-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
29 Ноябрь 2022, 10:47

Мәңге балҡыр әсә йөрәге...

Хөрмәтле дуҫтар!  Һеҙ яратып ҡабул иткән “Әсә йөрәге-2022”  шиғри бәйгеһе тамам.  Февраль айында  иғлан ителеп, йыл дауамында барған  конкурсыбыҙға бик матур йөкмәткеле, һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле булған 16 ижади  видеояҙма килде. Күңел нурын һалып, ҡәҙерлеләренә мәҙхиә йырларға ашыҡҡан ижадкәрҙәребеҙгә  ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Мәңге балҡыр әсә йөрәге...
Мәңге балҡыр әсә йөрәге...

Шиғырҙарҙы баһалағанда уларҙың мәғәнәүи бөтөнлөгө лә, рифма-ритм төҙөклөгө лә, һүҙ байлығы ла иғтибарға алынды.  Шулай итеп, еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде:   

 

“ Хисле балҡыш” номинацияһында  Рузилә Ниғмәтуллина

“Йөрәккәйе тулы моң-һағыш” номинацияһында  Римма Санъярова- Ғәлиәхмәтова

“Халҡымдың аҫыл гәүһәре ” номинацияһында  Сара  Йәнгирәева

“Һүҙ тылсымы” номинацияһында – Мәхмүзә Шәғәлиева

“Иҙел башы моң ғына” номинацияһында – Рәфиға Ғәлиуллина

“Нағыштан сиккән юлдар” номинацияһында – Фәриҙә Мәхмүтова

“ Күңел нуры” номинацияһында – Гөлфирә Усманова

“Телдәренән бал тама” номинацияһында Мөнирә Сәлимйәнова

“Моң һандығы” номинацияһында – Сәүиә Закирова

“Зауыҡлы ҡәләм” номинацияһында – Әнисә Ғәзизова

 

 

I урын  - Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова,  Рөстәм Миһранов

II урын – Ғәлиә Күлбаева,  Мотал Рәмов

III урын – Гөлдәниә Һағынбаева-Ғимашева, Альбина Муллағолова-Ғәлиуллина 

 

Барлыҡ еңеүселәрҙе  ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Ҡатнашыусыларыбыҙҙың барыһына ла иҫтәлекле  бүләктәр һәм дипломдар тапшырыласаҡ.

Ә кемдәрҙер ниндәйҙер сәбәптәр менән конкурста ҡатнаша алмаған икән, борсолмаһын, киләһе “Әсә йөрәге – 2023” бәйгеһендә ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: