-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
11 Декабрь 2019, 17:00

Ҡыуандыра гүзәл затты

Донъяны үҙебеҙгә хас семәрҙәр менән биҙәргә ине, тигән хыял менән йәшәй Баймаҡ районы Әбдрәхмән ауылынан Һәҙиә Буранбаева. Хатта урамда биҙәкһеҙ, буяуһыҙ кейем күрһә лә, уйында ғына шунда орнаменттар урынлаштырып ҡуя ул.

«Күҙ асҡандан алып таныш шул биҙәктәр, ҡартәсәйемдең һуҡҡан балаҫтары, кейеҙе, әсәйемдең сигеүле япмалары, бәйләп кейҙергән йөн әйберҙәре тәрбиәләгәндер ул зауыҡты. Әсәйем аш-һыуға ла оҫта булды, эремсеге, ҡорото, икмәге бигерәк уңды», – ти Һәҙиә. Әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, дүрт бала әсәһе үҙе лә ҡомалаҡ менән әсетеп икмәк бешерә, шуның менән кәсеп итә. Буш ваҡыттарында иһә ҡул эштәренә тотона. Бәйгегә тәҡдим иткән алҡа менән беләҙекте ул гердан тип аталған сәйлән теҙеү техникаһында башҡарған, башҡорт милли биҙәктәрен һалған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: