+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
14 Октябрь 2019, 11:32

Мәңгелек мөхәббәт

Өфө ҡалаһынан Ярослава Голобородько һәр буш минутын тегеү, сигеү, кейеҙ уйынсыҡтар баҫыуға бүлә. Күптән түгел ул полимер балсыҡтан биҙәүестәр әүәләү менән мауығып киткән.

«Гүзәл заттар араһында бижутерия тағып йөрөү урынлымы-юҡмы икәнлеге хаҡында бәхәс йыш сыға. Полимер балсыҡтан әйберҙәр әүәләп ҡараған мәлдән үҙем өсөн был һорауға яуап тапҡанмын инде: бижутерия кәрәк!» – ти ул. Был материал, хыял ҡанаттарында осороп, иң модалы, донъяла бер кемдә лә булмаған үҙенсәлекле биҙәүестәрҙе йәнең теләгәнсә эшләргә мөмкинлек бирә, тип һанай ханым. «Мин әлегә өйрәнәм, танышам ғына. Асҡыс табаһы серҙәре күп әле. Шулай ҙа был балсыҡҡа булған «мөхәббәт»тең мәңгелек икәнлеген һиҙәм», – ти оҫтабикә. Барлыҡ уй-ниәттәрен, теләктәрен тормошҡа ашырыр өсөн тәүлектә 48 сәғәт булһа етер инеме икән?..

Читайте нас: