+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
28 Февраль 2023, 12:11

«Моңло сәңгелдәк»!

Һәр кем бала сағында, сәңгелдәктә тирбәлеп, әсәһенең моңло бишек йырын тыңлап үҫкән. Башҡорт халҡында сабый тыуыу менән өй түренән урын алған сәңгелдәк, изге ҡомартҡы һаналып, быуындан-быуынға тапшырыла килгән. Бер бишектә ғаиләләге бөтә бәпестәр ҙә бәүелгән. Балалар үҫеү менән, сәңгелдәк йәнә лә үҙ илаһи мәлен көткән...

«Моңло сәңгелдәк»!
«Моңло сәңгелдәк»!

Унда сәңгелдәп үҫкән сабый сәләмәт, тыныс, ҡурсаулы булған. Сөнки ата-бабаларыбыҙ, Йыһан тирбәлешен нескә тойоп, баланы уның тулҡынына көйләү яйын белгән. Бөгөнгө заман ғалимдары ла ошо хаҡта йыш һүҙ алып бара. Әле лә сәңгелдәк көнитмешебеҙҙә ҡәҙерләп һаҡлана, бигерәк тә уға бәйле хәтирәләр ғәзиз. Тап ошоно иҫәпкә алып, «Башҡортостан ҡыҙы» «Моңло сәңгелдәк» бәйгеһен иғлан итә.

Унда ҡатнашыу өсөн ошоғаса башҡа баҫмаларҙа, шулай уҡ Интернет селтәрендә донъя күрмәгән сәңгелдәк хаҡында хәтирәләр, видеояҙмалар, фотоһүрәттәр ҡабул ителә. Өйөгөҙҙә һаҡланған сәңгелдәктә кемдәр үҫкән, улар кем булып киткән? Был сабыйҙарҙы бәүеткәндә әсә ниндәй бишек йыры көйләгән? Сәңгелдәккә бәйле иҫтәлектәрҙе беҙгә яҙып ебәрегеҙ.

Бәйге йыл дауамында барасаҡ, иң яҡшы эштәр – журнал биттәрендә, видеояҙмалар социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙҙә, рәсми сайтыбыҙҙа урын аласаҡ. Йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе иғлан итеү декабрь айында күҙаллана. Призлы урындар яулағандарға ҡиммәтле бүләктәр ҡаралған. Материалдарҙы редакцияға почта аша Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө йорт адресына йәки журналдың [email protected] электрон почтаһына «Моңло сәңгелдәк» бәйгеһенә» тип билдәләп ебәрергә.

Һеҙҙән хаттар, видеояҙмалар, фотоһүрәттәр көтәбеҙ!

Автор:
Читайте нас: