+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
6 Март 2023, 10:34

Ҡотло донъя – йәнгә дауа

Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында йәшәгән Айгөл СЫҢҒЫҘОВАның диван-карауаттар өсөн япмаларын күргән кеше һоҡланыуҙан тел шартлатмай түҙмәй. «Бәләкәй генә сағымда әнейемдең (әсәй) эргәһендә ҡарап ултырып бәйләргә өйрәндем. 4-се синыфтан инде ул миңә шәл ситен ышанып тапшырҙы. Уның биҙәктәре ҡатмарлы ғына. 6-сы класта уҡығанда бәйләгән башлығым әле лә бар, уны ғорурланып оҙаҡ кейеп йөрөнөм, хәҙер ҡарайым да ҡыҙыҡ булып китә: бала ҡулы бик тырышһа ла, байтаҡ хата ебәргән», – тип бүлешә оҫта.

Ҡотло донъя –  йәнгә дауа
Ҡотло донъя – йәнгә дауа

Энә менән бейәләй-бирсәткә, шәл, башлыҡ, шарф, кофта кеүек кейемдәрҙе күп бәйләй ул. Бер саҡ ырғаҡ менән таныша һәм ныҡлап мауығып китә. «Өләсәйҙәрсә шаҡмаҡ» биҙәге менән ултырғыс ябыуының айышына төшөнөп алғансы әллә нисә мәртәбә һүтеп ташлай, әммә маҡсатына ирешә. Ҙур япмалар бәйләү күңеленә ята. Сатрашлап сигеү өсөн тәғәйенләнгән һыҙма буйынса бәйләгән плед та уңышлы сыға, дәртләнеп дауам итә. Интернеттан оҡшаған һүрәттәр буйынса ла, үҙе уйлап табып та бәйләй. Иң ҡатмарлыларына өс аҙна самаһы ваҡыт китә. Эше менән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бүлешһә, унда йыйылып киткән дуҫтары үҙҙәренә лә бәйләп биреүен һорай башлай.
«Рәсем ни хәтлем ҡатмарлыраҡ булһа, шул тиклем ҡыҙығыраҡ. Дәртләнеп, сәмләнеп тотонам эшкә. Хеҙмәт емешемдең кемдеңдер өйөн биҙәүе – минең өсөн ҙур ҡыуаныс», – ти Айгөл. Йәй көнө баҡсаһында булышырға ярата, һәр буш торған ерҙе, хатта таштарҙы ла һүрәт төшөрөп биҙәй ул. Бәйләү өсөн ҡышты көтә, ни өсөн был миҙгел оҙонораҡ түгел икән, тип уйлап та ҡуя.

Ҡотло донъя –  йәнгә дауа
Ҡотло донъя – йәнгә дауа
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: