0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
15 Ғинуар 2020, 12:42

Ҡабырсаҡта – диңгеҙ сафлығы

Ҡул эштәренә әсәһенән күскән һөйөү Рәхилә Рәхимованы (Белорет районы Абҙаҡ ауылынан) Сибай педагогия училищеһының хеҙмәткә өйрәтеү бүлегенә алып килә. Хәҙер ул 35 йыл инде мәктәптә ҡыҙҙар өсөн технология дәрестәрен алып бара.

«Ҡулдан эшләнгән әйберҙән йылылыҡ бөркөлә һәм ул бер генә данала була. Шуға ла туғандарыма, дуҫтарыма уларҙы бүләк итергә тырышам. Таныштар ҙа яҡындарына һәҙиә итергә эшләтеп ала», – ти ул. Төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Яңы алымдар күрһә, шуны тиҙ арала өйрәнеп ала. Әле ҡабырсаҡтар, ҡортбаштар ҡулланып биҙәүестәр эшләү менән мәшғүл. «Ҡабырсаҡ – биҙәүес әҙерләү өсөн иң боронғо материалдарҙың береһе. Улар бик юғары баһаланған, хатта аҡса урынына ла ҡулланылған. Донъя күләмендә археологтар ҡабырсаҡтан эшләнгән муйынсаҡтар, алҡалар һәм беләҙектәр таба. Бөгөнгө көндә ҡабырсаҡтар тәбиғи һәм экологик яҡтан таҙа булыуы менән ҡиммәтле. Шулай уҡ улар диңгеҙҙең саф энергияһын һаҡлай, тип иҫәпләнә. Һирәк осрағандарын билдәле урындарҙа ҡул менән йыялар. Улар, ҡағиҙә булараҡ, аҡ һәм алһыу төҫтә була, әммә төҫлөләре лә осрай. Ҡайһы саҡта, биҙәүестәр матур күренһен өсөн, уларҙы буяйҙар», – тип белеме менән уртаҡлаша оҫтабикә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: