+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
26 Октябрь 2020, 14:13

Әсәйҙәргә дан йырлаған бәйге

Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ!!! «Башҡортостан ҡыҙы» журналы быйыл да «Әсә йөрәге» шиғри бәйгеһен иғлан итә. Алтынсы тапҡыр уҙғарыласаҡ конкурс күптән республика биләмәләренән ситкә сыҡты. Былтыр бәйгелә Татарстандың Аҡтаныш районы, Силәбе өлкәһе вәкилдәре шиғри майҙан тотто.Ярыштың шарты буйынса, әсәйҙәргә, әсәлек хистәренә арналған шиғырҙарығыҙҙы видеоға яҙҙырып ебәреү мотлаҡ. Видеотаҫмаларға профессиональ ҡараш: көй һалыу, төрлө телевизион алымдар индереү, монтажлау хуплана ғына.

Яҙған шиғырығыҙҙы видеоға төшөрөп, үҙегеҙ хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙып, мотлаҡ журналға яҙылған квитанция менән баҫмабыҙҙың электрон адресына ебәреүегеҙ һорала. Квитанцияһыҙ эштәр ғәмәлдә тип иҫәпләнмәй.
Ижади эштәр шиғырҙың йөкмәткеһенән тыш, видеоның сифаты, яҙылыусының экран ҡанундарын теүәл үтәүен дә иҫәпкә аласаҡ (яҙылыу урыны, өҫ-баш, ҡиәфәт, креативлыҡ).
Быйылғы бәйге онлайн форматта үткәрелә. Еңеүселәрҙе тағы ла шәберәк бүләктәр һәм дипломдар көтөп ҡала.
Ижад өсөн бер ҡасан да һуң түгел. «Әсә йөрәге» ошоғаса шиғыр яҙып та, уны бер ҡайҙа ла баҫтырмаған ижадсылар өсөн бер майҙансыҡ ул. Сөнки бәйгенең йомғаҡтары буйынса еңеүселәр хаҡындағы материалдар журнал биттәрендә донья күрәсәк, киң даирә уҡыусыларбыҙға яңы ҡәләмдәштәребеҙҙең исемен танытасаҡ.
Беҙҙең электрон адрес: [email protected]
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: