+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең бәйгеләр
13 Сентябрь 2019, 16:26

Оҫта ҡуллы йәш әсә

Өфө ҡалаһында йәшәгән Айгөл Вәлиева ҡул ҡаушырып ултырырға күнекмәгән. Бәләкәстән ырғаҡ, энә менән бәйләй, сигеү ҙә мауыҡтыра уны. Буш ваҡытында волейбол уйнарға, ер-һыу күреп йөрөргә ярата. Декрет ялына сыҡҡас та, күңеленә ятҡан ниндәйҙер яңы эш менән булышҡыһы килә.

Әмәлгә ҡалғандай, шул саҡ телевизорҙан фриволите ысулы менән биҙәүестәр яһарға өйрәткәндәрен күреп ҡала. Бик ҡыҙыҡһынһа ла, ырымдарға ышанып, йөклө саҡта бәйләмгә тотонмай, бәпәй тыуғанын көтөргә була. Улы Айҙар донъяға килеп, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, интернет аша кәрәкле әйберҙәрҙе яҙҙырып ала ла оҫталыҡ дәрестәренән эшкә өйрәнә башлай. Йыл ярым эсендә алҡа, колье, чокер тип аталған муйынсаҡтар, брошь, беләҙектәр яһап, ҡулы шымара. Ептәрҙән тыш, чех сәйләндәре, мәрйендәр, Сваровски крис­талдары ҡуллана. Туғандары, дуҫтары, таныштары ла биҙәүестәр эшләтеп ала хәҙер, уларҙы тыуған яғы Әбйәлилдә лә, Өфө, Мәскәү, Сорғот ҡалаларында ла яратып тағып йөрөйҙәр. «Минеңсә, һәр ҡатын-ҡыҙ кейеменә ярашлы итеп биҙәүестәр һайларға тейеш. Таныштарым араһында брошь тағыусылар бик һирәк. Ә бит ул тышҡы ҡиәфәтте тулыландырыу, хатта үҙгәртеү көсөнә эйә», – ти Айгөл.

Читайте нас: