-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
22 Март 2023, 12:37

Ҡомартҡы бишек

Яратҡан журналыбыҙ иғлан иткән «Моңло сәңгелдәк» бәйгеһендә ҡатнашырға булғас, ҡәҙерләп һаҡланған боронғо бишекте һыйпап, хәтирәләр даръяһына сумдым. Ябай түгел, быуындан-быуынға күсеп килгән ҡомартҡы ул. Сәңгелдәккә бәйле иҫтәлектәр мине ҡартатай-нәнәйҙәр йәшәгән дәүерҙәргә, халҡыбыҙ йола ҡанундарын тотоп көн иткән замандарға алып ҡайтты...

Ҡомартҡы бишек
Ҡомартҡы бишек

Ҡомартҡы сәңгелдәкте Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында йәшәүсе 1859 йылғы ҡартатайым Әйүп Ҡотлоәхмәт улы Әйүпов яһаған. Ҡартатайыма 60 йәш булғанда тәүге ҡатыны донъя ҡуя. Элек башҡорт­тарҙа апай үлһә, еҙнәне балдыҙға өйләндереү, еңгә тол ҡалһа, ҡәйнешкә кейәүгә биреү йолаһын һаҡлағандар бит. (Йола хаҡында һүҙ сыҡҡас, бер аҙ ситкә китеп, шуны ла әйтәм: ҡартатайымдың атаһының биш ҡатыны булған, һәр ҡатынына ул айырым йорт һалып биргән, һәр береһенән бишәр-алтышар бала тыуған, барсаһын да ҡарарға ҡулынан килгән).
Йоланы тотоп, Әйүп ҡартатайға Зайра исемле балдыҙын алып бирәләр. Зайра нәнәйемә ул мәлдә 30 йәш була. 1919 йылда ғаиләлә Йәмилә исемле ҡыҙ (сәсәниә Розалия Солтангәрәеваның әсәһе) ауаз һала. Тәүге ҡатынынан тыуған өс балаһын күптән башлы-күҙле иткән ҡарта­тайым, шулай итеп, ҡулына йәнә бер сабыйын ала һәм шатлана-шатлана уға сәңгелдәк эшләй.
1929 йылда әсәйем Йәмиғә донъяға килә. Әйүп ҡартатайым был ваҡытта инде 70 йәшен тултыра. Ике ҡыҙын да үҫтереп, матур һөнәрле итеп, кейәүгә биреп, туй яһарға ла өлгөрә. Улай ғына түгел, үҙе эшләгән сәңгелдәктә ейәнсәрҙәрен – 1953 йылғы оло апайым Фәнзиләне, 1957 йылғы мине тирбәтеү бәхетенә лә ирешә. Ғүмере буйы намаҙ уҡып, ураҙаһын ҡалдырмаған ауыл аҡһаҡалы йөҙ йәшенә етәрәк мәңгелеккә күсә.
«Уңған» сәңгелдәк буш тормай. Унда, апайым менән минән тыш, һеңлеләрем – 1960 йылғы Ләйлә, 1963 йылғы Фирҙәүис, 1966 йылғы Рафаэль туғаным да бәүелеп үҫте. Беҙ барыбыҙ ҙа – йәй балалары. Ул заманда ҡатындарға декрет ялы ике ай ғына бирелгән. Әсәйем йүгереп ҡайтып, тиҙ генә балаһын имеҙеп китә. Уны бәпләп ултырырға ваҡыты юҡ. Апай менән икәү марляға икмәк һалабыҙ ҙа туғаныбыҙҙың ауыҙына ҡаптырабыҙ. Иламаһын өсөн, сәңгелдәк тирбәтә-тирбәтә, әсәйҙән ишеткән бишек йырын көйләйбеҙ. Ана шулай бер-беребеҙҙе ҡарап буй еткерҙек. Ул заманда һәр ғаиләлә сәңгелдәктә ятҡан сабыйҙарҙы бағыу олораҡ апай-ағайҙары иңенә төштө. Уйнарға сыҡһаҡ та, туғандарҙы сиратлап ҡарай торғайныҡ.
Бер-беребеҙҙе ҡайғыртыу, туғанлыҡ тойғоһо беҙгә ана шулай сәңгелдәктән һалынған. Бишек йыры яңғыраған ғаиләбеҙҙә ғәжәйеп һөйөү тантана итә ине. 1944 йылда фронтҡа алынып, япондарға ҡаршы һуғышта ла ҡатнашып, 1951 йылда ғына ҡайтҡан атайымды әсәйем тыны менән тартып алырҙай булып көтә. Улар һуғыштан һуң өйләнешә. Ҡәҙерле кешеләребеҙ һәр көндө оло бәхет итеп күреп йәшәне.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге бәпестәре – Юлай тигән улдары күкрәк сабыйы ғына килеш донъя ҡуя. Ошо бала менән булған ғибрәтле хәлде әсәйем һаман да йыш иҫкә ала. Бәләкәй аласыҡта балаһын имеҙеп сәңгелдәккә һалып ҡына торғанда аҡ кейемле әбей килеп инә, бер һүҙ өндәшмәй, ти үҙе. Әбейҙе бала янында ҡалдырып, уға бирер өсөн хәйер артынан икенсе яҡҡа сыға, инһә, әбейҙән елдәр осҡан. Тегеләй йүгерҙем, былай ҡарандым – бер ерҙә лә юҡ, бер кем дә уны күрмәгән, ти. Юлай төнө буйы илап, иртәнгә йән биргән. Әсәйемдең йәш сағы бит инде, мулла алып килеп өшкөртөргә уйламаған, өшкөртһә, бәлки, улы иҫән дә ҡалыр ине. Ә теге әбей ен булып сыҡҡандыр, ти ул. Борон-борондан ололар йәш балаларҙы төрлө яуыз көстәрҙән ныҡ ҡурсырға ҡушҡан. Был юҡҡа ғына түгел. Параллель донъялар барлығын ата-бабалар яҡшы белгән. Ғөмүмән, элек ен-шайтандар кеше күҙенә йыш күренеп йөрөгән, әле иһә ул турала һөйләүҙәр әкиәт кеүек ҡабул ителә.
Сәңгелдәкте борон талдан, миләштән, муйылдан, йүкәнән яһағандар – был ағастар һаҡлау көсөнә эйә, тип уйлағандар. Миләштән зәхмәт, ен-пәрейҙар ныҡ ҡурҡа, тип, айырыуса миләш сәңгелдәкте хуп күргәндәр. Сабый янына ен-пәрей килмәһен өсөн, сәңгелдәккә бетеү, боронғо китап, артыш сыбығын тағып ҡуйғандар. Баланы сәңгелдәктән алғас, урынына тимер әйбер (ҡайсы) һалырға кәрәк, ти торғайны әсәйем.
Ололар буш сәңгелдәкте тирбәтергә ҡушмаған, шайтан балаһын тирбәтәһең, тигәндәр. Бәпесте сит-ят күҙҙән һаҡлау өсөн шаршау элгәндәр.
Сәңгелдәк бәүелтеүсе ҡулдар киләсәкте тирбәтә, тиер инем, боронғо әҙиптең һүҙҙәрен саҡ ҡына үҙгәртеп. Биш балаға ғүмер биргән әсәйем Йәмиға Әйүп ҡыҙы Вилдановаға март айында 94 йәш туласаҡ. Беҙ сәңгелдәгән бишектә ул 29 ейән-ейәнсәрен, бүлә-бүләсәрен бәүелтте, беҙгә йырлаған бишек йырын уларға ла көйләне һәм барса­һына ла оло юлға сығырға ярҙам итте. Илаһи көскә эйә ул көй нәҫелебеҙҙе дауам итеүсе йәштәрҙе ғүмер буйына оҙатып барасағын да беләм.
Балаларымды сәңгелдәктән үк тәрбиәләшкән, уларға бишек йырының серле аһәңен һалған ҡәйнәм Хәлимә Мөхәмәтрәхим ҡыҙы Мөфтиеваға ла йөрәгемдә сикһеҙ рәхмәт тойғолары йөрөтәм. Бөгөн уға, шөкөр, 96 йәш. Ҡәйнәм менән торғас, мин эшкә иртә сыҡтым: ҡыҙым – биш, улым ун айлыҡ ине. Өрлөктә эленеп торған сәңгелдәктә биш балаһын үҫтергән ҡәйнәм 17 ейән-ейәнсәре һәм бүлә-бүләсәренең шатлығына ҡыуанып йәшәй.
Иң затлы трансформер-коляскаларға ла, үҙенән-үҙе сайҡалып торған иң заманса бәүелсәктәргә лә алмаштырғыһыҙ ул – Ер-әсәбеҙ һулышы менән бер көйгә тирбәлеүсе сәңгелдәк. Йортоғоҙҙоң ҡото булып, түрегеҙҙе сәңгелдәк биҙәһен, ҡәҙерле ҡәрҙәштәрем. Ата-әсәһенең, нәҫеленең һөйөүенә ҡойоноп, унда милләтебеҙ киләсәге үҫһен.

Рәйсә МӨФТИЕВА,
Әлшәй районы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе,
мәғариф ветераны.

Ҡомартҡы бишек
Ҡомартҡы бишек
Автор:
Читайте нас: