-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
3 Декабрь 2019, 12:05

Ауылым инәйҙәре

Билдәле журналист Мәхмүт Хужиндың был мәҡәләһе республикабыҙҙың 100 йыллығы айҡанлы баҫмабыҙ биттәрендә ойошторолған «Быуат ҡәләме» тигән публицистик яҙмалар конкурсы сиктәрендә донъя күрә. Яҙмала тасуирланған ябай ауыл инәйҙәрендә күптәр үҙҙәренең ғәзиз әсәйҙәрен, өләсәйҙәрен, апайҙарын, ҡәҙерле күршеләрен таныр. Уҙған быуатта Стәрлебаш районы Табылды ауылында ғүмер иткән ул инәйҙәр яҙмышында, көҙгөләгеләй, ил яҙмышы сағыла.

Исемдәрен хәтергә төшөрөү менән алсаҡ һәм мөләйем йөҙлө, итәғәтле, ябай ғына күлдәк кейгән ыҫпай инәйҙәр, кисә генә күрешкән кеүек, күҙ алдына килә лә баҫа. Хәсби инәй, Ғәрифә инәй, Һәҙиә инәй, Нәҡиә инәй, Гөлъямал инәй, Фәхерниса инәй, Биби инәй… Ике тиҫтәнән ашыу улар, ҡайһыларының исемдәре лә хәтерҙән сыҡҡан, ә үҙҙәре юҡ. Хатта ҡасандыр улар килен булып төшөп, шунда балалар үҫтереп, тормош иптәшен һуғышҡа оҙатып, көтөп ала алмайынса ҡартлығын еткергән һалам башлы кескәй генә өйҙәре лә күҙ алдында.
Иң өлкәндәре Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышы йылдарының михнәттәрен башынан кисергән, Бөйөк Ватан һуғышы ғазаптарын үткәргән был ил инәләренең оло йөрәклелегенә, инсафлылығына, нур бөркөп торорлоҡ көс-ҡеүәтте ҡайҙан алыуына аптырарлыҡ! Ә ул ябай ғына, имеш: тәрбиә, мосолмандарға ғына хас традициялар.
Хәсби инәй (моғайын, тулы исеме Хәсбиямалдыр) беҙҙән йыраҡ түгел һалам башлы бәләкәй генә өйҙә ғүмер кисерҙе. Эре һөйәкле, олпат кәүҙәле, ап-аҡ йөҙлө һәм ҙур күҙле, ҡиәфәтенән ихтыяр көсө урғылып торған инәй ине ул. Бәлки, шуның өсөндөр, беҙ, малай-шалай, унан бер аҙ шөрләй торғайныҡ. Ә Хәсби инәй, быны күреп, ғәйепле төҫ менән йылмая ла, иркә һүҙҙәр ташлап, юлын дауам итә.
Олпат инәйебеҙҙең тормош иптәше Иш­булат бабайҙы мин бик аҙ хәтерләйем. Урта буйлы, ҡаҡса ғына бабай, башына ҡара эшләпә кейеп, урамдан үтеп китә ине. Үҫә төшкәс, ишетеп белдем, Ишбулат Мөхәммәтов, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашып, немецтарҙа әсирлектә булған икән. Шунда саҡта башҡорт ауылдарында һирәк осрай торған сифаттар үҙләштереп ҡайтҡан, күрәһең, уға «Йәбрәй» тигән ҡушамат йәбештерәләр. Артабан ошо уҡ ҡушамат улы Рәшиткә, унан ейәне Тимербайға ла күсте.
«Ағиҙел» журналы редакцияһында эшләгәндә, 2010 йылда булһа кәрәк, мин Хәсби инәйҙең улы Рәшит ағайҙан шуны ишетеп белдем: Хәсби инәйҙә Юрматы ҡәбиләһе башлығы Тәтегәс бейҙең ҙур ғына төргәк ҡағыҙҙары һаҡланған. Тимәк, Тәтегәстең Табылды ауылында йәшәүе раҫлана, ә Хәсби инәйҙең затлы нәҫелгә ҡан ҡатнашлығы бар булып сыға. Ғәрәп алфавитында яҙылған был тарихи документты Рәшит ағай яҙыу таныған бер нисә кешегә күрһәтеп, уның Тәтегәс бейҙе һайлаған ваҡытта йыйылған тамғалар икәнлеген асыҡлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы күрше Күндерәк ауылында йәшәгән оло йәштәге Сахаров (ул Табылдыға велосипедта йыш килеп йөрөй, телде лә белә ине шикелле) алып тора ла ар­табан был ҡағыҙҙар эҙһеҙ юғала.
Гел йылмайып һөйләшкән, йыуантыҡ, бар кәүҙәһен һелкетеп көлгән Ғәрифә инәй Хәсби инәйҙәргә туған булып (килен булғандыр, моғайын), беҙҙән урам аша шулай уҡ бәләкәй генә һалам башлы өйҙә көн итте. Ҡарты, яңылышмаһам, Хәйбрахман исемле ине, Бөйөк Ватан һуғышында баш һала. Вәҙиға, Иҙия исемле ҡыҙҙары һәм Валерий исемле улы булып, өсөһө лә, мәктәп тамамлағандан һуң ауылда йәшәмәнеләр.
…Беҙҙән урам аша ғына йәшәгән Нәфиға инәй ире Дәүләтшанан ике балаһы менән тол ҡалған. Атайым уға «еңгәй» тип өндәште, сөнки Дәүләтша бабай олатайым Мөхәмәтшаның ҡустыһы булған. Һере кәүҙәле Нәфиға инәй бик егәрле ине, донъяһын үҙе көттө, ирҙәр эшен дә үҙе башҡарҙы.
…Ауылым инәйҙәре… Рәсәй мәмләкәте тарихындағы һуғыш яфа­ларын, тол ҡатын ғазаптарын кисереп тә, рухтары һынмай, бер-береһенә игелекле, ихтирамлы мөнәсәбәтте һаҡлай белгән, инсафлы балалар тәрбиәләгән был шәхестәрҙең ғүмере һәр кемгә өлгө булырлыҡ! Дәүерҙең көс еткеһеҙ һынауҙарын нескә иңдәрендә күтәргән ҡатындарҙың тормошҡа ғашиҡ булып йәшәүе – үҙе бер ҡаһарманлыҡ.

Мәхмүт ХУЖИН.

Өфө ҡалаһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Автор:Альмира Киреева
Читайте нас: