+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
23 Март 2021, 15:03

«Әсә йөрәге» конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! «Башҡортостан ҡыҙы» журналында барған «Әсә йөрәге» конкурсына йомғаҡ яһалды. Уны журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева етәкселегендәге жюри баһаланы.Конкурсҡа барлығы 12 эш һайлап алып ҡуйылды. Унда шиғырҙың ҡеүәте, төшөрөлгән видеоның креативлығы, интернетта лайыҡ (тауыш) йыйыуҙар һәм авторҙың «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙылған булыуы иҫәпкә алынды.Шулай итеп урындар түбәндәгесә билдәләнде:

  • Беренсе урын – Миңзәлә Хәлилова, Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылы.
  • Икенсе урын – Зөһрә Рәхмәтуллина, Өфө ҡалаһы
  • Өсөнсө урын – Люциә Таһирова, Йылайыр районы, Сидоровка ауылы
  • Номинациялар:
    • «Өмөт» – Гөлнәзирә Аллабирҙина, Бөрйән районы, Иҫке Монасип ауылы
    • «Интернетта иң күп тауыш йыйыусы» – Сәйҙә Сәйәхова, Бөрйән районы, Мәһәҙей ауылы
    • «Ихласлыҡ» – Миңзәлә Ҡолһарина, Баймаҡ районы, Үрге Яйыҡбай ауылы
    • «Егет һүҙе» – Раушан Хазиәхмәтов, Архангел районы
    • «Әсә йөрәге» бәйгеһендә ҡатнашыусыларыбыҙ: Бөрйән районынан – Сажидә Билалова, Рәүилә Ғарифуллина, Стәрлебаш районынан – Фәүҡәт Ҡотлошин, Баймаҡ районынан Риана Вәлиева «Башҡортостан ҡыҙы» журналының рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
      Мәләүез районынан Яҡуп Ҡолмой шиғыры менән конкурста ҡатнашыусы Дамира Лоҡмановаға редакция исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
      Еңеүселәр һәм уларҙың ижады менән «Башҡортостан ҡыҙы» журналының 4-се һанында танышырһығыҙ.
      Читайте нас: