыусы булараҡ, башҡорт халыҡ сәнғәтен өйрәнеүҙе, уны таратыуҙы, традицион формаларҙы үҫтереүҙе үҙемдең бурысым һанайым. Бының өсөн музей экспонаттарын, әҙәбиәтте өйрәнәм, семинарҙарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашам. Һәр яңы алымды үҙләштергәндән һуң ижади эшкә тотонам, башҡарған әйберҙәрем методик ҡулланма ла булып хеҙмәт итһен, тип тырышам», – ти Әнисә Әнүәр ҡыҙы.
Оҫтабикә күргәҙмәләрҙә, һөнәри бәйгеләрҙә ҡатнашырға ярата. Нәфис телде тапҡанһыңмы, башҡарған ғәмәлең кешеләр йөрәгенә юл асҡанмы икәнен тап шул мәлдәрҙә аңлайһың, тигән фекерҙә ул. Кемдер уның эшенә һоҡланып, үҙе лә өйрәнергә теләй икән, камиллыҡ һабаҡтары менән бүлешергә әҙер. Музейҙарҙа, китапханаларҙа, балалар баҡсаларында оҫталыҡ дәрестәре үткәреүҙе емеш баҡсаһы ултыртыуға тиңләй уңған ханым – бөгөн ултыртҡан баҡса үҫентеләре әлегә күренмәһә лә, бер саҡ бөрөләнер, гөрләтеп емеш бирер, халыҡ ижады өлгөләре киләсәк быуындарҙың да рухи хазинаһы булып торор.

Ни сәсһәң, шуны урырһың
Ни сәсһәң, шуны урырһың
Ни сәсһәң, шуны урырһың
Автор:
Читайте нас