+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
5 Ғинуар 2023, 12:10

«Был донъяның серле әйләнеше – Әсә менән бала бәйләнеше...»

Яҡты донъяла һәр әҙәми заттың Ерҙәге Аллаһы ул – Әсәй! Ошо урында был аҫыл хәҡиҡәтте раҫлап, шундай мәғәнәле хикәйәтте бәйән итке килә: «Тыуырына бер көн ҡалған бала Алланан һораған: «Мин иртәгә ерҙә буласаҡмын, тиҙәр. Мин унда нисек йәшәрмен, мин бит бәләкәй һәм ярҙамһыҙ». Аллаһ әйткән: «Мин һиңә һине көтөп тороусы һәм һинең турала ҡайғыртыусы бер фәрештә бүләк итермен». Бала уйлаған һәм яңынан телгә килгән: «Һинең янда мин йырлайым һәм көләм. Бәхет өсөн миңә шул еткән». Аллаһ: «Һинең фәрештәң бары һинең өсөн генә йырлар һәм көлөр, һин уның мөхәббәтен тойоп бәхетле булырһың». «О, мин уны нисек аңлармын, мин бит уның телен белмәйем. Ә һиңә мөрәжәғәт иткем килһә, мин ни эшләрмен?» – тигән бала албырғап. Аллаһ әкрен генә сабыйҙың башынан һыйпап: «Һинең фәрештәң доға өйрәтер. Шул доға аша беҙ һинең менән аралашырбыҙ», – тип яуаплаған. Унан һуң бала: «Ер йөҙөндә яуызлыҡ бар, тип ишеттем. Мине кем һаҡлар һуң?» – тип һораған. «Үҙ тормошон ҡыҙғанмайынса, фәрештәң һине һаҡлар», – булған яуап. «Һине күрмәгәс, миңә бик яманһыу булыр», – тип күңелһеҙләнгән бала. «Фәрештәң һиңә минең турала һөйләр. Мин гел һинең яныңда булырмын», – тип йыуатҡан Аллаһ. Шул саҡта Ер йөҙөнән тауыш ишетелгән һәм бала һораған: «Аллам, фәрештәмдең исемен әйтсе!» Аллаһ тыныс ҡына тауыш менән: «Уның исеме ябай ғына – Әсәй!» – тигән.

«Был донъяның серле әйләнеше –  Әсә менән бала бәйләнеше...»
«Был донъяның серле әйләнеше – Әсә менән бала бәйләнеше...»

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы етенсе тапҡыр үткәргән, уҡыусыларыбыҙ яратып ҡабул иткән «Әсә йөрәге-2022» бәйгеһе лә йәнә бер тапҡыр ожмахтың тап әсәйҙәрҙә булыуын, уларҙың әлмисаҡтан алып ғүмеребеҙҙең ахырынаса тормошобоҙҙоң төп күсәре, йәшәйешебеҙ кендеге икәнен раҫланы.
Февраль айында иғлан ителеп, йыл дауамында барған конкурсыбыҙға бик матур йөкмәткеле, һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле булған 16 ижади видеояҙма килде. Күңел нурын һалып, ҡәҙерлеләренә мәҙхиә йырларға ашыҡҡан ижадкәрҙәребеҙгә ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Шиғырҙарҙа мәңгелеккә күскән әсәйҙәрҙе өҙөлөп һағыныу һағышы ла, тереләренең ҡәҙерен белергә саҡырыу тауышы ла, йырға-моңға тулы наҙ ҙа бар.
Бәйгебеҙҙә беренсе урын алған хисле күңелле шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова шиғырын «йомороҡай ғына йомарламдарына» – һөймәлекле ейәндәренә бағышлаған һәм «Балаңдың балаһы балдан татлы» тигән һүҙҙәрҙең ысынбарлығына инандыра торған шундай яҡты, сафлыҡ бөркөлөп торған видеояҙма ебәргән.
«Бәхетемдең түп-түңәрәк сағы,
Яндарымда – ике йомором.
Беләм инде, йом(о)роларымдың
Һағыштарҙы ҡаплап йоморон.
Маҙырай ҙа йәнем, нур һемерә.
Ике ҡояш – ике яғымда,
Нурға тулам, наҙға, яҙға тулам,
Ейәндәрем янда сағымда...» – шиғырҙың ошо кескәй генә өлөшөнән дә бәхет үҙе һирпелгәндәй. Өс балаға әсәй, ике ейәнгә өләсәй булған, Хәйбулла районының Әбеш ауылында тыуып үҫкән Миләүшә Сәлим ҡыҙы шиғырына изге әсәлек хистәрен генә түгел, оло байлыҡ – өләсәйлек тойғоларынан да туҡыған. «Ҡәҙерле әсәй, ҡәйнә, бейем, ҡәрсәй һәм өләсәй дәрәжәләренән башҡаһы кәрәкмәй. Хаҡ Тәғәләм биргәненә мең шөкөр», – ти ул.
Шулай уҡ беренселекте яулаған Белорет районы Манышты ауылы егете Рөстәм Миһрановтың ҡәҙерле әсәһенә бағышлап яҙылған шиғыры һәм йыры, иң күп лайыҡ йыйып, һүҙ ҡәҙерен аңлаусыларҙың йөрәген яуланы. Ғәҙәттә, ир-егеттәр йөрәк хистәрен йәшереп барыу­сан, әммә Рөстәмдең күңеленән ете бала тәрбиәләп үҫтергән, ғүмере буйы киләсәк быуынға аң-белем таратҡан абруйлы уҡытыусы – әсәһе Мөнирә Ғарифйән ҡыҙына булған хис-тойғолары, ҡәҙерле кешеһенә сикһеҙ рәхмәте йыр булып, илаһи моңға үрелгән. Рөстәм Нурулла улы Өфөлә йәшәй һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында өлкән уҡытыусы булып эшләй. 20 йыл тәфтишсе, шуның 12 йылын тәфтишселәр бүлеге етәксеһе була. Юстиция подполковнигы. Етди һөнәр вәкилдәре араһында ла шундай күңеле моңло шәп егеттәребеҙҙең булыуы ниндәй ҙур ҡыуаныс!
Әсә менән бала араһындағы күҙгә күренмәҫ серле бәйләнеште ҡитғалар ҙа, даръялар ҙа, мәңгелек тә айыра алмай, күрәһең. Сөнки бала күңелендә Әсәй мәңге тере, мәңге йәшәй. Тик уны өҙөлөп һағыныуҙы шиғырҙарға, йырҙарға һалырға мөмкин. Бәйгебеҙҙә икенсе урынды алған Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Мотал Рәмовтың:
«Ҡаҙ бәпкәләре лә, ай, һар(ы) икән,
Теҙелеп-теҙелеп һыуға бар(а)икән...»
Ғүмер үткән һайын әсәм йыры
Йөрәк түрен өҙөп ал(а) икән...
Әсәй ҙә юҡ хәҙер, самауыр ҙа,
Моңло йыры ҡалды үҙәктә...
Күпме генә һағынып һөйләһәк тә,
Буйҙар етмәй икән терһәккә...
Әсәм йыры һаман үҙәктә...» – тигәнендә күңелгә йөрәкте өҙөрҙәй һағыш оялай. Һөнәре буйынса журналист һәм уҡытыусы Мотал Закирйән улы әлеге көндә сәләмәтлеге буйынса пенсияла. Ҡатыны Эльвира менән өс ул үҫтергән, шуларҙың икәүһен балалар йортонан тәрбиәгә алғандар. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы бәләкәйҙән таныш – әсәйем мәрхүмә уны яҙҙырмай ҡалмай торғайны. Ауыл еренең тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәре менән булып, ҡулы бушамай китһә, 7-8 йәшлек минән ҡысҡырып уҡыуымды һорар ине. Ә мин инәлтмәнем, сөнки телем дә шымара, тасуири уҡырға ла өйрәнәм бит… Заманалар үҙгәреп, гәзит-журналға яҙылыу хаҡтары самаһыҙ артҡанда ла һеҙҙең журналдан айырылманыҡ — мотлаҡ кәләшемә бүләк итеп яҙылам. «Әсә йөрәге» конкурсында ҙур теләк менән ҡатнашам! Сөнки әсәләрҙән дә изге, ғәзиз кеше юҡ! Вафатына ун биш йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, әсәйем Вәлимә Мотаһар ҡыҙы Рәмова-Дәүләтҡолованың яҡты рухы миңә йәшәргә көс, ижадыма илһам бирә!» – ти шиғри йәнле уҙаман.
Шулай уҡ икенсе урынға лайыҡ булған Ғәлиә Күлбаеваның шиғыры ла йырға тиң. Әсәһенең йомарт, киң күңелле, уңған хужабикә булыуын ул «Балан бәлеше» исемле шиғырында тасуирлаған. Бәләкәй генә өҙөгөнән дә матур күренеш хасил:
«Һалҡын көҙҙәр килгәс, тәлгәш-тәлгәш
Ҡыҙарып бешә минең баланым.
Шул баланға ҡарап, әсәйемдең
Йылы күҙ ҡарашын тоямын».
...Әсәкәйем, мин дә бик юҡһынам,
Бала саҡты иҫкә төшөрәм.
Һин яратҡан йырҙы көйләй-көйләй
Балан бәлештәре бешерәм...»
Ғәлиә Ғиниәт ҡыҙы 1950 йылда Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылында донъяға килгән. Өс бала әсәһе. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Яңы Яҡуп ауылында тормош иптәше менән шәхси хужалыҡ тотоп, балалары, ейәндәре хәстәренә төрөнөп, бәхетле ғүмер кисерә. Уның ижад емештәре район гәзите биттәрен биҙәй. Йыр-моңға бай күңелле Ғәлиә апай илдең тыныс, халыҡтың имен булыуын теләп, һәр атҡан таңға ҡыуанып, шөкөрана ҡылып йәшәй.
Ижади күңелле йәш ҡыҙҙарыбыҙ – Гөлдәниә Ғимашева менән Альбина Муллағолова хаҡлы рәүештә 3-сө урынды бүлеште. Икеһенең дә видеолары эстәлекле, матур төшөрөлгән, шиғырҙарынан наҙ, яратыу хистәре бөркөлә. Ете строфанан торған «Ашығам, әсәй...» исемле шиғырында Баймаҡ районы Буранбай ауылы ҡыҙы:
«Йылдар үтһә лә, шундай әсәйҙәр:
Өҙөлөп һөйөр мәңге йөрәге,
Өҙөлөп көтөр сабыр йөрәге,
Мәрхәмәт тулы әсә йөрәге.
Һин усаҡ биргән тыуған бишектең
Нуры һүнмәһен, һис һүрелмәһен.
Ашығып ҡайтыр, әсәй, һин кәрәк,
Көтөп ҡаршылар, әсәй, һин кәрәк...» – тип өндәшә ҡәҙерлеһенә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаты, Мостай Кәрим исемендәге фонд гранты эйәһе, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Гөлдәниә бөгөн тормош иптәше Динар менән сәскәләй ике ҡыҙ үҫтерә һәм Өфө ҡалаһында йәшәй. Ғилми хеҙмәт менән шөғөлләнә.
Альбина Муллағолова Әлшәй ра­йоны Тәүәтәй ауылында тыуған. Әлеге көндә Өфө ҡалаһында йәшәй. Өс ҡыҙ, бер малай үҫтерә. Иптәше – хәрби кеше, бөгөн ул Украиналағы махсус операцияла ҡатнаша. Күңеленән моң урғылған Альбина шиғырҙар ижад итә, уларға үҙе көй яҙа. 2019 йылда үҙнәшер менән «Бәхет утрауы» исемле шиғырҙар йыйынтығы сығарған. «Балаларыма, ғаиләмә булған ҙур һөйөү, тормошомдоң һынауҙары менән бергә һәр ҡыуаныслы миҙгелдәре, иптәшем иҫән-имен ҡайтһын өсөн ҡылған доғаларым, йоҡоһоҙ төндәр илһамландыра, йәшәүгә көс бирә» – ти ул.
Ижади бәйгебеҙҙә Белорет районының Сабир Шәрипов исемендәге «Иҙел башы» төбәк яҙыусылар берлегенең ағзалары ла дәррәү ҡатнашып, күңелдәргә нурлы биҙәк бүләк итте. Сабир ағайҙың үҙе кеүек моңло, ихлас булмышлы, шиғри йөрәкле яҡташтарына һәм ошо ойошма етәксеһе Әлиә Саматоваға айырым рәхмәт белдерәбеҙ. Уларҙың һәр береһе түбәндәге номинацияларҙа билдәләнде: «Һүҙ тылсымы» – Мәхмүзә Шәғәлиева; «Иҙел башы моң ғына» – Рәфиға Ғәлиуллина; «Нағыштан сиккән юлдар» – Фәриҙә Мәхмүтова; «Телдәренән бал тама» – Мөнирә Сәлимйәнова; «Моң һандығы» – Сәүиә Закирова; «Зауыҡлы ҡәләм» – Әнисә Ғәзизова.
Шулай уҡ Өфө ҡалаһы Дим биҫтәһенең «Сағыу» микрора­йонында 2-се республика гимназияһында социаль педагог һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы, ике бала әсәһе Рима Санъярова-Ғәлиәхмәтова – «Йөрәккәйе тулы моң-һағыш», ә Ишембай районының Ишәй ауылында йәшәгән, республикабыҙҙа үткәрелгән бик күп конкурстарҙа ҡатнашыусы үҙешмәкәр автор-башҡарыусы, шиғри күңелле «һандуғас» Рузалиә Ниғмәтуллина «Хисле балҡыш» номинацияһында еңеү яуланы. Ә Белорет районы Үткәл ауылынан иң әүҙем ағинәйҙәрҙең береһе, хаҡлы ялға сыҡҡансы 20 йыл урман хужалығында, һуңынан колхозда бухгалтер булып хеҙмәт иткән, өс батырға, бер гүзәлгә ҡәҙерле әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөклө өләсәй, ихатаһында ҡул эштәренән «Башҡорт өйө»н булдырған, ҡашмау-һаҡалдар эшләгән, кейемдәр, ҡурсаҡтар теккән, күңеленә илһам ҡошо ҡунғанда шиғыр-таҡмаҡтар ижад иткән Бибисара Йәнгирәеваға бер тауыштан «Халҡымдың аҫыл гәүһәре» номинацияһын бирергә ҡарар иттек.
«Күңел нуры» номинацияһы иһә Ишембай районының Ҡолғона ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, «Хеҙмәт ветераны» исемен йөрөткән хөрмәтле педагог Гөлфирә Усманованың өлөшөнә яҙҙы.
Матур ижади бәйгебеҙ тамам. Халҡыбыҙҙың ижади ҡомарлы булыуы – шул тиклем ҡыуаныслы күренеш. Быны «Әсә йөрәге-2022» бәйгеһе лә бар тулылығында асып биреүгә өлгәште. Киләсәктә һүҙ ҡәҙере, һүҙ тылсымы халыҡ ынйыларын тағы ла нығыраҡ балҡытһын!

«Был донъяның серле әйләнеше –  Әсә менән бала бәйләнеше...»
«Был донъяның серле әйләнеше –  Әсә менән бала бәйләнеше...»
«Был донъяның серле әйләнеше –  Әсә менән бала бәйләнеше...»
«Был донъяның серле әйләнеше –  Әсә менән бала бәйләнеше...»
«Был донъяның серле әйләнеше –  Әсә менән бала бәйләнеше...»
«Был донъяның серле әйләнеше –  Әсә менән бала бәйләнеше...»
«Был донъяның серле әйләнеше – Әсә менән бала бәйләнеше...»
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: