-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
20 Сентябрь 2019, 16:28

Әсә йөрәге

Иңмөҡәддәс хистәрҙе тасуирлаған шиғри бәйгебеҙ өс йыл дауамында барыуынаҡарамаҫтан, уҡыусыларҙы һис ялҡытманы, киреһенсә, уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу артағына бара.

Иң мөҡәддәс хистәрҙе тасуирлаған шиғри бәйгебеҙ дүрт йыл дауамында барыуына ҡарамаҫтан, уҡыусыларҙы һис ялҡытманы, киреһенсә, уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта ғына бара. Төрлө өлкәләрҙән, хатта сит илдәрҙән дә ҡатнашырға теләк белдерҙеләр, йылдан-йыл видеотаҫмаларҙың да сифаты яҡшыра. Ошоно иҫәпкә алып, бәйгене дауам итергә ҡарар иттек.
Ярышта ҡатнашырға теләүселәр «Әсәйҙәргә арнау», «Әсәлек хистәре», «Бишек йыры» номинацияларының береһенә тура килгән, үҙе ижад иткән бер шиғырҙы видеоға төшөрөп, журналға 2019 йылға квитанцияның фотоһын да беркетеп, редакциябыҙҙың электрон адресына ([email protected]) юллаһын.
Ижади эштәр шиғырҙың йөкмәткеһе һәм төҙөклөгөнән тыш, видеоның сифатына ла ҡарап баһаланасаҡ.
Еңеүселәрҙе, йылдағыса, дипломдар, матур осрашыу һәм иҫтәлекле бүләктәр көтә!
Читайте нас: