Ил тарихын сағылдырыусы яҙмыштарҙы йөрәк аша үткәргән был бәйгеселәр араһында Рафиға Усманова («Ольденбург тотҡоно», №5) беренсе урынға сыҡһа, икенсе урынды Лилиә Сәлихова («Снайпер Рая», №6) менән Зөһрә Кашапова («Ил йөгөн йөкмәгән Үлмәҫбикә», №11) алды, өсөнсө урынды Минира Үтәгәнова («Юғалған бала саҡ», №9) менән Гөлсинә Мөхәмәтғәлина («Аҡҡош тоғролоғо», №7) бүлеште.
Конкурсҡа рус телендә лә байтаҡ эштәр килде. Людмила Лоҡманованың «Уходила Зайтуна на войну» тигән яҙмаһы беренсе урынға, Надежда Тарасованың «Мама, я вернулась!» тигән һүрәтләмәһе һәм Дарья Чернованың «Мы помним тебя, Мария!» тигән яҙмаһы – икенсе, Фәниә Хәмитованың «Ее безграничная верность» тигән мәҡәләһе һәм Фәриҙә Хөснийәрованың «Воспоминания мамы о военном детстве» тигән эше өсөнсө урынға лайыҡ тип табылды.
Еңеүселәрҙе ихлас тәбрикләп, яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!