+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
19 Май 2022, 14:40

«Ҡыҙыл башлы һөлгө сиктем, нағыштары – Һомайғош...»

«Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» конкурсына йомғаҡ яһалды   «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһы «Бәйләнештә» селтәрендәге «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө менән берлектә үткәргән «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» бәйгеһе таҫтамал остарын сигеп биҙәүгә арналды. Унда төрлө йәштәге гүзәл заттар ҡатнашты. Сағыу биҙәктәрҙән күҙ ҡамашты, күңел тантана итте. «Халҡыбыҙҙың талантлы ҡыҙҙары күп икән! Бәйге шул тиклем ыңғай барҙы: ҡатнашыусылар әҙәпле, ипле булды. Эштәр иҫ киткес шәп, береһенән-береһе матурыраҡ! Үҙебеҙҙең биҙәктәр, халҡыбыҙ үҙ иткән төҫтәр! Оло йәштәге апайҙар ҡатнашып, бәйгегә мәртәбә өҫтәне. Уларҙың эштәре, быға ҡарашы, тәрбиәлелеге – йәштәргә өлгө», – ти бәйгене ойоштороусыларҙың береһе Ләлә Рафиҡова.Апай-һеңлеләребеҙ башлыса сатраш сигеү ысулын һайлаған. Гран-приға боронғо башҡорт һөлгөһөн эшләгән Альбина ҒӘЛИЕВА лайыҡ булды. Иң үҙенсәлекле эште журналыбыҙҙа баҫтырып сығарырға вәғәҙәләгән инек – был беҙҙең махсус бүләк булыр.

«Ҡыҙыл башлы һөлгө сиктем, нағыштары – Һомайғош...»
«Ҡыҙыл башлы һөлгө сиктем, нағыштары – Һомайғош...»

«Кем эшен тейешенсә башҡармай – шул тышҡа сыҡмай, бүлмәлә тороп ҡала!» Сәскәне бумала менән төртөп эшләргә кәрәк булған икән дәһә. Альбина әллә тәрбиәсене аңламаған, әллә күрмәгән, үҙенсә генә сәскә төшөргән дә ҡуйған. Әрләнеп бүлмәлә бер үҙе ҡала, башҡалар уйнарға сығып китә. Шунда үҙенә һуҡҡан «эшкинмәгән» тигән мөһөр байтаҡ йылдар оҙатып йөрөй әле. Әсәһенең теген машинаһын һаҡлап ҡына тотоуы, уға бирмәүе уны нығытып ҡуйғандай була. Үҙе тотонорға йөрьәт итмәһә лә, ҡул эштәренә һоҡланып ҡарай, китап-журналдарҙағы өлгөләрҙән күҙен ала алмай. Рәсем дәресендә уҡытыусының һәр саҡ һүрәттәрен билдәләүе, ижади хыялға бай булыуын әйтеүе йөрәген тулыһынса иретә алмай. Фотолар, һүрәттәр, уларға тап килгән текстар табып, асылмалар, китапсыҡтар эшләп күңелен баҫа (был шөғөлдөң скрапбукинг тип аталғанын аҙаҡ ҡына белә).
Тыуған ерендә – Учалы районы Бөйҙө ауылында русса аралашып, рус мәктәбендә белем ала Альбина. Өйҙәге бай китапхананан ул «Өс таған», «Кәмһетелгәндәр», «Өйөрмә», «Илсе ҡыҙы» әҫәрҙәрен дә, башҡорт халыҡ әкиәттәрен дә русса тәржемәлә уҡый. Бер мәл Рауил Бикбаевтың «Халҡыма хат» поэмаһы эләгә ҡулына.
...Аҡылыңдан әллә яҙҙыңмы һин,
Тере көйө телдән яҙырға?
Телдән яҙғанға бит оҙаҡ ҡалмай
Алҡымынан әжәл алырға...
Ике ай буйы ошо әҫәр тәьҫиренән сыға алмай, оялыу ҙа, ғәрлек тә, сәм дә ҡайнай үҫмерҙең башында. Уйҙарының осона сыға алмай йөрөй-йөрөй ҙә бер ҡарарға килә: туған телен өйрәнәсәк, беләсәк ул! Әсәһенә маҡсатын һөйләй, «Яйыҡ» район гәзитенә, республика баҫмаларына яҙылалар. Тик уларҙы уҡыһа ла, һис аңламай ҡыҙ. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаған һылыу, рус теле уҡытыусыһы булырға теләп, БДУ-ның Учалы филиалына башҡорт-рус төркөмөнә уҡырға инә. Башҡортса күп уҡырға тура килә, тик эстәлегенә төшөнә алмай. Бер ҡулында – әҙәби әҫәр, икенсеһендә – һүҙлек. Бер көн килеп руссанан тәржемә итеп түгел, ә ысын мәғәнәһендә башҡортса уйлап, үҙ телендә рәхәтләнеп иркен һөйләшкәнен аңлап ҡала. «Мәрйәм Бураҡаеваның, туған телендә уйлаған кеше бар яҡлап та үҫешә, тигән һүҙҙәренең хаҡлығын мин үҙ миҫалымда раҫланым», – ти Альбина. Уҡыу йорто, район, республика кимәлендәге төрлө ижади бәйгеләрҙә бер-бер артлы юғары урындар алыуы рухын нығыта, ышанысын арттыра, һәләтен аса бара. Юғары белем алғас, башҡорт теле уҡытыусыһы булып эш башлай.
Тормош юлы гел еңеүҙәрҙән генә тормай. Альбинаға, тажик милләтле кешегә кейәүгә сығып, ҡатнаш никахтың ни икәнен дә татырға тура килә. Ике балаһы тыуа, тик уларҙың аталары менән юлдары айырыла. Мәрхәмәтле яҙмыш уны йәненә яҡын кеше менән осраштыра. Динар менән ҡауышып, тағы ла дүрт сабыйға ғүмер бирәләр. Бөгөн Мәликәгә – 13, Зәфәргә – 11, Суфияға – 8, Сәлимәгә – 5, Аҡсураға 3 йәш, ә кескәй Гәлсәр иһә 4 кенә айлыҡ әле.
«Апайым менән икәү үҫтек. Әммә ғүмер буйы ҙур ғаилә хаҡында хыялландым, күп бала – ул Аллаһ Тәғәләнең бүләге, һирәктәргә генә эләккән бәхет, тип уйлай инем», – ти бәхетле әсә. Атай-әсәй һөйөүенә төрөнөп кенә үҫә бәләкәстәр. Туған телендә шиғырҙар ятлай, әкиәттәр һөйләй улар. Үҙ аллылар, кескәй Гәлсәр менән бала табыу йортонда ятҡанда әсәләренә үҙҙәре бишбармаҡ бешереп алып барғандар. Балаларҙы үҙ аллылыҡҡа өйрәтеүгә аталары ҙур өлөш индерә. Хәләлен аңлап, һәр яҡтан таяныс булырға, ҡурсаларға ынтыла Динар. Ул Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында слесарь-ремонтсы булып эшләй. Ғаилә менән тәбиғәткә сығырға яраталар. Өйҙә тик башҡортса аралашалар. «Әсә кешегә шундай ҙур мөмкинлек бирелгән – сабыйы күңеленә ни хәтлем байлыҡ һала ала ул. Һәр кем үҙ балаһы менән туған телендә аралашһа, әкиәттәрҙе, бишек йырын туған телендә еткерһә, шул саҡта телебеҙ мәңге йәшәр», – тигән фекерҙә Альбина. Республика баҫмаларында башҡорт телендәге мәҡәләләре баҫылғас, ҙур имтиханды «бишле»гә тапшырған кеүек тоя ул үҙен.
Өсөнсөгә йөклө сағында ҡорама ҡорарға теләге уяна. Теген машинаһы ла һатып ала, шулай был мауыҡтырғыс эшкә тотона. Өйҙәрендә башҡорт мөхите тыуҙырырға теләп, гүзәллекте үҙе булдыра. Һандыҡ өҫтөнә интерьерҙы тулыландырыу өсөн урын тартҡыһы эшләргә кәрәк. Бәләкәстәренең кейемен сигеп матурлай, түбәтәйҙәр тегеп кейҙерә, яға, биҙәүестәр яһай, тула һуға – һәр эшенә күңел нурын һала, башҡорт биҙәктәрен ҡулланырға тырыша. Ҡул эше менән булышмаһам, күңелемә ҡыйын, һыҙлана башлайым, ти үҙе.
Әлеге бәйгегә тәҡдим иткән һөлгөнөң биҙәктәренә үҙенсә ниндәйҙер мәғәнәләр һалып ҡушэлмә сигеү ысулы менән биҙәгән ул. «Конкурс ысын мәғәнәһендә ижад байрамы булды. Матур әйберҙәр эшләп ҡыуандыҡ, бер-беребеҙҙең ижад емештәрен күреп һоҡландыҡ, рухландыҡ», – ти еңеүсебеҙ, рәхмәтен еткереп. Шағирә Гүзәл Ситдиҡова әйткәнсә, Һомайғошло өйҙә генә йәшәүҙәрҙе насип итһен Хоҙай!

«Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» бәйгеһендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла электрон сертификат тапшырыла. Шулай уҡ «Ауылмаркет» кибете, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, «Аҙаш» фирмаһы, Гүзәл Ситдиҡова, Ләлә Рафиҡова, Нәйлә Әхмәтйәнова, Гөлназ Ишемғолова үҙ бүләген булдырған.

Ә жюри тарафынан урындар түбәндәгесә бүленде:

Гран-при – Альбина Ғәлиева;
1-се урын – Садиҡа Тотманова, Сәкинә Хәмитова;
2-се урын – Альмира Аллағыуатова, Нәзирә Кейекҡужина;
3-сө урын – Зилә Әбүбәкерова, Вәсилә Ғәббәсова.
«Тамашасы һөйөүе»н Таңһылыу Нурғәлина яуланы.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен! Һаулыҡ, бәрәкәт теләйбеҙ!

Бағыусыларға редакция һәм «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә икеләтә әйләнеп ҡайтһын!

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: