+5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
2 Февраль , 13:10

Торғаны менән музей

Рәхилә Ғилемйәнова – тыумышы менән Ҡурған өлкәһе ҡыҙы. Егерме йыл элек Башҡортостанға күсеп килә. Әле Шишмә районының Алкин шифаханаһы ауылында йәшәй.

Торғаны менән музей
Торғаны менән музей

Бер бүлмәһен тотош башҡорт өйө итеп биҙәп ҡуйған ул. Улай ғына түгел, торғаны менән ғаилә музейы тип атаһаң да була. Бында ата-әсәһенән, олатай-өләсәләренән, ҡайны-ҡәйнәләренән, туғандарынан ҡалған ҡомартҡылар урын алған. Дөрөҫөн әйткәндә, бөтә «экспонаттар» бүлмәгә һыйып та бөтмәй.
Боронғоса килештереп эшләнгән һике, шаршау үҙенең бала сағын хәтерләтеп тора. Түрҙә сигеүле мендәрҙәр урын алған. Самауыр, сынаяҡтар батмусҡа ҡунаҡлаған. Аҫалы балаҫ, һөлгөләр, төрлө япмалар, тирмән, һыу ташый торған батман, май яҙыу ҡоролмаһы, милли кейемдәге ҡурсаҡ, ҡолға, ҡушъяулыҡтар, күлдәк-алъяпҡыстар... Һәр береһенең – үҙ тарихы. «Тыуған ауылымда ике һандығым тора, алып киләм тиһәм, машинаға һыйҙырып булмай ҙа ҡуя. Борондан ҡалған сын мәрйен (коралл) менән биҙәлгән ҡомартҡы яғамды, кейемдәремде һаҡлап ҡына кейеп йөрөйөм. Үҙем дә яға, сарыҡ эшләнем. «Селтәр» студияһына йөрөйөм, төрлө сараларҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашам», – тип бүлешә Рәхилә апай.
Ҡомартҡылар башлыса Ҡурған, Дим буйы башҡорттарыныҡы. Бына Үлмәҫбикә әбеһе теккән камзул. Әсмә ҡартнәһенең 1898 йылғы таҫтамалы. Атаһының кейәү булғас таҡҡан билмауы (билбауы). 1926 йылғы ҡолаҡасыҡ (ҡушъяулыҡ менән таға торған биҙәүес). Ун сабыйҙы бәүеткән һәңгүрсәк (сәңгелдәк). Быныһы – Хәҙисә апаһының туй күлдәге. Һуғыштан һуңғы йылдар, туҡымаларға ҡытлыҡ, ул сейә йыйып һата ла, баҙарға барып, шул аҡсаға простыня ала, уны алһыу төҫкә буяй һәм туй күлдәге тегә.
Биш метрлыҡ һуғылған таҫтамал. Ниңә шул тиклем оҙон? «Табынға хәҙер салфеткалар ҡуябыҙ. Көнкүрешебеҙ нисек – көнитмешебеҙ ҙә шулай, һәр кем үҙенсә донъя көтә. Борон ҡунаҡтар алдына оҙон итеп таҫтамал һуҙғандар. Ул ҙур мәғәнәгә эйә – ҡулға-ҡул тотоношоп, берҙәм йәшәгәндәр, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла бергә күтәргәндәр. Йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тотһаҡ, тарихыбыҙҙы онотмаһаҡ ине», – ти Рәхилә апай.

Булат МАЛИКОВ фотолары.

Торғаны менән музей
Торғаны менән музей
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в