+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
5 Февраль 2020, 17:11

Ожмах әсәләрҙең аяҡ аҫтында

«Ҡатын-ҡыҙҙың бар матурлығы – әсә булыуҙа». Гүзәл әсәләр хаҡындағы был әйтем ошо ҙур исемдең бәләкәй генә бер өлөшөн аса кеүек. Донъяны дауам иттереүсене ғаләмгә биргән ҡатын-ҡыҙҙың әсәлек сере аңлата алмаҫлыҡ бер мөғжизә булып ҡала.Әсә, әсәй барыбыҙға ла берҙәй ҡәҙерле һәм яҡын. Һине донъяға тыуҙырғаны, тәрбиәләгәне өсөн генә түгел. Көс-ҡеүәт, илһам, дәрт-дарман, фатиха биргән кешене лә ҡайһы берәүҙәр әсәйҙәр бөйөклөгөнә тиңләй икән, тимәк, уларҙың дәрәжәһе бер ҡасан да, бер ваҡытта ла шик аҫтына ҡуйылмай. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы даими ойошторған «Әсә йөрәге» конкурсы 2019 йылда ла матур үтте. Әсәләргә шиғри мәҙхиә йырлаусы 13 кеше ҡатнашты.

Архангел районы егете Ринат Сөләймәнов конкурсҡа бик үҙенсәлекле ҡараған. Уның ижады – әсә темаһын бөтөнләй икенсе яҡтан аса:
– Минең шиғырым Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваға арналды. Уға «ижади әсәй», хатта «ижади әсәйебеҙ», тибеҙ. Сөнки ул күптәргә шиғриәткә юл күрһәтте, юл асты. «Ижади әсәйебеҙ» беҙҙе иркәләп, һыйпап, маҡтап ҡына йөрөмәй, ә юғары талаптар ҡуя, ижадҡа яуаплы ҡарарға өндәй.
БДУ-ның Сибай институты бер юлы дүрт ижадсыны тәҡдим итте. Конкурс шарты буйынса уларҙың өсәүһе үҙҙәре яҙған шиғырҙары менән бәйгелә артабан ҡатнашыу хоҡуғы алды. Йәштәр видеоформатҡа ла ижади, заманса, креатив ҡараған. Сюжеттарҙың эстәлеге, төшөрөү оҫталығы буйынса студенттарҙың ижады юғары баһаға лайыҡ. Йәштәрҙең эшен ойоштороусы, БДУ-ның Сибай институты матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рәүилә Хәсәноваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Юғары уҡыу йортоноң 3-сө курсы студенты Гөлнара Ҡаҙарбаева «Төш» тигән шиғырында миҙалдың икенсе яғына баға:
– Бөгөнгө көндә ҡатын-ҡыҙҙар араһында, балаларын хәмергә алмаштырып, насар юлға баҫыу күренеше күбәйҙе. Был бик ҡурҡыныс хәл, бер ни ғәйебе булмаған сабыйҙар ыҙалай. Минең шиғырым ошо темаға бағышлана. Кешеләр, уны уҡып, үҙҙәренә ғибрәт алыр, тигән өмөттәмен. Видеосюжеттың йөкмәткеһен, режиссура яғынан ҡороу алымдарын да үҙем уйланым.
Әсәйем – Йәнтилина Тәнзилә Фәйзулла ҡыҙы ла шиғырҙар яҙа. Ул күп йылдар Баймаҡ районы Кәрешкә ауылы мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләне. Әсәйебеҙҙән беҙ сабырлыҡҡа, һүҙ маһирлығына, етеҙлеккә, тырышлыҡҡа өйрәндек. Ул беҙҙә әҙәбиәткә, сәнғәткә һөйөү уятты. Әсәйемә ҡарап һоҡланам һәм ғорурланам!
Тәбиғи-математика факультеты студенты Данир Ишбаевтың конкурсҡа тәҡдим иткән шиғыры «Йөрәгемде асам» номинацияһында еңде. Егет үҙ ижадында тамашасыларға күңелен, тойғоларын киң аса:
– Был шиғырымды бер ижад кешеһе менән осрашҡандан һуң илһамланып яҙҙым. «Күңелеңдә нимә бар, шуны йәшермәй ысынын яҙ», – тип кәңәш бирҙе ул миңә. Шунан һуң ҡайттым да төндә ул­тырып әсәйемә арнап шиғыр яҙҙым. Бәләкәй саҡта килтергән ҡыйынлыҡтар, ауыр һүҙҙәр өсөн ғәфү үтендем. Йәштәр өсөн дә яҙылған шиғыр ул. Улар минең һымаҡ әсәйҙәрен рәнйетмәй, ҡыйынлыҡтар килтермәй, һөйөп, яратып үҫһендәр, тинем. «Әсә йөрәге» конкурсы минең өсөн яңы бейеклек, ҡаҙаныш һымаҡ булды, видеоны кешеләр (әлеге лә баяғы шул балалар) күберәк ҡарап, уйланһындар өсөн ҡатнаштым. Шиғырҙы яҙғандан һуң икенсе көнөндә үк әсәйемә ебәрҙем. Ҡарағас: «Ярай, аңлағасың, тимәк, үҫкәнһең, аҡыл ингән башыңа», – тине. Һуңынан рәхмәт әйтте.
Беренсе курста белем алған Элина Баҙарғолова конкурсҡа ебәргән «Һәйкәл ҡуйыр инем» шиғырын әсәһенә бағышлаған:
– Был ижадымда иң ҡәҙерле кешемә – әсәйемә – булған һөйөүемде, ихтирамымды белдерергә теләнем. Яҡты донъяларға тыуҙырған, матур тәрбиә биргән әсәйемә мәңге бурыслымын һәм рәхмәтлемен.
«Әсә йөрәге» бәйгеһенең даирәһе күптән сит өлкәләргә лә сыҡты. Быйыл унда күрше Татарстандың Аҡтаныш районы Илсебай ауылында йәшәүсе ижадсы Рәмзиә Вәлиева ҡатнашты. Шағирәнең әсәйҙәргә бағышланған бик күп шиғырҙарына композиторҙар йыр яҙған: «Әсәйем Хәлисә – һуғыштан алда донъяға килгән бала, ул осорҙағы барлыҡ кешеләр кеүек үк, бик ауыр яҙмышлы. Әсәһе бала тапҡан ваҡытта өҙлөгөп вафат була, атаһы һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Бик йәшләй ҡара эшкә егелә. Һуғыш йылдарында Ҡаҙанда заводта эшләй, брезент һуға, урман ҡырҡа. Тормош уны һуңынан да аямай. Алты бала менән тол ҡала, сабыйҙарын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтереп аяҡҡа баҫтыра. Тормош михнәттәрен күп күргәнгәлер инде, Аллаға шөкөр, бөгөнгө ғүмере шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына тора», – тип һөйләй Рәмзиә ханым.
Йылайыр районы Аралбай ауылында тыуып үҫкән Мирсәйет Ҡылысовтың ижады ла йәшләй генә фажиғәле вафат булған әсәһенең яҡты рухына бағышланған. «Әсәйемдең алтын ҡулдары» тип атала ул. Алты йәшенән етем ҡалған малай интернатта тәрбиәләнә һәм ғүмер буйы әсәһен, тыуған ауылын, Һаҡмарын, Ҡурҡыс тауын һағынып йәшәй. Был уның ижадында ла асыҡ сағыла. «Әле лә әсәйем Гөлйемеште ҡап-ҡара сәсле, оҙон толомло, һинд киноларындағы актриса кеүек сағыу, матур итеп хәтерләйем. Һабантуйҙарҙа йырлап бар халыҡты таң ҡалдыра ине, тиҙәр ауылдаштары. Өй эштәрен башҡарғанда ла һәр ваҡыт ауыҙ эсенән көйләп йөрөр ине ул. Бала булһам да, әсәйемдең моңло һәм көслө тауышы хәтеремдә уйылып ҡалған. Атайым да тирә-яҡҡа даны таралған оҫта гармунсы булған. Ауыл байрамдары, һабантуйҙар атай-әсәйемдең йыр-моңонан башҡа үтмәгән. Һабантуйҙа матур йырлаған әсәйемде ишеткән халыҡ артисы Ишмулла Дилмөхәмәтов уны 1967 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡыра. Ул ваҡытта ир ҡатыны, өс бала әсәһе йырсы булам тип сығып китәме һуң? Унан һуң тағы бер туғаным Зөбәйер доньяға килде. Ҡустыма 7 ай тигәндә әсәйемдең ғүмере фажиғәле өҙөлөп ҡуя. Әсәй киткәс, беҙҙе, балаларҙы, төрлө яҡҡа тараттылар, һәр ерҙә әсе яҙмыш елдәре һағалап торҙо... Бәлки, шуғалыр ҙа, күңел яраһын, күңел бушлығын ошо шиғырҙар менән тулыландырамдыр...» Эйе, яҙмыш иркәләмәгән уны.
Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының билдәле журналисы Гөлдәриә Йосопова конкурсҡа тәҡдим иткән шиғырҙың төп героиняһы – уның өләсәһе. Автор билдәләүенсә, ул ике өләсәй тәрбиәһендә үҫкән. Уның береһе, Мәрйәм исемлеһе – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында балалар уҡыта, икенсеһе – Ғәйникамал Ноғоман ҡыҙы Вәлишина – колхозсы булып эшләй:
– Мин иҫ белгәне бирле ошо өләсәйем беҙҙең менән йәшәне. Атайым вафат булғас та әсәйем менән өләсәйем тағы 16 йыл татыу бергә көн итте. Шуға мин бәләкәйҙән бер-береһенә ихтирамлы килен-ҡәйнә мөнәсәбәттәрен күреп үҫтем, өләсәй һабаҡтарын ныҡлы үҙләштерҙем. Әсәйем һәр ваҡыт эштә булды, ә өләсәй беҙҙе иртән уятып сәйҙәр эсереп мәктәпкә оҙатыр ине, кисен әкиәттәр һөйләп йоҡларға һала. Төнгөлөккә кейемдәребеҙҙе йылы торбаларға теҙеп ҡуя ла, иртән иркәләп кенә кейҙерә. Өләсәйҙең тормошона килгәндә, ауыр һуғыш йылдарында колхоз баҫыуынан ҡайтмай, йәйҙәрен көлтә бәйләй, иген үҫтерә, төнгө оҙон кистәрҙә ауыл ҡатындары менән фронтҡа йылы ойоҡбаштар бәйләй. Яу ҡырынан тәүге «похоронка» – үлем ҡағыҙы ла – минең өләсәйемә килә. Олатайым Һиҙиәт Хәйрулла улы Вәлишин һуғыштың беренсе көндәрендә үк Ленинград өсөн барған ҡаты алыштарҙа һәләк була, өләсәй 9 йәшлек һәм 11 айлыҡ балалары менән яңғыҙ тороп ҡала...
Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршыларға йыйынған тарихи осорҙа өләсәйемә арналған шиғыр осраҡлы түгел. Үҙҙәре ас-яланғас булһалар ҙа, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һуңғы һулыштарына тиклем тормошто һөйгән, йәш быуынды уның ҡәҙерен белергә өйрәткән оло йөрәкле өләсәйҙәребеҙ иҫтәлеге иң ҙур ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ. Әйткәндәй, минең өләсәйем, хәреф танымаһа ла, Ҡөрьән китабын яттан белә ине. Ул үҙенең изге доғалары менән һәр ваҡыт табын түрендә булды, үҙе ингән һәр йортто сүрәләр менән яҡтыртты.
Баймаҡ ҡыҙы, шағирә Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева был бәйгелә һис һүҙһеҙ тамашасылар һөйөүен яулаған ижадсы. Интернет тауыш биреүҙәр буйынса уға бик күптәр «лайыҡ» белдергән. Шиғырын әсәһе –Ҡолсора ауылында йәшәүсе Гөлсирә Мөхәмәтҡол ҡыҙы Ишемғужинаға бағышлаған:
«Әсәйем өс бала тәрбиәләне, әле биш ейән-ейәнсәре бар. Уның яҙмышында ла ауыр, һынылышлы осорҙар күп булды. Бәләкәй ҡустым алты йәшендә аяҡтан яҙҙы. Әсәйем уны ҡайҙа ғына йөрөтмәне, алып барманы. Шул йылда, 39 йәшендә генә, атайым фажиғәле үлеп ҡалды. Әсәйем ошо ҡайғылы мәлдәрҙе ҡаһарманлыҡ менән үткәрҙе, ҡустыбыҙҙы коляска менән Өфөгә, профессорҙан профессорға, бер дауахананан икенсеһенә йөрөтөп аяҡҡа баҫтырҙы.
Беҙҙең һәр беребеҙгә юғары белем алырға ярҙам итте. Әсәйемдең, ауыр һынауҙар кисереүенә ҡарамаҫтан, оло йөрәкле, яғымлы, күңеленең нурлы, иманлы булыуына һоҡланабыҙ, беҙҙең өсөн өҙөлөп торғанына мең рәхмәтлебеҙ», – ти шағирә.
Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында йәшәгән Рәйсә Иҫәнбаеваның ғаилә яҙмышы бик үҙенсәлекле:
– Ҡасандыр минең атай-әсәйем Баймаҡ яҡтарына Илеш районынан сиҙәм ерҙәрен күтәрергә килгән. Беҙ инде республиканың көньяғында тыуғанбыҙ. Бөтә тормош, хеҙмәт юлы ошо Баймаҡ төбәге менән бәйле булды. Мин бар ғүмеремде мәғариф өлкәһенә бағышланым.
Әсәйем сығышы менән Илеш ра­йоны Маншыр ауылынан ине. Кашапова Халфийыһан Мәхмүтйән ҡыҙы. Ул баҡыйлыҡҡа күсер алдынан беҙҙең арала бер матур һөйләшеү булды. Шунан мин әсәйемдең яҡты иҫтәлегенә бағышлап шиғыр яҙҙым. «Әсәйем кәңәштәре» тип атаным. Әсәйем миңә: «Ғүмерҙә лә байлыҡ йыйма, донъя артынан ҡыума. Һәр нәмәлә кешелекле бул, туғандар, дуҫ-иштәр менән аралашып йәшәүгә бер нәмә лә етмәй. Эшләгәнең халыҡ өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙеңә», – тип васыят ҡалдырҙы. Шуны аҡ ҡағыҙ биттәренә шиғыр итеп яҙып ҡуйҙым.
Минең тормошомда конкурстар күп булды, ләкин әсәйҙәргә бағышланғаны үтә лә ҡәҙерле.
Әлшәй районынан Зөбәржәт Ғәбделмәнова ижадында бер юлы ике әсәгә үҙенең һөйөүен белдерә. Береһе – донъяға тыуҙырған әсәһе Зөлҡәғиҙә, икенсеһе – ҡәйнәһе Гөлйыһан:
– Ҡәйнәм миңә бик яҡын кеше булды. Ҡатмарлы тормош юлы үткән ул. Ҡайным һуғыштан егет көйө һыңар ҡул менән ҡайтҡан. Ҡәйнәмде бер күреүҙән оҡшатып, ғашиҡ булған. Ире һыңар ҡуллы булғас, ҡәйнәм бесәнен дә сапҡан, башҡа ауыр эштәрҙе лә башҡарған. Олоғайғас та, беҙ тороуға әллә күпме эштәрҙе бөтөрөп ҡуя торғайны. Үҙе килеп йор һүҙле булды, һәр бер әйткәне таҡмаҡ ине. Ҡайным йүнсел булды, балығын да тотто, йылҡыһын да аҫраны. Ҡәйнәм шул тапҡандың барыһын да аш итә торғайны. Әсәйем дә бик уңған ҡатын булды. Хәҙер ҙә һағынам мин уларҙы. Хәлемдән килһә, торғоҙоп ултыртып ҡуйыр инем.
«Әсә йөрәге» конкурсының башҡа ҡатнашыусыларына килгәндә, ике ижадсыбыҙ, шиғри күңелле Наҙгөл Янбаева һәм Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе сувенир оҫтаһы Әхәт Нурышев билдәле шағирә, интернет киңлектәрендә яратып уҡылған Фирүзә Абдуллинаның ижадын һайлаған. Конкурста үҙе яҙған шиғырҙарға өҫтөнлөк биргәнлектән улар һынауҙан төшөп ҡалды. Әйткәндәй, шағирә Фирүзә Абдуллина бер нисә йыл рәттән ошо бәйгенең бағыусыһы булып торҙо. Быйыл сувенир оҫтаһы Әхәт Нурышев «Тамашасы һөйөүе» номинацияһына үҙ бүләген алып килде.
– Минең уйымса, хәҙер күберәк сит кешегә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, ә яҡындарыбыҙ тураһында онотабыҙ. «Әсә йөрәге» конкурсында ҙур теләк менән ҡатнаштым. Әгәр ҙә йөрәк һүҙемде кемдер ишетеп, ҡәҙерле кешеһенә иғтибарын, ихтирамын арттырһа, йәки, тота килеп, әсәһенә шылтыратып, хәлен белешһә лә мин бик шат булыр инем, – тине Наҙгөл Янбаева.
Үҙ шиғырҙарын бәйгегә тәүге булып алып килгән Ауырғазы ҡыҙы Зөлфиә Ғәзиеваның ижады хисле тойғолар менән һуғарылған. Әсә һәм бала – мәңгелек темаларҙың береһенә ҡағыла шағирә. Тағы бер ижадсыбыҙ Гөлсөм Хисмәтова шиғырҙарын рус телендә ижад итә. Бар яҡтан да һәләтле кеше, күп бала әсәһе ул. Шулай уҡ сит өлкәлә йәшәүсе милләттәшебеҙҙең береһе – рус телендә ижад итеп шиғырының башҡортса тәржемәһен конкурсҡа алып килеүе өсөн ҙур рәхмәт.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2020) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: