-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
16 Ғинуар 2020, 16:26

Ул беҙҙең менән йәшәй!

Үткән быуаттың 60-сы йылдары уртаһында Баймаҡ интернат-мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы шағир Шәйехзада Бабичтың тормош юлы һәм ижады тураһында үткәрелгән әңгәмә барышында, минең Йылайыр районынан икәнде белеп: «Бабичтың ғүмере Йылайыр ауылында фажиғәле өҙөлә, ә һин, Такалов, шул ваҡиға хаҡында ниҙәр беләһең?» – тигән көтөлмәгән һорау бирҙе. Мин юғалып ҡалдым. Үкенескә ҡаршы, был һорауға яуабым юҡ ине, сөнки уҡытыусы ауыҙынан ишетелгән хәбәр минең өсөн яңылыҡ булды. Беренсенән, ул заманда дәреслектәрҙә Бабич тураһында мәғлүмәт юҡ кимәлдә ине, икенсенән, уның ҡыҙылдар ҡулынан һәләк булыуын бик яҙып барманылар.

...Бер нисә йылдан һуң, мәктәпте тамамлап, тыуған районым үҙәгендә редакцияла эш башлағас, Ш. Ба­бичтың яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныу мөмкинлеге тыуҙы. Йылайыр урамдарынан үткәндә, ҡасандыр уҡытыусымдың һорауы тынғылыҡ бирмәне. Уйҙарым менән үҙемде Бабичтың эҙҙәренән йөрөгән кеүек хис итә инем. Уның ошо ауыл уртаһында ғазаплы үлемгә дусар булыу ваҡиғаһын күҙ алдына килтерергә тырыштым, ҡасан да ул фажиғәнең асылын белеүгә өмөт иттем.
Тулыһынса тиерлек урыҫтар йәшәгән был ауылда иң элек шул күҙгә ташланды: Бабич тураһында һүҙ сыҡһа, урындағы халыҡ һағайып китә. Шағир исемен телгә алмау ғына түгел, ә уны халыҡ хәтеренән юҡҡа сығарырға, уға ҡара яғырға маташыусылар күп ине. Ундайҙарҙың ҡарашын, фекерен тик төплө тарихи дәлилдәр, ныҡлы хәҡиҡәт менән генә үҙгәртергә була ине. Һәм был еңел булмаған, бик мөһим бурысты район матбуғаты аша атҡарып сығарыу маҡсатын үҙ алдыбыҙға ҡуйҙыҡ.
Тәүҙә гәзит биттәрендә «Шағирҙың ҡәбере ҡайҙа?» тигән баш аҫтында бер нисә мәҡәлә донъя күрҙе. Әйткәндәй, 30-сы йылдарға ҡәҙәр Йылайырҙа Шәйехзада Бабич ерләнгән урын бындағы педтехникум йәштәре көсө менән кәртәләп ҡуйылған булған (1924 йылғы фотоһүрәт һаҡланған), әммә, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, йылдар үтеү менән был изге урын билдәһеҙлеккә дусар ителә. 1980 йыл аҙаҡтары – 1990 йыл баштарында район гәзите хеҙмәткәрҙәре Мотал Рәмов, Кинйә Күскилдин, ауыл хәбәрселәре Мөслим Әбсәләмов, Әмир Моратов кеүек йәмәғәт эҙәрмәндәренең әүҙемлеге һәм ауыл ҡарттарының шаһитлығы менән Шәйехзада Ба­бичтың ҡәбере урыны яңынан асыҡ­ланды.
...Шәйехзада Бабичтың тыуған төйәге – Дүртөйлө районы йәмәғәтселеге, журналистары менән ижади, дуҫлыҡ бәйләнештәр булдырыу өсөн матбуғат хеҙмәткәрҙәре унда барып ҡайтты, Әсән ауылы һәм Дүртөйлө ҡалаһының музейҙарында, район гәзите редак­цияһында булды. Сәфәр барышында «Юлдаш» Дүртөйлө ҡала-район гәзите коллективы менән килешеү төҙөп, даими рәүештә махсус алмаш биттәр сығара башланыҡ. Бабич исеме ике район халҡының дуҫлыҡ күперенә әйләнде.
...Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 100 йыл тулған 1995 йылда Йылайырҙа һәм Әсәндә уға һәйкәл ҡуйылды. Ә 2008 йылда шағирҙың һуңғы төйәге булған Йылайыр ауылында бөтә республика кимәлендә оло тарихи ваҡиға – Бабич һөйәктәрен ҡабаттан ерләү сараһы үтте. Башҡортостандың барлыҡ йәмәғәт­селеге ҡатнашлығында мосолман ҡанун­дары сиктәрендә башҡарылған был изге хәтер-ҡәҙер акцияһы данлы шәхестең исемен ололау, рухын сафландырыу тантанаһы булып халыҡ күңелендә уйылып ҡалды. Хатта ки ҡасандыр данлы шәхес исеменә ҡара яғырға тырышҡан Йылайырҙың оло быуын вәкилдәре шағир ҡәбере алдында үҙҙәренең хаталы ҡарашын танырға мәжбүр булды.
Журналистикала дүрт тиҫтә йыл эшләү, район башҡорттары ҡоролтайын күп йылдар етәкләү дәүерендә бөйөк Бабич феномены арҡаһында миңә бихисап арҙаҡлы шәхестәр менән арала­шыу насибы тейҙе. Мәҫәлән, Башҡортостаныбыҙҙа үткәрелгән «Бабич көндәре», «Бабич уҡыуҙары», «Шағирҙың эҙҙәре буйлап» кеүек матур саралар барышында халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Аралбаев, Хәсән Назар, күренекле ғалимдар Әхмәт Сөләймәнов, Ғәзим Шафиҡовтар менән ижади хеҙмәттәшлек итергә тура килде.
...Быйыл, Башҡортостаныбыҙ оҙайлы көрәш, ҙур юғалтыуҙар аша үҙ дәүләтселеген алыуына бәйле бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән көндәрҙә, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Шәйехзада Бабичтың яу ҡорбаны булыуының да 100 йыллығы хәтергә алынды.
...Яугир-шағир, йәмәғәт эшмәкәре Ш. Бабичты үҙ ҡуйынына алған Йылайыр ере уның рухын ҡәҙерләп һаҡлай. Район үҙәге мәсете янында шағирҙың ҡәбере өҫтөндә уға һәйкәл ҡуйылған, яңы урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә. Йылайыр башҡорт гимна­зияһына Шәйехзада Бабич исеме би­релгән. Район ауылдарының күпселек урамдары ла шағир исеме менән аталған. Йылайырҙа йыл һайын үткәрелеп килгән Бабич шиғырҙарын һөйләү буйынса ижади бәйге хәҙер төбәк дәрәжәһен алды. Бабич үҙе тураһында даими иҫкә төшөрөп тора, шиғыр­ҙарында, халыҡ күңелендә йәшәй.
Миңә ҡалһа, ҡасандыр уҡытыусым биргән һорауға хәҙер яуап таптым кеүек...
Быйыл миңә Бөтөн донъя баш­ҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалын тапшырҙылар. Бөйөк шағир-яугир, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың ялҡынлы һүҙҙәре менән нарыҡланған был награда милләте­беҙҙең данлы шәхесенә булған мөнәсә­бәтемде тағы ла нығыраҡ яҡынайтты, рухи көс, ижади ҡомар өҫтәне.
Баш ҡалабыҙ Өфөлә лә Шәйехзада Бабичҡа мөһабәт һәйкәл ҡуйылыуы күңелдә сикһеҙ ҡыуаныс, оло шатлыҡ уятты. Ысын шағирҙың бөйөклөгөнә лайыҡлы баһа. Ул беҙҙең менән йәшәй!

Ильяс ТАКАЛОВ,

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре,

хеҙмәт ветераны.

Йылайыр районы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: