«Мин тегенсе булам!» – ти өлкән кластарҙа уҡыған ҡыҙ. Тик ата-әсәһе лә, ағай-апайҙары ла уның юғары белем алыуын теләп, БДУ-ға алып бара. Артабан юлы журналистика, китапхана менән бәйле була. Тик ижадҡа, ҡул эштәренә булған ынтылышы уны ташламай. Апайҙары артынан ҡалмай, уларҙан ҡарап энә менән бәйләргә, тегергә өйрәнеүенең тормош көткәндә кәрәге тейә – кейемдәрҙе үҙ ҡулы менән әҙерләп кейә. Баҙар-кибеттәр осһоҙло тауар менән тулып, ҡулдан бәйләнгән әйберҙәрҙең ҡәҙере китеп торған мәлдә был шөғөлө онотолоп тора. Бер көн хеҙмәттәшенең ырғаҡ менән бәйләй белеүен белеп ҡала һәм, ай-вайына ҡуймай, унан «тәүге дәрес»тәр ала. 45 йәшендә ырғаҡ менән бәйләргә өйрәнә шулай. Тәүәккәлләп, ижади хыялын эшкә егә һәм ниндәй генә матурлыҡ тыуҙырмай ул! Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, сәйлән теҙеү серҙәренә лә төшөнә. «Мин бит дизайнер булырға теләгәнмен. Бала саҡта ҡатырғанан ҡурсаҡтар эшләп, төрлөсә кейендереп уйнағанда уҡ яралған был хыял. Тик мин, ауыл балаһы, ундай һөнәрҙең нисек аталғанын белмәгәнмен, яҡындарыма теләктәремде лә аңлата алмағанмын. Башҡа һөнәрҙәргә хеҙмәт итһәм дә, буш ваҡыттарымды яратҡан ҡул эштәренә арнап, барыбер күңелемә йыуаныс һәм ҡыуаныс табып йәшәйем», – ти Рәхимә Мөхитдин ҡыҙы.