-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
23 Ғинуар 2023, 14:36

«Башҡорт өйө» бәйгеһенә рәхим итегеҙ!

Урындыҡ, яҫтыҡ, мендәр, юрған, түшәк, кейеҙ, балаҫ, һөлгө, таҫтамал, ашъяулыҡ, келәм, һике, шаршау, ҡорған, ҡорама, һандыҡ, урҙа, усаҡ, сыуал, урын тартҡыһы... «Башҡорт өйө» тигәндә береһенән-береһе матур, күңелгә яҡын әйберҙәр күҙ алдына баҫа. Борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәргә нигеҙләнеп ҡоролған башҡорт тирмәһендә, өйөндә һәр йорт йыһазының үҙ урыны, тәғәйенләнеше булып, һәр әйбер изге мәғәнәгә эйә – улар биләмәне ҡурсаулы иткән.

«Башҡорт өйө» бәйгеһенә рәхим итегеҙ!
«Башҡорт өйө» бәйгеһенә рәхим итегеҙ!

«Башҡорт өйө» бәйгеһенең шарттары (положение)

 

Бәйгене ойоштороусы:

- «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы.

 

Бәйгенең маҡсаттары һәм бурыстары: башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте менән таныштырыу, йолаларҙы өйрәнеү, тергеҙеү, һаҡлау, үҫтереү, пропагандалау, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғоларын нығытыу.

 

Бәйгене үткәреү ваҡыты:

Бәйге 2023 йылдың 1 ғинуарынан башлана. Конкурсҡа йомғаҡ 2023 йылдың декабрь айында яһала.

 

Талаптар һәм бәйгене үткәреү тәртибе:

Бәйгегә башҡорт өйөнә, тирмәһенә хас булған башҡорт өйө интерьеры, эштәрҙең фотолары ҡабул ителә.

Бәйгелә Башҡортостанда һәм республиканан ситтә йәшәүселәр ҡатнаша ала. Йәш, һөнәр, вазифа буйынса сикләүҙәр юҡ. Уҡыу йорттары, ижади коллективтар, клубтар, йәмәғәт ойошмалары эштәре лә ҡабул ителә. Бер ҡатнашыусы бер нисә төрлө әйбер ебәрә ала.  

Ҡул эштәренең фотоларын һәм үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәтте яҙып, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы

  • адресына (Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13),  
  • электрон адресына ([email protected]),
  • «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөнә (https://vk.com/topic-37933420_49620620) хат итеп һалырға мөмкин.

Хатта ҡатнашыусының тулы исемен, йәшен, адресын, бәйләнеш өсөн телефонын күрһәтеү мотлаҡ. Ирекле формала үҙе, шөғөлдәре тураһында яҙыу ҙа урынлы булыр. Шулай уҡ конкурс эшенә аңлатма биреп үтеү кәрәк (интерьер әйберен эшләү тарихы, ҡулланылышы, эшләгәндә ниндәй материалдар ҡулланылған һәм башҡа мәғлүмәттәр).

Фоторәсемдәр яҡшы сифатлы (dpi 300), төрлө ракурстан төшөрөлөргә тейеш. Ҡул эштәрен айырым да, дөйөм интерьерҙа ла күрһәтеү бик яҡшы булыр. Эштәрҙе редакцияға алып килеп фотоға төшөрөргә лә мөмкин (бының өсөн телефондан алдан һөйләшеү кәрәк). Почта аша ебәрергә лә була, был осраҡта эштәр кире ҡайтарылмай.

 

Эштәрҙе баһалау:

Бәйгелә ҡатнашҡан эштәрҙе мәҙәниәт һәм сәнғәт белгестәренән торған жюри баһалай. Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнә.

Иң үҙенсәлекле эштәр йыл дауамында «Башҡортостан ҡыҙы» журналы биттәрендә донъя күреп барасаҡ.

 

Ойоштороусылар йыл дауамында бәйге шарттарына үҙгәреш индерергә хоҡуҡлы.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: